Әхмәҙуллина Белла Әхәт ҡыҙы
Белла (Изабелла) Әхәт ҡыҙы Әхмәҙуллина (10 апрель 1937 йыл — 29 ноябрь 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе, XX быуаттың күренекле лирик шағирҙарының береһе. СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары лауреаты. Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең ПЕН-үҙәге башҡарма комитеты, А. С. Пушкин исемендәге һынлы сәнғәт музейы дуҫтары йәмғиәте ағзаһы. Америка сәнғәт һәм әҙәбиәт академияһының Маҡтаулы ағзаһы.
Белла Әхмәҙуллина | ||||
2004 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһын алғандан һуң (12 июнь 2005) | ||||
Исеме: |
Изабелла Әхәт ҡыҙы Әхмәҙулина | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||
Тыуған урыны: | ||||
Вафат булған көнө: | ||||
Вафат булған урыны: |
Переделкино, Ленин районы, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй | |||
Гражданлығы: | ||||
Эшмәкәрлеге: | ||||
Жанр: |
лирика | |||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||||
Премиялары: |
| |||
Наградалары: |
| |||
Биографияһы
үҙгәртергәБелла Әхмәҙуллина 1937 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә тыуған. Уның атаһы Әхәт Вәли улы, министр урынбаҫары, әсәһе — рус- итальян сығышлы, тәржемәсе. Белла мәктәптә уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Әҙәбиәт белгесе Дмитрий Быков әйтеүенсә, шағир үҙенең яҙыу манераһын ун биш йәштә таба. Уның шиғриәткә маһир булғанлығын беренсе булып Павел Антокольский күреп ҡала[1].
Белланың шиғырҙарын 1957 йылда «Комсомольская правда» гәзитендә тәнҡитләйҙәр. 1960 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Борис Пастернакты эҙәрләүҙе яҡлауҙан баш тартҡанға, (рәсми рәүештә марксизм-ленинизм фәненән имтихан бирә алманы тигән сәбәп менән) институттан ҡыуалар[2]), һуңынан яңынан алалар[3].
1959 йылда 22 йәшлек Әхмәҙуллина үҙенең иң билдәле «По улице моей который год…»" тигән шиғырын яҙа[4]. 1975 йылда композитор Микаэл Таривердиев был шиғырҙы көйгә һала, һәм романс Элдар Рязановтың «Ирония судьбы, или с легким паром!» фильмында бик урынлы яңғыраш таба.
1964 йылда Василий Шукшиндың «Йәшәй шундай йәш кеше.(Живет такой парень» фильмында Белла журналист ролен башҡара. Венецияла уҙған кинофестивалдә был фильм «Золотой лев» премияһы менән бүләкләнә. 1970 йылда Әхмәҙуллина «Спорт, спорт, спорт» фильмендә уйнай..
1962 йылда «Струна» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Артабан «Озноб» (1968), «Уроки музыки» (1970), «Шиғырҙар» (1975), «Метель» (1977), «Свеча» (1977), «Тайна» (1983), «Сад» (СССР-ҙың Дәүләт премияһы, 1989). Әхмәҙуллина шиғырҙарына ҡырҡыу лиризм, зауыҡлы формалар, үткән замандың традицияларына бәйлелек хас.
1970-се йылдарҙа шағирә Грузияға бара һәм ошо ваҡыттан башлап был ил Белланың ижадында һиҙелерлек ҙур урын ала. Әхмәҙуллина Н. Бараташвили, Г. Табидзе, И. Абашидзе һәм башҡа грузин авторҙары әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә.
1979 йылда Әхмәҙуллина цензураһыҙ «Метрополь» әҙәби альманахын сығарыуҙа ҡатнаша. Ул бер нисә тапҡыр совет диссиденттары — Андрей Сахаровты, Лев Копелевты, Георгий Владимовты, Владимир Войновичтарҙы яҡлап сыға. Уның яҡлау һүҙҙәре «Нью-Йорк Таймс» гәзитендә баҫылып сыға, бер нисә тапҡыр "Азатлыҡ радиоһы " һәм " Голос Америки " радиостанциялары тапшырыуҙарында яңғырай.[3].
