Пастернак Борис Леонидович
Борис Леонидович Пастернак (29 ғинуар [10 февраль] 1890, Мәскәү — 30 май 1960, Переделкино, Мәскәү өлкәһе) — рус яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе; XX быуаттың иң күренекле шағирҙарының береһе. Тәүге шиғырҙарын Пастернак 23 йәшендә баҫтыра[1]. 1955 йылда Пастернак үҙенең «Доктор Живаго» тигән романын 1955 йылда яҙып бөтөрә. Өс йылдан һуң ошо әҫәре өсөн әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы менән бүләкләнә һәм Совет хөкүмәте тарафынан эҙәрлекләнә башлай.
Борис Пастернак | |||
Исеме: |
Борис Исаакович Пастернак | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө: |
29 ғинуар (10 февраль) 1890 | ||
Тыуған урыны: | |||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: | |||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: | |||
Ижад йылдары: |
1911—1960 | ||
Йүнәлеше: |
футуризм («Центрифуга» төркөмө), революциянан һуң — «төркөмдән сыға» | ||
Дебют: |
«Лирика» (1912) йыйынтағындағы шиғырҙар, «Близнец в тучах» (1913) | ||
Премиялары: | |||
Наградалары: |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергәБуласаҡ шағир Мәскәүҙә ижади йәһүд ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы рәссам, Петербург сәнғәт Академияһы академигы Леонид Осипович (Исаак улы Иосиф) Пастернак һәм әсәһе — пианистка Розалия Сидоровна Пастернак (ҡыҙ фамилияһы Кауфман, 1868—1939), 1889 йылда улар Одессанан Мәскәүгә күскән. Бер йылдан һуң Ружейный тыҡрығы менән Икенсе Тверская—Ямская урамы сатындағы йортта Борис донъяға килгән. Унан башҡа Пастернактарҙың ғаиләһендә Александр (1893—1982), Жозефина (1900—1993) һәм Лидия (1902—1989) исемле балалар тыуған.[2] Гимназияны тамамлағандан һуң бирелгән өлгөргәнлек аттестатында Б. Л. Пастернак «Борис Исаакович, шулай уҡ Леонидович)» тип яҙылған була.
Пастернактар ғаиләһе билдәле рәссамдәр (Исаак Ильич Левитан, Михаил Васильевич Нестеров, Василий Дмитриевич Поленов, Сергей Иванов, Николай Николаевич Ге) менән дуҫ булған, уларҙың йортонда музыканттар, яҙыусылар үҙҙәренең яҙған әҫәрҙәрен ижади кисәләрҙә уҡығандар. Шулар араһында Л. Н. Толстой, А. Н. Скрябин һәм С. В. Рахманиновтар кисәлә ҡатнашҡан. 1900 йылда икенсе визит менән Мәскәүгә килгән Райнер Рильке Пастернактар ғаиләһе менән танышҡан. 13 йәшендә композитор А. Н. Скрябин йоғонтоһонда Пастернак музыка менән ҡыҙыҡһынып китә. 6 йыл ғүмерен ошо шөғөлгә арнай (уның ике прелюдияһы һәм фортепиано өсөн сонатаһы хәҙерге көндә һаҡланып ҡалған).
1900 йылда Пастернак 5-се Мәскәү гимназияһына (хәҙерге ваҡытта мәскәү мәктәбе № 91[3]) 1901 йылда гимназия директорының тәҡдиме менән икенсе класҡа уҡырға алынған. 1903 йылдың 6 (19) авгусында, аттан йығылып төшөп, аяғын һындырған, шуның сәбәпле бер аяғы аҡһаҡ булып ҡалған. Һуңыраҡ шағир үҙе менән булған был хәлде «Август» тигән шиғырында сағылдырып ҡалдырған.
1905 йылдың 25 авгусында Борис Исаакович Мясниницкия урамында митингта ҡатнашҡан халыҡ төркөмөн ҡыуып барған казактарҙың ҡамсылары аҫтына эләгә. Был ваҡиға уның шиғырҙарында сағылышын таба.
1908 йылда, гимназияла сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп йөрөгән Пастернак бер үк ваҡытта Ю. Д. Энгель һәм Р. М. Глиэр етәкселегендә Мәскәү консерваторияһының композиторҙар бүлеге курсының имтихандарына ла әҙерләнә[4]. Пастернак, йәһүд булғанлыҡтан,Закон Божий фәненән имтихан биреүҙән азат ителә һәм, бөтә фәндәр буйынса тик иң юғары баллдар алып, гимназияны алтын миҙалға тамамлай.
Пастернак барлыҡ эштәрҙә лә һәр саҡ уңышҡа өлгәшкән ата-әсәһенән үрнәк алып йәшәй. Ул һәр бер эштә лә юғары һөнәри уңыштарға өлгәшергә тырыша. Пастернак һәр бер әйберҙең төбөнә тоҙ ҡойоп эшләргә, дөрөҫ юлдарҙы, алымдарҙы һөнәрендә табырға ынтыла. В. Ф. Расмус әйтеүенсә, Пастернакҡа эште ярым-йорто эшләп, ярты юлда ташлап китеү һәр ваҡытта ла хилаф булған[5].
Һуңғараҡ Пастернак үҙенең эске кисерештәрен иҫкә алып яҙған «Охранная грамота»һында былай тип яҙа: «Музыканы ишетеп белеү һәләтлегем булмаһа ла, мин музыканы донъялағы барлыҡ әйберҙәргә ҡарағанда ла ныҡ ярата инем…». Бик ныҡ уйланыуҙарҙан һуң, ул музыкант һәм композиторлыҡ һөнөренән баш тарта. Үҙе әйтеүенсә, алты йыллыҡ яратып йәшәгән музыка донъяһын, өмөттәрен, шөбһәләрен, иң ҡәҙерле уйҙарын-хыялдарын ул үҙ йөрәгенән йолҡоп ырғыта[6].
1908 йылда Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә, ә 1909 йылда тарих-филология факультетының философия бүлегенә уҡырға күсә.
1912 йылдың йәйендә Германияның Марбург университетында профессор Герман Когендың яңы кантсылар мәктәбе буйынса белем ала. Герман Коген Пастернакҡа Германияла фәйләсүф карьераһын дауам итер өсөн Марбургта ҡалырға кәңәш бирә. Пастернак ошо ваҡытта билдәле сәй менән һатыу итеүсе Д. В. Высоцкийҙең ҡыҙы Иданы кәләшлеккә һорай, ләкин ҡыҙ ризалығын бирмәй (был турала Пастернак «Марбург» тигән шиғырында һәм « Охранная грамота» тигән автобиографик повесында яҙған). 1912 йылда ата-әсәһе, һеңлеләре менән бергә Венецияға сәйәхәт ҡыла. Был турала ул шиғырҙарында яҙған. Германияла саҡта ул яҡын нәҫеле Ольга Фрейденберг(билдәле әҙәбиәт белгесе һәм уйлап сығарыусы Моисей Филиппович Фрейденбергтың ҡыҙы) менән күрешеп йөрөй. Уларҙы күп йыллыҡ дуҫлыҡ һәм хат яҙышыу бәйләгән.