Әхмәҙуллина бик күп бөтә донъя әҙәби фестивалдәрендә, шул иҫәптән Куала-Лумпурҙа (1988) үткән Халыҡ-ара шиғриәт байрамында ҡатнаша.
Әхмәҙуллина үҙ заманының шағирҙары тураһында иҫтәлектәр һәм шулай уҡ А. С. Пушкин һәм М. Ю. Лермонтов тураһында эссе яҙған.
Һуңғы йылдарҙа Белла Әхмәҙуллина ҡаты ауырый, күҙҙәре насар күреү сәбәпле, тоҫмаллап ҡына йөрөй[5].
2010 йыл 29 ноябрь ашығыс ярҙам күрһәтеү машинаһында үлә. Шағирәнең ире Борис Мессерер һүҙҙәренә ҡарағанда, ул йөрәк -ҡан тамырҙары кризы сәбәпле үлә[6]. Рәсәй президенты Д. А. Медведев шағирәнең яҡындарына уларҙын ҡайғыларын уртаҡлашыуын рәсми белдерҙе.
Белла Әхмәҙуллина менән хушлашыу 2010 йылдың 3 декабрендә Әҙәбиәтселәрҙең Үҙәк Йортонда Мәскәүҙә үтте[7]. Шул уҡ көндө ул Новодевичье зыяратында ерләнде[8].
Ғаиләһе
үҙгәртергә1955—1958 йылдарҙа Әхмәҙуллина Евгений Евтушенконың беренсе ҡатыны була[1]. 1959 йылдан алып 1968 йылдың 1 ноябренә тиклем[9] — Юрий Нагибиндең бишенсе ҡатыны була.[10][1][9]. Был никах,Нагибиндың « Көндәлегендә» («Дневник»), үҙе әйтеүе буйынса һәм Василий Аксеновтың « Таинственная страсть» мемуар беллетристик әҫәрендә ҡыйыу сексуаль эксперименттар тураһында яҙылыуы арҡаһында, уларҙың никахы тарҡала. 1968 йылда, Нагибин менән айырылышҡас, Әхмәҙуллина үҙе янында тәрбиәгә ҡабул ителгән ҡыҙҙары Аннаны ҡалдыра[11].
Балҡар классигы Ҡайсын Кулиевтың улы — Эльнар Кулиевтан (тыуған 1951) — 1973 йылда Әхмәҙуллина Елизавета исемле ҡыҙ таба.
1974 йылда, үҙенең балаларын әсәһе һәм өйҙәге ярҙамсы ҡатынға ҡалдырып, театр рәссамы Борис Мессерерға дүртенсе һәм һуңғы тапҡыр кейәүгә сыға.
Беренсе ҡыҙҙары Анна Полиграфик институтты тамамлай. Ул китаптар сығарған ерҙә иллюстратор булып эшләй. Елизавета Кулиева, әсәһе кеүек, Әҙәбиәт институтын бөтөргән.
Һуңғы йылдарҙа Белла Әхмәҙуллина ире менән Переделкинола йәшәй.
Ижады
үҙгәртергәПоэзия Әхмәҙуллина өсөн — шағирҙың эске донъяһы менән яңы (магнитофон, самолет, светофор) һәм традицион (свеча, дуҫ йорто) әйберҙәрҙе осраштырыу урыны. Уның шиғриәте өсөн бөтә әйберҙәр ҙә, хатта теләһә ниндәй ваҡ-төйәк тә, фантазияны ҡанатландырыусы предметтар булып тора һәм, тәбиғәттең һәр бер күренеше нисек символ булһа, шулай шағирә күңелендә үтә ҡыйыу образдар барлыҡҡа килтерә, уларҙы тулыландыра, йәнләндерә («Сказка о дожде», 1964). Әхмәҙуллина үҙ лексикаһын һәм синтаксисын, боронғо тел элементтарына мөрәжәғәт итеп, заманса тел менән оҫта бәйләй. Онотолоп ,ҡулланыуҙан сыҡҡан һүҙҙәргә контекст эсендә һүҙҙәрҙең тәүге мәғәнәһен ҡайтарып бирә. Әхмәҙуллина шиғырҙарының ритмында ҡатып, хәрәкәтһеҙ ҡалыу түгел, ә бер туҡтауһыҙ алға ынтылыу, динамика ята. Вольфганг Казак әйтеүенсә, Әхмәҙуллина шиғырҙарының ғәҙәти булмаған өлөшө, башҡа шағирҙәр менән сағыштырып ҡарағанда, бик ҙур була. Һуңғараҡ уның поэзияһы ябайыраҡҡа әйләнә.[10].