Яҙыусылыҡ карьераһы
үҙгәртергәМарбургтан ҡайтҡас, Пастернак фәйләсүфлектән баш тарта һәм Мәскәү яҙыусылары менән яҡынлаша башлай. Ул символистарҙың « Мусагет» нәшриәтендәге түңәрәктәренең эшендә, һуңғараҡ Юлиан Анисимов һәм Вера Станевичтәрҙең әҙәби- артистлыҡ түңәрәгендә ҡатнаша (быларҙан «Лирика» тигән һуңғы символистар түңәрәге айырылып сыҡҡан). 1914 йылда Пастернак футуристарҙың «Центрифуга» берҙәмлегенә эйәрә (сөнки унда «Лирика»нан сыҡҡан — Николай Асеев һәм Сергей Бобровтар ҙа булған). Шул уҡ йылда футурист Владимир Маяковский менән таныша. Пастернактың ижадына һәм шәхесенә В. Маяковскийҙың йоғонтоһо бик ныҡ һиҙелерлек була. Һуңыраҡ, 1920-се йылдарҙа, Пастернак Маяковскийҙың «ЛЕФ» төркөмө менән бәйләнеш тота, ләкин ,ғөмүмән алғанда, революциянан һуң Пастернак, бер ниндәй ҙә берләшмәләргә инмәйенсә, үҙаллылыҡта тора.
1913 йылда Пастернак беренсе китабын — «Близнец в тучах»ты — «Лирика» төркөмөнөң коллектив йыйынтығында баҫтырып сығара, тик был китабын ул үҙе өлгөрөп етмәгән әҫәр тип иҫәпләй. 1928 йылда, «Близнец в тучах» китабының яртыһын һәм «Лирика» төркөмө йыйынтағындағы өс шиғырын берләштереп, шиғырҙарының күбеһен үҙгәртеп, «Начальная пора» циклында баҫтыра, ә ҡалған тәүге шиғырҙары иғтибарһыҙ ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, «Близнец в тучах» китабынан һуң, Пастернак үҙен һөнәри әҙәбиәтсе тип һанай башлай.
1916 йылда «Поверх барьеров» тигән китабы баҫылып сыға. 1916 йылдың ҡышын һәм йәйен Пастернак Уралда, Пермь губернаһының Александровский ҡалаһы янындағы Всеволод-Вильва ҡасабаһында, Всеволод-Виленский химик-заводтарының хужаһы Борис Збаргоның саҡырыуы буйынса, сауҙа-финанс хисабын алып барыусы һәм яҙыу эшмәкәренең ярҙамсыһы булып заводта эшләй. «Доктор Живаго» романындағы Юрятин ҡалаһы тип ул Пермь ҡалаһын һүрәтләгән. Ошо уҡ йылды шағир Березниковскийҙәге сода заводында ла була. С. П. Бобровҡа яҙған хатында (24 июнь 1916, өйөнән Всеволод-Вильваға киткән көндө) Пастернак «Любимов, Сольвэ һәм К» сода заводын һәм уның янындағы Европа үрнәгендәге ҡасабаһын «ҙур булмаған сәнәғәт Бельгияһы тип атаған»[7].
Пастернактың ата-әсәһе һәм һеңлеләре 1921 йылда, А. В. Луначарскийҙың шәхси үтенесе буйынса, Советтәр Рәсәйен ташлап сығалар һәм Берлинда (ә нацистар власты үҙ ҡулына алғандан һуң — Лондонда) йәшәй. Пастернак менән эмиграция эшсәндәре араһында эшлекле хат яҙышыуҙар башлана, айырым алғанда, Марина Цветаева менән. 1926 йылда Р. М. Рильке менән яҙыша башлай.
1922 йылда Пастернак рәссам Евгения Лурьеға өйләнә. 1922—1923 йылдарҙы улар Берлиндә, Пастернактың ата-әсәләрендә, ҡунаҡта булалар. Шул уҡ 1922 йылда шағирҙың «Сестра моя-жизнь» тигән программалы китабы сыға. Бында Пастернактың 1917 йылдың йәйендә яҙылған шиғырҙары инә. Киләһе 1923 йылдың 23 сентябрендә уларҙың ғаиләһендә улдары Евгений тыуа (вафат булған 2012 йылда).
1920 йылдарҙа «Темы и вариации» (1923) йыйынтығы, «Спекторский» шиғыр формаһында яҙылған романы (1925), «Высокая болезнь» циклы, «Девятьсот пятый год» һәм «Лейтенант Шмидт» поэмалары ижад ителгән. 1928 йылда Пастернак проза әҫәрҙәре яҙа башлай. 1930 йылда «Охранная грамота» тигән автобиографик повесын яҙа. Бында ул сәнғәткә һәм әҙәбиәткә булған үҙенең мөһим ҡараштарын яҙған.
Пастернактың ижадын рәсми рәүештә Совет власы тарафынан танып белеү ваҡыты булып 1920-се йылдарҙың аҙағы — 1930-сы йылдарҙың башы тора. Ул СССР яҙыусылар Союзы эшендә әүҙем ҡатнаша һәм 1934 йылда яҙыусылар съезында телмәр менән сығыш яһай. Унда Н. И. Бухарин Пастернакты Советтар Союзының иң яҡшы шағиры тип атай[* 1]. 1933 алып 1936 йылдарҙа шағирҙың бер томлыҡ шиғырҙары йыл һайын бер нисә тапҡыр баҫылып сыға.
1931 йылда, Пастернак Зинаида Николаевна Нейгауз (ҡыҙ фамилияһы Еремеева, 1897—1966), атаҡлы пианист Г. Г. Нейгауздың ҡатыны, менән Грузияға сәйәхәт ҡыла (түбәнерәк ҡарағыҙ). Беренсе никахын өҙөп, 1932 йылда Пастернак Зинаида Нейгаузға өйләнә. Шул уҡ йылда уның «Икенсе тыуыу» («Второе рождение») тигән китабы сыға. 1 ғинуарға ҡаршы төндә, 1938 йылда, Пастернак һәм уның икенсе ҡатынының улы Леонид тыуа (буласаҡ физик, вафат була 1976 йыл).
1935 йылда Пастернак Парижда үткән Яҙыусыларҙың халыҡ-ара тыныслыҡ конгресында ҡатнаша. Был уның һуңғы тапҡыр сит илгә сығыуы була, сөнки конгресс ваҡытында ул нервылар өйәнәгенән ауырый башлай. Белорус яҙыусыһы Якуб Колас үҙенең мемуарҙарында Пастернактың йоҡоһоҙлоҡтан һәм нервылары ҡаҡшауҙан зарланғанын әйтеп үтә[8].
1935 йылда Пастернак шағирәнең Сталинға яҙған хаттарынан һуң Анна Әхмәтованың иреккә сығарылған ирен һәм улын яҡлап сыға. 1935 йылдың декабрендә Пастернак Сталинға үҙе тәржемә яһаған «Грузинские лирики» китабын бүләк итә һәм китап менән бергә ебәрелгән хатында Әхмәтова туғандарының юлбашсы тарафынан ғәжәйеп, йәшен тиҙлегендә иреккә сығарылыуына үҙенең ҙур рәхмәтен белдерә[9].
1936 йылдың ғинуарында Пастернак И. В. Сталинға дан йырлаған ике шиғырын баҫтыра. Әммә 1936 йылдың уртаһында властарҙың уға ҡарашы үҙгәрә: уны «донъянан алыҫ тороуҙа» ғына түгел, ә «донъяға ҡарашы заманға тура килмәүҙә» ғәйепләйҙәр һәм әҫәрҙәренең тематикаһын һәм идеяларын бер һүҙһеҙ үҙгәртеүен талап итәләр. Был хәл Пастернакты байтаҡ йылдар буйына рәсми әҙәбиәттән ситләтеүгә килтерә. Пастернактың әҫәрҙәре Совет власынан алыҫлашып ҡына ҡалмай, күберәк шәхси һәм трагик төҫтәргә күмелә башлай.
1936 йылда ул Переделкинолағы дачаһына күсеп килә һәм тормошоноң аҙағына тиклем шунда йәшәй. 1939—1960 йылдарҙа ул ошо адрестағы дачала йәшәй: улица Павленко, 3 (хәҙер бында мемориаль музей). Уның 1930 - сы йылдарҙың уртаһынан алып Мәскәүҙә яҙыусылар йортондағы йәшәгән өйөнөң адресы: Лаврушинский переулок, д.17/19, кв.72.[10]
1930 йылдар аҙағында ул проза яҙа һәм тәржемәсе булараҡ йәшәр өсөн аҡса таба. Шул осорҙа Пастернак Шекспирҙың трагедияларын, Гетенең «Фауст», Шиллерҙың «Мария Стюарт» әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. Ул был эштәре менән яҡындарын аҡсаһыҙлыҡтан, ә үҙен «тормоштан ситтә тороуҙан» ҡотҡарғанлығын аңлай. Тик һуңынан ғына: "…тормошомдоң иң шәп йылдарын тәржемәгә бағышлап әрәм иттем ",- тип яҙа[11].
1942—1943 йылдарҙа Чистайҙаэ(Чистополдә)вакуацияла була. Бик күп кешеләргә аҡсалата ярҙам итә, шул иҫәптән Марина Цветаеваның репрессияланған ҡыҙы Марианна Эфронға ярҙам ҡулы һуҙа.
1943 йылда шағирҙың «На ранних поездах» исемле һуғышҡа тиклем һәм һуғыш ваҡытында яҙылған дүрт циклын үҙ эсенә алған шиғырҙар китабы сыға.
1946 йылда Пастернак Ольга Ивинская (1912—1995) менән таныша. Ул шағирҙың «музаһы» була. Пастернак Ольгаға бик күп шиғырҙарын бағышлай. Шағир үлгәнсе, улар бергә була.
1952 йылда Пастернак беренсе тапҡыр инфаркт менән ауырый. Был турала ул «В больнице» шиғырында яҙған.
Ауырыу шағирҙең хәле бик етди, ауыр була. Ләкин Пастернактың Нина Табидзегә 1953 йылдың 17 ғинуарында яҙып ҡалдырыуына ҡарағанда, тормошоноң аҙағы уны ҡурҡытмай, сөнки ул ҡулынан килгәндең барыһын да, ваҡыт мөмкинлек биреүҙән файҙаланып, томошонда килеп тыуған ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, яҙып тамамлап өлгөргән (Шекспир, Фауст, Бараташвили әҫәрҙәренең тәржемәләрен)[12].
Пастернак һәм Грузия[13]
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр Пастернак Грузия менән 1917 йылда «Памяти Демона» шиғырын , Лермонтовтың Кавказ темаһына эйәреп, яҙған саҡта ҡыҙыҡһына башлай.
1930 йылдың октябрь айында Пастернак Мәскәүгә килгән грузин шағиры Паоло Яшвили менән таныша.
1931 йылдың июлендә П. Яшвили саҡырыуы буйынса Борис Леонидович, Зинаида Николаевна Нейгауз һәм уның улы Адриано (Алик) Тифлискә килә. Ошонда ул Тициан Табидзе[* 2], Г. Леонидзе, С. Чиковани, Ладо Гудиашвилили, Николо Мицишвили һәм башҡа грузин сәнғәт эшмәкәрҙәре менән таныша һәм ныҡлап дуҫлаша.
Грузияла өс ай буйынса алған тәьҫораттары, грузин мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыуы шағирҙең рухи тормошонда ҙур эҙ ҡалдыра.
1932 йылдың 6 апрелендә Пастернак Мәскәүҙә грузин шиғриәте кисәһен үткәрә. Был Мәскәүҙә ойошторған әҙәби кисәлә Грузия шиғырҙарының рус теленә тәржемәһен үҙе уҡый. 30 июндә Пастернак П. Яшвилиға үҙенең Грузия тураһында яҙасағын белдереп хат яҙа[14].
1932 йылдың авгусында уның «Икенсе тыуыу»[15] тигән китабы «Тулҡындар» циклы менән баҫылып сыға.
1933 йылдың ноябрендә Пастернак яҙыусылар (Н. Тихонов, Ю. Тынянов, О. Форш, П. Павленко и В. Гольцев) бригадаһы составында Грузияға икенсе тапҡыр бара. 1932—1933 йылдарҙа Пастернак грузин шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итә.
1934 йылда Грузияла һәм Мәскәүҙә Пастернак тәржемәһендә Важи Пшавелдың «Змеед» тигән поэмаһы нәшер ителә.
1935 йылдың 4 ғинуарында Тәржемәселәрҙең 1-се Бөтә союз кәңәшмәһендә Пастернак үҙенең, нисек итеп, грузин шиғриәтен тәржемә итеүе хаҡында һөйләй. Шул уҡ йылдың 3 февралендә « Совет Грузияһы шағирҙары» конференцияһында ул грузин шағирҙарының шиғырҙарын уҡый.