Әҙәбиәт белгесе И. Снеговая,2008 йылда Әхмәҙуллина ҡатшашлығында үткән Әхмәтова кисәһендә, шағирәнең Репино һәм Комаровоға арнап яҙылған шиғырҙарын билдәләп үтә. Уның шиғырҙарында боронғо замандың һулышы тойолоуы, элекке, иҫке дачаларҙың күренеше, уларҙа ҡасандыр йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы шағирә әҫәрҙәренең төп йөкмәткеһе булып тора тип билдәләй. «Уның Әхмәтоваға бағышланған кисәлә ҡатнашыуы бик урынлы һәм шатлыҡлы булды. Заманыбыҙҙың Гүзәл ҡатын-ҡыҙ заты, үҙенең зауыҡлы, нәфис теле һәм үҙенең буй-һыны, үҙен-үҙе тотоуы менән, классик традицияларҙы дауам итә. Уның Әхмәтоваға арналған шиғырҙарында шағирә менән һоҡланыу һәм уның менән бәхәсләшеү ята. Быларҙан башҡа шиғриәттә дауамлылыҡ булмаҫ ине».
Иосиф Бродский Әхмәҙуллинаны рус шиғриәтенең лермонтов-пастернак һыҙығы мираҫсыһы тип атаны.
Дмитрий Быков, Әхмәҙуллина шиғриәтенең төҫлө сәнғәттәге импрессионизмға оҡшаш булыуын билдәләп үтә. Ул ҡатмарлы лабиринттар аша ассоциатив юлдар менән уҡыусыларҙың иҫендә ауыр ҡала торған шиғырҙарын матур, тулы образдар тыуҙырып, йөрәккә керерлек итеп, ҡыйыуһыҙлыҡ менән үҙеңдең баһаңды белеп тороуҙы бер-береһенән айырмай, тормошто белеүҙе көсһөҙлөк менән, ҡурҡыусанлыҡты еңелмәүселек менән бергә ҡушып күрһәтә алған. Әхмәҙуллинаның бөтә ижады аша үткән тема булып оялыу хисе тора. Был хис шағирәне ғүмере буйына оҙатып йөрөй. Был хисте уның бик артыҡ ҡыйыу, юлға һалынмаған тормошо иҫендә тоторға мәжбүр иткәндер. Быков фекерләүенсә, был доминант тема шулай уҡ ижади иреклелектең етешмәүе, кәрәк булмаған кешеләр менән төрлө мөнәсәбәттәргә инеп, кәрәкмәгән кешеләр менән эсеүе арҡаһында килеп сыҡҡандыр. Шағирәнең биографы фаразлауса, ошо язалаусы гонаһлылыҡ тойғоһо, үҙен-үҙе битәрләүе Әхмәҙуллинаның Борис Пастернак шиғриәтенең традицияларын дауам итеүе арҡаһында килеп сыҡҡандыр: сөнки «ике лирик шағирҙың тормошонда ла, шиғриәтендә лә ҙур оҡшашлыҡ бар,- тигән ул.- Кешелекһеҙ донъя уртаһында Әхмәҙуллинаның кешелеклелек һыҙаттары боҙға ҡатҡан донъяла йылы йотом кеүек ине».
2013 йылдың 9 февралендә Ата-әсәләрҙең беренсе съезында Рәсәй Федерацияһының президенты В. В. Путин Әхмәҙуллинаның шиғырҙарын әҙәбиәт фәненең мотлаҡ мәктәп программаһына индерергә ҡушты[12].