1935 йылдың февралендә Пастернактың Мәскәүҙә «Грузияның лириктары» тигән тәржемә китабы сыға(рәссам Ладо Гунешли һүрәтләгән)[16], ә Тифлистә — Грузия шағирҙары Пастернак һәм Тихонов тәржемәһендә баҫтырыла. Т. Табидзенең әйтеүенсә, Пастернак грузин шағирҙарын тәржемә иткәндә шиғырҙарҙың мәғәнәһен генә дөрөҫ биреп ҡалмаған, ә шул уҡ ваҡытта, грузин һәм рус шиғырҙарының тәбиғи метрик системаһы оҡшаш булмауына ҡарамаҫтан, уларҙың моңон һаҡлаған, шиғырҙар иҫ киткес матур яңғырай[17].
1936 йылда тағы бер грузин шиғырҙары циклынан «Из летних заметок» китабын Тифлистә, грузин дуҫтарына арнап, яҙып бөтөрә[18].
1937 йылдың 22 июлендә Паоло Яшвили үҙен-үҙе атып үлтергән. Август айында Пастернак уның тол ҡалған ҡатынына[19] ,ҡайғыһын уртаҡлашып, хат яҙа.
10 октябрҙә Тициан Табидзе ҡулға алына, ә 16 декабрҙә атып үлтерелә. Пастернак күп йылдар дауамында уның ғаиләһенә матди һәм мораль ярҙам күрһәтә[20]. Шул уҡ йылда Пастернактың тағын бер грузин дуҫы Н. Мицишвили репрессияға эләгә.
Мәскәүгә һуғыш алдынан М. И. Цветаева ҡайтҡас, Пастернактың үтенесе буйынса Гослитиздатҡа уны тәржемәсе итеп эшкә алалар[21]. Цветаева Важа Пшавелдың өс поэмаһын (2000 юлдан күберәк) грузин теленән тәржемә итә[22], һәм ул грузин теленән руссаға тәржемә итеүҙең ҡыйынлығына бик ныҡ зарлана.
1945 йылда Пастернак шағир Н. Бараташвилиҙың барлыҡ һаҡланып ҡалған шиғырҙарын тәржемә итеп бөтөрә[23]. 19 октябрҙә Симон Чикованиҙың саҡырыуы буйынса Бараташвилиҙың юбилей тантаналарында Тбилисиҙағы Руставели исемендәге театрҙа сығыш яһай. Пастернактың Тбилисиҙан ҡайтыры алдынан, Нина Табидзе үҙ иренең ҡулға алыныуынан һуң тороп ҡалған запас герблы ҡағыҙҙарын Б. Пастернакка бүләк итә. Яҙыусының әйтеүе буйынса, «Доктор Живаго» романы ошо ҡағыҙҙарҙа яҙыла, һәм ул биттәрҙең һарғылт төҫө романға абруйлыҡ өҫтәй, ә яҙыусы романын был «Нина романы» тип һанай[12].
1946 йылда Пастернак «Николай Бараташвили» һәм «Несколько слов о новой грузинской поэзии» исемле ике мәҡәләһен яҙа[24]. П. Яшвили һәм Т.Табидзе исемдәрен иҫкә алыу рөхсәт ителмәгәс, ул икенсе мәҡәләһендә уларҙың исемдәрен бер ерҙә лә яҙмай. Ә 1956 йылда яҙылған «Люди и положения» тигән очеркының махсус булектәренә улар тураһындағы юлдарҙы индерә. Был очерк «Новый мир» журналында бары 1967 йылдың ғинуар айында ғына яҙылып сыға.[* 2].
1958 йылдың октябрь айында Пастернакты Нобель премияһы менән иң беренселәрҙән ҡотлаусы кеше — уның йортонда ҡунаҡ булыусы Тициан Табидзенең тол ҡатыны Нина була.
1959 йылдың 20 февраль — 2 марттарында Борис Леонидович һәм Зинаида Николаевна Грузияға һуңғы тапҡыр сәфәр ҡыла. Был сәфәрҙең сәбәбе булып, беренсенән, шағирҙың йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, элек Грузияла йәшәгән йорттарының һауаһын еҫкәгеһе килһә, икенсенән, властарҙың Пастернакты , Британия премьер-министры Г. Макмиллан менән осраштырмаҫ өсөн, Мәскәүҙән сығарыуҙары тора: Г. Макмиллан визит ваҡытында «Переделкино затворнигы» Пастернакты күреп, Нобель премияһынан баш тартыу сәбәбен белергә теләгән булған[25][26]. Нина Табидзе, Пастернактың һорауы буйынса, шағирҙың Грузияға килеүен сер итеп һаҡлап ҡала, тик рәссам Ладо Гудиашвили йортонда ғына бик яҡын кешеләр менән кисә үткәрелгән. Бөгөн Табидзеларҙың фатирында, Пастернак йәшәгән мемориаль бүлмәһендә, шағир файҙаланған әйберҙәр: түңәрәк өҫтәлде яҡтыртып торған иҫке модалы абажур, өҫтөндә Пастернак яҙышҡан контор өҫтәле — һаҡланған[27].
Грузия мәҙәниәтен, уның тамырҙарын аңларға тырышыу Пастернакты Грузияның тәүге христианлыҡ осорон яҙырға тигән фекергә килтергән. Пастернак грузин изгеләренең тормошо, археология ҡаҙыуҙары, грузин теле тураһында материалдар туплай башлай, тик был эш шағирҙың ваҡытһыҙ үлеүе арҡаһында тамамланмай ҡала.
Нина Табидзенең әйтеүе буйынса, 1930-сы йылдарҙа шағирҙың күренекле грузин сәнғәте вәкилдәре менән дуҫлыҡта булыуы, улар менән утыҙ йылдар[28] самаһында хаттар алышыуы, һөйләшеп йәшәүе арҡаһында Пастернак Грузияны үҙенең икенсе иле итеп һанай[29].
Ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныуы һәм грузин халҡын һәм уның мәҙәниәтен һөйөүе Пастернакҡа Н. Бараташвилиҙың «Судьба Грузии» поэмаһының геройы Ираклий II ышанысы кеүек ышаныс менән йәшәргә теләк өҫтәй[30][ниндәй?].
1990 йыл ЮНЕСКО тарафынан «Пастернак йылы» тип иғлан ителә. А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейында юбилейға арналған мемориаль күргәҙмәне ойоштороусылар «Пастернак һәм Грузия» тигән темаға бер айырым бүлек булдыра[13][* 3].