Хәтер
үҙгәртергә- 2012 йылдың май айында Әхмәҙуллинаның иҫтәлеге өсөн, уның итальян тамырҙарын иҫәптә тотоп, Борис Мессерер инициативаһы буйынса 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге йәш шағирҙар өсөн «Белла» тигән Рәсәй — Италия премияһы булдырылды. Был премия рус һәм итальян телдәрендә яҙылған шиғырҙар һәм шулай уҡ «Хәҙерге шиғриәттә рус һәм итальян телендә яҙылған шиғырҙар һәм биографик эссе» номинацияһында биреләсәк. Премияның уникаллеге булып премияны шиғырҙар китабы өсөн түгел, ә айырым шиғыр өсөн бирелеү мөмкинлеге тора. Премияның жюриһе икәү - рус һәм итальян жюриҙәре. Еңеүселәр өсөн бүләк 3000 евро тәшкил итәсәк. Бүләкләү церемонияһы йыл һайын Әхмәҙуллинаның тыуған айы апрелдә Рәсәйҙә һәм Италияла үткәреләсәк.
- Тарусалағы һәйкәл. 2013 йылдың сентябрендә асылған.
- Мәскәүҙәге һәйкәл. 2014 йылдың ноябрендә асылған.
Шиғри йыйынтыҡтар
үҙгәртергә- «Струна» (М., Советский писатель, 1962)
- «Озноб» (Франкфурт, 1968)
- «Уроки музыки» (1969)
- «Стихи» (1975)
- «Свеча» (1977)
- «Сны о Грузии» (1977, 1979)
- «Метель» (1977)
- альманах «Метрополь» («Много собак и собака», 1980)
- «Тайна» (1983)
- «Сад» (1987)
- «Стихотворения» (1988)
- «Избранное» (1988)
- «Стихи» (1988)
- «Побережье» (1991)
- «Ларец и ключ» (1994)
- «Шум тишины» (Иерусалим, 1995)
- «Гряда камней» (1995)
- «Самые мои стихи» (1995)
- «Звук указующий» (1995)
- «Однажды в декабре» (1996)
- «Созерцание стеклянного шарика» (1997)
- «Собрание сочинений в трёх томах» (1997)
- «Миг бытия» (1997)
- «Нечаяние» (стихи-дневник, 1996—1999)
- «Возле ёлки» (1999)
- «Друзей моих прекрасные черты» (2000)
- «Стихотворения. Эссе» (2000)
- «Зеркало. XX век» (стихи, поэмы, переводы, рассказы, эссе, выступления, 2000)
- «Пуговица в китайской чашке» (2009)
- «Нечаяние» (2010)
Фильмография
үҙгәртергәАктёр эштәре
үҙгәртергә- 1964 — Живёт такой парень
- 1970 — Спорт, спорт, спорт
Сценарий авторы
үҙгәртергә- 1965 — Чистые пруды
- 1968 — Стюардесса
Яңғыраған шиғырҙары
үҙгәртергә- 1964 — Застава Ильича
- 1973 — Друзья мои… (киноальманах)[13]
- 1975 — Ирония судьбы, или С лёгким паром!
- «По улице моей», исполняет Надя (Алла Пугачёва)
- 1976 — Ключ без права передачи — сама автор читает стихи
- 1978 — Служебный роман
- «Озноб» («О, мой застенчивый герой»), читает Светлана Немоляева
- 1978 — Старомодная комедия
- 1984 — Пришла и говорю
- «Взойти на сцену» («Пришла и говорю»), исполняет Алла Пугачёва
- 1984 — Жестокий романс
- «А напоследок я скажу», исполняет Валентина Пономарёва
- «Романс о романсе», исполняет Валентина Пономарёва
- «Снегурочка», исполняет Валентина Пономарёва
Бүләктәр һәм премиялар
үҙгәртергә- Орден «За заслуги перед Отечеством» II степени (11 августа 2007 года) — за выдающийся вклад в развитие отечественной литературы и многолетнюю творческую деятельность[14].
- Орден «За заслуги перед Отечеством» III степени (7 апреля 1997 года) — за заслуги перед государством и выдающийся вклад в развитие отечественной литературы[15].