рус һәм грузин мәҙәниәттәрен үҫтереү тураһындағы мәсьәләләр шағирҙар Борис Пастернак һәм Тициан Табидзенең үҙ-ара мөнәсәбәттәре миҫалында ҡаралырға тейеш тип халыҡ-ара конференцияһына тәҡдим ителә. Был конференция 5 — 6 апрель, 2015 йылда Мәскәүҙең Дәүләт әҙәби музейында үтте[31].
«Доктор Живаго»
үҙгәртергәФевраль,1959 йыл. Б. Л. Пастернак үҙенең ижадында прозаның тотҡан урынына ҡарашы тураһында яҙған[32]:
…Я всегда стремился от поэзии к прозе, к повествованию и описанию взаимоотношений с окружающей действительностью, потому что такая проза мне представляется следствием и осуществлением того, что значит для меня поэзия.
В соответствии с этим я могу сказать: стихи — это необработанная, неосуществленная проза…
«Доктор Живаго» романы ун йыл буйына, 1945—1955 йылдарҙа, яҙыла. Яҙыусының үҙе баһалауынса, был роман уның позаик булараҡ яҙған әҫәрҙәренең иң юғары бейеклеге. Роман - Рәсәй интеллегенттарының быуат башынан алып Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осорҙағы драматик ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған тормошон сағылдырған ҙур күләмле әҫәр. Романда баш герой Юрий Андреевич Живагоның юғары поэтика менән һуғарылған шиғырҙары бар. Әҫәрҙе яҙыу осоронда Пастернак уның исемен бер нисә тапҡыр үҙгәрткән. Ул «Мальчики и девочки», «Свеча горела», «Опыт русского Фауста», «Смерти нет» тип тә аталып торған.
Кешелек йәшәйешенең иң изге — йәшәү һәм үлем, тарих, христиан дине — мәсьәләләрен күтәреүсе роман Совет власы, рәсми совет әҙәби мөхите тарафынан, бик ҙур негатив менән ҡаршы алына. Авторҙың Октябрь революцияһына һәм илдәге үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарашы рәсми ҡараштарға оҡшаш булмағанлыҡтан, уның был китабын баҫтырмайҙар. Э. Казакевич: « Был китапты уҡығандан һуң, Октябрь революцияһы яңылыш эш булған, уны эшләргә лә кәрәк булмаҫ ине тигән яңылыш фекергә килергә мөмкин», — тип, ә « Новый мир» журналының баш мөхәррире К. М. Симонов: «Пастернакҡа трибуна бирергә ярамай!» — тип яҙып сыға.
Китап донъяға башта 1957 йылда Италияның Фельтринелли нәшриәтендә баҫылып сыға. Ә унан һуң Голландияла һәм Бөйөк Британияла фәйләсүф һәм дипломат сэр Исая Берлиндың ҡатнашлығында нәшер ителә.
Голландияла һәм Бөйөк Британияла романдың баҫтырылып сығып, совет туристарына 1958 йылда үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Брюсселдә, Венала үткән йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыусыларға бушлай таратылып биреүе АҠШ-тың Үҙәк разведка идараһы тарафынан ойошторолған була[33][34]. ЦРУ, шулай уҡ СССР-ҙың социалистик блогы илдәрендә лә пропаганда маҡсатында, был китапты тарата[35][36][37]. Ул антикоммунистик пропагандалау өсөн романды хатта фарсы телендә лә баҫтыра[38].
Италия нәшриәте Голландия менән Бөйөк Британияны үҙенең баҫыусылыҡ хоҡуҡтарын был илдәрҙең боҙоуы тураһында ғәйепләп сыҡһа ла, ЦРУ был ғауғаны бик тиҙ генә баҫып ҡуя. Китаптың сит илдә сығарылғаны өсөн Пастернакты Совет яҙыусылар Союзынан сығаралар һәм совет матбуғаты биттәрендә битәрләй башлайҙар, хатта яҙыусыны, совет гражданлығынан мәхрүм итеп, СССР-ҙан сығарып ебәреүҙе талап итәләр. Әҙәбиәтселәр араһында Л. И. Ошанин, А. И. Безыменский, Б. A. Слуцкий, С. A. Баруздин, Б. Н. Полевой ҙа быға ҡушыла. Көнбайышта йәшәгән яҙыусы Владимир Владимирович Набоков та үҙенең Пастернак романына ҡаршы икәнлеген белдерә.
Нобель премияһы. Эҙәрлекләү
үҙгәртергә1946—1950 йылдарҙа, 1957 йылда Пастернак әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә.[39]. «1958 йылда уның кандидатураһы үткән йылғы Премия лауреаты Альбер Камю тарафынан Нобель премияһына тәҡдим ителә. 23 октябрҙә Пастернак Рәсәйҙә (И. A. Буниндан һуң) Нобель премияһы лауреаты исемен ала.
Был премияны яҙыусыға биреү уны эҙәрлекләүҙәргә килтерә. 1958 йылдың 23 октябрендә Суслов Михаил Андреевич инициативаһы менән КПСС Үҙәк комитеты Президиумы «Пастернактың яла яғыу романы тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә. Бында Нобель премияһы комитетының ҡарарына СССР-ҙы сираттағы «һалҡын һуғыш»ҡа тартыу тигән баһа бирелә[40].
«Әҙәби гәзиттә» 1958 йылдың 25 октябрендә Пастернак «советтәргә ҡаршы пропагандала ҡармаҡсының ҡармағындағы ем булырға ризалығын биреүсе» тип атала.[41]
Публицист Давид Заславский, Сергей Михалков, Владимир Семичастный ҙа яҙыусыны эҙәрлекләүгә үҙ өлөштәрен керетә.
1958 йылдың 31 октябрендә Мәскәүҙең СССР яҙыусылар йыйылышында Сергей Смирнов совет яҙыусыларын: „Пастернакты совет гражданлығынан сығарыуҙы һорап, хөкүмәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк“,- тип саҡырҙы.
Официоз яҙыусылар мөхите лә Пастернакҡа Нобель премияһы бирелеүгә ҡаршы сыға. Н. Грибачев һәм С. Михалков, шулай уҡ Вера Инбер Пастернакты, гражданлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеп, илдән сығарып ебәреүҙе талап итә[42].
27 октябрь 1958 йыл. СССР яҙыусылар Союзы, ойоштороу комитеты бюроһы, РСФСР яҙыусылар Союзы президиумы ҡарарҙары менән Пастернак Совет яҙыусылар Союзынан сығарыла[43]. Ҡарар бер тауыштан хуплана. Бер нисә яҙыусы төрлө сәбәптәр менән (шул иҫәптән, Твардовский, Шолохов, Каверин, Лавренев, Маршак, Эренбург, Леонов) йыйылышҡа килмәй ҡала[44]. Һуңыраҡ Твардовский һәм Лавренев «Литературная» газетаһында (25 октябрь, 1958 йыл) Пастернак романына тәнҡит һүҙҙәре яҙып сығара[45]. Бөтә ил буйынса Пастернакты ғәйепләүсе йыйылыштар булып уҙа.
Б. Л. Пастернакҡа Нобель премияһы биреү шул уҡ йылда совет физиктары П. А. Черенков, И. М. Франко һәм И. Е. Таммузға Нобель премияһы биреү ваҡытына тура килә. 29 октябрҙә «Правда» гәзитендә алты академик был физиктар ҙур асыш яһағанлыҡ өсөн премияға лайыҡ булды, ә Пастернакҡа, политик иҫәп тотоп, премия бирҙеләр, тип яҙып сығал. 29 октябрҙә Переделкинолағы Пастернак янына академик М. А. Леонтович килә һәм «ысын физиктар был мәҡәләнең дөрөҫ яҙылмауын иҫбатлай, ә Пастернак хаҡындағы һүҙҙәрҙе уларҙың теләгенән башҡа яҙып ҡуйғандар»-, тип белдерә. Академик Л. А. Арцимович, Павловтың ғалимдәргә әйткән «белгәндәреңде генә һөйлә» тигән васыятына таянып, был мәҡәләгә, «Доктор Живаго» романын уҡып сыҡмайынса, ҡул ҡуймаясағын әйткән :[46][47].
«Уҡыманым, тик шулай ҙа ғәйепләйем!» тигән девиз аҫтында бөтә ил буйынса Пастернакты фашлау йыйылыштары үтә.
Ошо ғәйепләүҙәр арҡаһында Пастернак Нобель премияһын алыуҙан үҙ ирке менән баш тарта[48].
Джавахарлал Неру һәм Альбер Камю, Нобель лауреаттары Пастернакты яҡлап, Никита Хрущёвҡа[46] бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, тик былар барыһы ла бушҡа булып сыға. Яҙыусыны бары тик илдән сығарып ебәрмәйҙәр һәм төрмәгә ултыртмай ғына ҡалдыралар.
СССР яҙыусылар Союзынан сығарылһа ла, Пастернак Литфонд ағзаһы булып ҡала, гонорарҙарын алырға ла хоҡуҡлы була. Уның түҙә алмайынса илдән сығып китеүен көткән кешеләрҙең ҡысыуын баҫып, Пастернак Хрущев исемендә яҙған хатында: «Тыуған илемде ташлап китеү минең өсөн үлемгә тиң. Мин Рәсәй менән донъяға тыуыуым, тормошом, эшем менән бәйле»,-тип яҙа[49].
Көнбайышта баҫылып сыҡҡан «Нобелевская премия» шиғыры өсөн Пастернак 1959 йылдың февралендә СССР-ҙың Генераль прокуроры Р. А. Руденкоға саҡырыла. Унда шағирға 64-се «Измена Родине» тигән статья менән янайҙар, тик был бары ҡурҡытыу ғына булып ҡала, яҙыусыға бер ни ҙә эшләмәйҙәр.
1959 йылдың йәйендә Пастернак «Слепая красавица» тигән пьесаһын яҙа башлай, тик үпкә яман шеше башланыу сәбәпле яҙып бөтөрмәй, ныҡ ауырый башлай.
Шағирҙың үлеме
үҙгәртергәШағирҙың улы иҫтәлектәре буйынса, 1960 йылдың 1 майында ауырыу Пастернак, үлерен һиҙеп, танышы Е. А. Крашенинникованан[50] дин буйынса тәүбә иттереүен һорай.
1960 йылдың 30 майында Переделкинола Пастернак үпкә яман шешенән үлә. Уның үлеме тураһындағы хәбәр «Литературная газета»(2 июнь) һәм «Литература и жизнь» (1 июнь) гәзиттәрендә баҫылып сыға[51].
Ерләү
үҙгәртергәБорис Пастернак Переделкино зыяратында ерләнә. Күп кешеләр (улар араһында Наум Коржавин, Булат Окуджава, Андрей Вознесенский) 1960 йылдың 2 июнендә уны ерләшергә килә. Ҡәберенә скульптор Сарра Лебедева эшләгән һәйкәл ҡуйылған.
Үлгәндән һуң
үҙгәртергәПастернактың ҡәберендәге һәйкәл бер нисә тапҡыр вандалдар тарафынан мәсхәрәләнә. Хәҙерге көндә Пастернакҡа, уның ҡатыны Зинаида Николаевнаға һәм улдары Леонидҡа, үгәй улы Андриан Нейгаузға зур дөйөм һәйкәл ҡуйылған[52].
Ҡәберҙәр янында унда килеүсе экскурсанттар өсөн бәләкәй генә майҙансыҡ та бар.
Ғаиләһе
үҙгәртергәБеренсе ҡатыны — Евгения Владимировна Пастернак. Улдары — Евгений Пастернак (1923—2012).
Икенсе ҡатыны — Зинаида Николаевна Нейгауз-Пастернак. Пастернактарҙың был ғаиләһендә Зинаида Нейгауз менән уның беренсе ире Генрих Нейгауздарҙың ике улы, шул иҫәптән пианист Станислав Нейгауз тәрбиәләнә. Был никахтан Пастернактың икенсе улы — Леонид Пастернак тыуа.(Ул 1976 йылда 38 йәшендә вафат булған)[53].
Пастернактың һуңғы мөхәббәте, Ольга Ивинская (улар1948 йылда ҡауышалар), шағир үлгәндән һуң, яла яғылып, төрмәлә 4 йыл ғүмерен үткәрә (1964 йылға тиклем), аҙаҡ яҙыусының мираҫлыҡҡа васыят итеп ҡалдырған гонорар аҡсаһына Савеловский вокзалы янында фатир һатып ала һәм, 1995 йылдың 8 сентябрендә үлгәненсә, шул фатирҙа йәшәй. Переделкино зыяратында ерләнгән.
Борис Пастернактың 4 ейәне һәм 10 бүләсәре бар.
Реабилитация
үҙгәртергәЙылдар үтә барыу менән Совет властарының Пастернакҡа ҡарашы үҙгәрә төшә. Уның тураһында З. С. Паперный яҙған ике мәҡәлә „Ҡыҫҡаса әҙәби энциклопедияһында“[54] (1968) һәм „Ҙур совет энциклопедияһында“[55] (1975) баҫылып сыға. Бары романын ғына баҫтырырға рөхсәт итмәйҙәр.