- Государственная премия Российской Федерации в области литературы и искусства 2004 года (6 июня 2005 года) — за продолжение и развитие высоких традиций отечественной поэзии[16]
- Премия Президента Российской Федерации в области литературы и искусства 1998 года (12 января 1999 года)[17]
- Премия имени Булата Окуджавы 2003 года (14 февраля 2004 года)[18]
- Орден Дружбы народов (1984)
- Лауреат Государственной премии СССР (1989)
- Лауреат премии фонда „Знамя“ (1993)
- Лауреат „Носсиде“ (Италия, 1994)
- Лауреат премии „Триумф“ (1994)
- Лауреат Пушкинской премии фонда А. Тепфера (1994)
- Лауреат премии Президента Российской Федерации в области литературы и искусства (1998)
- Лауреат „Брианца“ (Италия, 1998)
- Лауреат журнала „Дружба народов“ (2000)
- Почётный член Российской академии художеств[19]
Ҡарарға шулай уҡ
үҙгәртергә- Шестидесятники
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bella | Дмитрий Быков | Собеседник.ру . Дата обращения: 14 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.
- ↑ Борис Мессерер. Промельк Беллы «Знамя», 2011, № 9
- ↑ 3,0 3,1 Умерла Белла Ахмадулина — тонкий лирик и защитница диссидентов
- ↑ «По улице моей который год…» — Белла Ахмадулина
- ↑ Поэтесса Белла Ахмадулина скончалась в возрасте 73 лет 2010 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Соболезнования в связи со смертью Беллы Ахмадулиной. — 29 ноября 2010 года, 20:30 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
- ↑ Объявлены дата и место прощания с Беллой Ахмадулиной
- ↑ Белла Ахмадулина похоронена на Новодевичьем кладбище/«Российская газета»
- ↑ 9,0 9,1 Тайна утраты личности | Номер 23 (2006) | Литературная Россия . Дата обращения: 14 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года. 2013 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 Казак В.
- ↑ Собеседник. 2013 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Вести.Ru: На первом Съезде родителей пообещали построить новое гражданское общество . Дата обращения: 13 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.
- ↑ http://www.kino-teatr.ru/kino/movie/sov/12103/annot/, http://www.youtube.com/watch?v=M-nGWEtivys, http://www.youtube.com/watch?v=NEi5dEg-1QY, http://www.youtube.com/watch?v=6ek7NGer54o, http://www.youtube.com/watch?v=0yrP82CgQJs
- ↑ Указ Российской Федерации от 11 августа 2007 года № 1067 "O награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» II степени Ахмадулиной И. 2014 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Российской Федерации от 4 апреля 1997 года № 302 «O награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Ахмадулиной И.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 6 июня 2005 года № 614 „О присуждении Государственных премий Российской Федерации 2004 года“ 2014 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 января 1999 года № 93 „О присуждении премий Президента Российской Федерации в области литературы и искусства 1998 года“
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14 февраля 2004 года № 200 „О присуждении Премиялары имени Булата Окуджавы 2003 года“ 2014 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Состав РАХ 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Белла Ахмадулина в «Журнальном зале»Журнальном зале»
- Белла Ахмадулина читает свои стихи
- Произведения Беллы Ахмадулиной в Библиотеке поэзии
- www.abella.in — Белла Ахатовна Ахмадулина. 2020 йыл 21 ғинуар архивланған. Биография и стихотворения 2020 йыл 21 ғинуар архивланған.
- Ахмадулина на Стихии 2006 йыл 12 апрель архивланған.
- Библиография переводов на немецкий язык 2013 йыл 29 ғинуар архивланған.
- Белла Ахмадулина «Озноб» (1968), pdf 2016 йыл 25 март архивланған.
- Стихи Ахмадулиной на stroki.net
- Михаил Берг. Она была поэт
- Анатолий Королев, писатель, член Русского Пен-Клуба. Белла Ахмадулина: свеча на ветру
- Виталий Диксон, писатель, член Русского Пен-Клуба. Иркутская история про двух дам с собачкой(недоступная ссылка)
- Белла Ахмадулина в Нью-Йорке. История одной фотографии. Автор Наташа Шарымова, RUNYweb.com — Русский Нью-Йорк онлайн
- Е. Евтушенко, М. Берг и В. Диксон о Белле Ахмадулиной на сайте режиссёра и драматурга В. 2017 йыл 14 май архивланған. Карпа «Зеркало сцены». 2017 йыл 14 май архивланған.
- Перевод стихотворения Б. Ахмадулиной на малайский язык