СССР-ҙа 1989 йылға тиклемге әҙәбиәт фәне буйынса мәктәп программаларында Пастернактың ижады бер тапҡыр ҙа иҫкә алынмай. (т. Цензура СССР-ҙа).
1987 йылда Пастернакты Совет яҙыусылар Союзынан сығарыу тураһындағы ҡарар ғәмәлдән сығарыла. 1988 йылда «Доктор Живаго» беренсе тапҡыр СССР-ҙа («Новый мир») баҫтырып сығарыла. 1988 йылдың йәйендә Пастернак исеменә Нобель премияһы биреү тураһындағы диплом яҙыла һәм уның вариҫтарына Стокгольмға килгән шағир Андрей Вознесенский аша ебәрелә[56]. 1989 йылдың 9 декабрендә шағирҙың улы — Евгений Пастернакҡа атаһының Нобель премияһы лауреаты миҙалы тапшырыла. Уның мөхәррирлеге аҫтында шағирҙың бер нисә шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарыла. XX—XXI быуат башында Рәсәйҙә Пастернактың бик күп һандағы йыйынтыҡтары, иҫтәлектәре, тормош юлы тураһындағы материалдары донъя күрә.
Музейҙар һәм хәтер
үҙгәртергә1984 йылдың октябрь айында суд ҡарары буйынса Пастернактың Переделкинолағы дачаһы, уның туғандарынан тартып алынып, дәүләт милкенә әйләндерелде . Ике йылдан һуң,1986 йылда, дачала СССР-ҙағы Пастернактың иң тәүге музейына нигеҙ һалынды[57].
1980 йылда Пастернактың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Ҡырым астрофизик обсерваторияһының астрономы Людмила Караскина үҙе асҡан астероидҡа Пастернак исемен бирҙе.(21 февраль 1980 й.).
1990 йылда, шағирға 100 йыл тулыу уңайынан, шағирҙың Чистай (Чистополь) ҡалаһындағы музейы үҙенең ишектәрен асты». Бында (1941—1943) Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында шағир эвакуацияла йәшәгән[58], шулай уҡ Переделкинола үлгәненсә йәшәгән йортонда ла музей асылды.[59]. Музей директоры- Наталья Пастернак, шағирҙең бәләкәй улы Леонидтың тол ҡалған ҡатыны)[60].
2008 йылда Всеволодо-Вильвелә (Пермь крайы) шағирҙың 1916 йылдың ғинуарынан июнь бөткәнсе йәшәгән йортонда шулай уҡ музей асылды[61][62].
2009 йылда Пермь ҡалаһының байрамы көнөндә Рәсәйҙә шағирға арналған иң тәүге һәйкәл ҡуйылды. Ул опера театры янында урынлашҡан, һынсыһы-Елена Мунц)[63][64].
Бөгөнгө көндә Пастернак тыуған йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды (Оружейный переулок, д. 3)[65].
Пастернакҡа Нобель премияһы бирелеүгә 50 йыл тулыуға арнап, Монако кенәзлеге уның хөрмәтенә почта маркаһы сығарҙы[66].
2015 йылдың 27 ғинуарында Рәсәй почтаһы шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан оригиналь маркалы конверт сығарҙы[67].
2015 йылдың 1 октябрендә Чистайҙа (Чистополь) Пастернакҡа һәйкәл асылды.
Яҙыусы ижадының сәнғәттә сағылышы
үҙгәртергәКинематографта
үҙгәртергәСит илдәрҙә
үҙгәртергә«Доктор Живаго» беренсе тапҡыр Бразилияла 1959 йылда экранға телефильм («Doutor Jivago»)булып сыға
Донъяла иң танылған экранлаштырыу булып, Голливудта 1965 йылда ДэвидЛин ҡуйған һәм биш тапҡыр «Алтын глобус» һәм биш тапҡыр «Оскар» фигураһын алған фильм тора.[68].
Өсөнсө спектакль режиссёр Джакомо Кампиони (итал. Giacomo Campiotti) 2002 йылда ҡуйған фильм..
СССР-ҙа
үҙгәртергәСовет телевизор ҡараусылары Пастернактың шиғырҙары менән 1976 йылда «Ирония судьбы, или с легким паром!» фильмын ҡарағанда танышалар. Һуңыраҡ Эльдар Рязанов Пастернактың башҡа шиғырҙарын «Служебный роман», һәм «Любить иных — тяжелый крест» фильмдарына ла индергән.
Рәсәйҙә
үҙгәртергә«Доктор Живаго» 2005 йылда Александром Прошкин тарафынан киноға төшөрөлә. Доктор Живаго ролен Олег Меньшиков башҡара. Был киноға тәнҡитселәр ҡапма-ҡаршы ҡарашлы мәҡәләләр яҙалар.
Киновоплощения
үҙгәртергә- Александр Смирнов, Леонид Айзель («Икенсе драма» («Pasternak»), СССР, Бөйөк Британия, 1990)
- Александр Кударенко («Есенин», Рәсәй, 2005)
- Александр Осинский («Генерал», Рәсәй, 1992)
- Сергей Юрский («Фурцева», Рәсәй, 2011)
- Евгений Князев («Ғибәрәткә дан», Рәсәй, 2013)
- Александр Барановский («Маяковский. Ике көн», Рәсәй, 2013)
Театрҙа ҡуйылған әҫәрҙәр
үҙгәртергә1987 йылда Британия композиторы Найджел Осборндың «Электрификация Советского Союза» тигән операһы Борис Пастернак әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған[69].
2006 йылда Пермь академия театрында режиссёр Борис Мильграм, композитор Александр Журбин һәм драматург Михаил Бартенев «Доктор Живаго» мюзиклын ҡуйған. Уның премьераһы 30 декабрҙә булған[70].
Замандаштары ижадында
үҙгәртергәАнна Әхмәтова, Варлам Шаламов, Герман Плисецкий, Борис Чичибабин, Александр Галичтар үҙҙәренең шиғырҙарын Борис Пастернакҡа бағышлап яҙғандар.[71]. [72]
Библиография
үҙгәртергә2005 йылдың октябрь айында «Слово» нәшриәте тарихта иң беренсе тулы йыйынтығын баҫтырып сығарҙы (дөйөм тиражы тәшкил иткән 5000 дана). Йыйынтыҡ шағирҙың улы Евгений Борисович һәм Елена Владимировна Пастернактар тарафынан яһалған. Инеш һүҙен Лазарь Флейшман яҙған[73]. Тәүге ике томына — шиғырҙары, өсөнсөһөнә-повестары һәм мәҡәләләре, дүртенсе томына — «Доктор Живаго», бишенсеһенә — драма һәм публицистик әҫәрҙәре, алтынсыһына шиғри тәржемәләре ингән. Шағирҙың ғүмере буйынса яҙған 1675 хаттары дүрт том тәшкил иткән. Һуңғыһында, ун беренсе томында, замандаштарының Пастернак тураһындағы иҫтәлектәре урынлашҡан Шулай уҡ был йыйынтыҡҡа «Доктор Живаго» романының ҡараламалыры ла ҡуйылған. Бында"Гамлеттың" тәржемәһе, «Лейтенант Шмидт» поэмаһының баҫтырылып сығарылған өҙөктәре лә бар.
Әҫәрҙәре һәм китаптары
үҙгәртергә- Пастернак Б. Л. Близнец в тучах. — М.: «Лирика», 1914.
- Пастернак Б. Л. Детство Люверс. — 1918. опубл. в 1922.
- Пастернак Б. Л. Три главы из повести // «Московский понедельник» : газета. — 1922.
- Пастернак Б. Л. «Охранная грамота», первые главы в журнале «Звезда» N 8 — 1929 год.
- Пастернак Б. Л. Воздушные пути. — М., ГИХЛ, 1933. — 142 с.
- Пастернак Б. Л. Второе рождение. — М.: «Советский писатель», 1934. — 95 с. — 10 200 экз.
- Пастернак Б. Л. Грузинские лирики. — М.: «Советский писатель», 1935.
- Пастернак Б. Л. На ранних поездах. — 1943.
- Пастернак Б. Л. Когда разгуляется, цикл стихотворений, полностью издан посмертно в «Избранном» (М., 1961).
- Пастернак Б. Л. Доктор Живаго. — М.: «Советский писатель», 1989. — 736 с. — 200 000 экз.
- Пастернак Б. Л. Стихотворения и поэмы: В 2-х т / Сост., подг. текста и примеч. В. С. Баевского и Е. Б. Пастернака. — 3-е изд. — Л.: «Советский писатель», 1990. — (Библиотека поэта. Большая серия). — 100 000 экз.
- Пастернак Б. Л. Не я пишу стихи… Переводы из поэзии народов СССР. — М.: «Советский писатель», 1991. — 352 с.
- Пастернак Б. Л. Избранные сочинения / Сост. и комм. Е. В. Пастернак. — М.: РИПОЛ КЛАССИК, 1998. — (Бессмертная библиотека). — 10 000 экз.
- Пастернак Б. Л. Письма к родителям и сестрам. — М.: Новое литературное обозрение, 2004. — 896 с. — 3000 экз. — ISBN 5-86793-289-3.
- Переписка Бориса Пастернака. — М., Художественая литература, 1990. — 576 с., 250 000 экз.
- Пастернак Б. Л. «Земной простор» — Иркутск, Восточно-Сибирское книжное издательство, 1990, 50 000 экз.
Музыкаль әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Прелюдия " ми-бемоль минор (1906)
- Прелюдия соль-ди ез минор
- Фортепиано өсөн Соната (1909 йыл) (1 өлөш), (2 өлөш)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Пастернак в своем выступлении ответил, что нельзя жертвовать своим «лицом ради положения… слишком велика опасность стать социалистическим сановником… Каждый, кто этого не знает, превращается из волка в болонку…» — Борис Пастернак. Биография — М.: Цитадель, 1997, 728 с., — с. 497
- ↑ На грузинском языке — в журнале «Мнатоби», 1956, № 11—12.
- ↑ 4 ноября 2008 г. 50-летию последнего приезда поэта в Тбилиси было посвящено выступление И. Емельяновой «Пастернак и Грузия» в Институте грузинского языка и литературы имени Шота Руставели
- ↑ Поливанов К. М. Пастернак и современники: Биография. Диалоги. Параллели. Прочтения — М.: ГУ ВШЭ, 2006. — 272 с. — С. 11—12. — ISBN 5-7598-0361-1
- ↑ Каган Ю. М. Об «Апеллесовой черте» Бориса Пастернака . Литературное обозрение, № 4. С. 43–50. screen.ru (1996). Дата обращения: 23 август 2013. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
- ↑ История школы №91 . 91.ru. Дата обращения: 23 август 2013. 2010 йыл 30 апрель архивланған.
- ↑ Е. Пастернак. Борис Пастернак. Материалы для биографии — М.:Сов. писатель, 1989, с. 92
- ↑ Асмус В. Пастернак об искусстве. — Таллинн, Радуга, № 9, с.68
- ↑ Люди и положения -//Борис Пастернак. Воздушные пути — М.:Сов. писатель, 1982, с. 424
- ↑ Гайсин О. Д. Опыт проектирования соцгорода Березники (1930—1940-е гг.) . nasledie.perm.ru (12 декабрь 2007). Дата обращения: 23 август 2013. 2008 йыл 10 февраль архивланған.
- ↑ Колас Я. Збор твораў у чатырнаццаці тамах. — Том 11. Публіцыстычныя і крытычныя артыкулы 1917—1946 гг.. — Минск: Маст. літ, 1976. — С. 188. — 424 с.
- ↑ Д. Быков. Сын сапожника и сын художника // Нева. — 2005b. — № 3. — ISSN 0130741-X.
- ↑ Фейнберг М. Комментарии в кн. Б. Пастернак, З. Пастернак «Второе рождение». М.: Дом-музей Бориса Пастернака, 2010, с.184, 469, 475.
- ↑ Существованья ткань сквозная. Б. Пастернак. Переписка с Евгенией Пастернак — М.: НЛО, 1998, 592 с., — с. 548
- ↑ 12,0 12,1 Пастернак Е. Б. Борис Пастернак. Биография — М.: Цитадель, 1997, 728 с.
- ↑ 13,0 13,1 Мир Пастернака. — М.: Сов. художник, 1989. — 206 с.
- ↑ Борис Пастернак. Собрание сочинений в пяти томах — М.: Худ. лит-ра, 1992. — Т. 5. — С. 325—328.
- ↑ Борис Пастернак. Второе рождение — М.: Федерация, 1932.
- ↑ Б. Пастернак. Грузинские лирики — М.: Сов. писатель, 1935.
- ↑ Пастернак Б. Не я пишу стихи… Переводы из поэзии народов СССР — М.: Советский писатель, 1991, 352 с.
- ↑ Новый мир : журнал. — 1936. — № 10.
- ↑ Борис Пастернак. Собрание сочинений в пяти томах — М.: Худ. лит-ра, 1992. — Т. 5. — С. 372—374.
- ↑ Нина Табидзе. Радуга на рассвете. // Воспоминания о Борисе Пастернаке. — М.: Слово, 1993. — С. 289—307.
- ↑ Существованья ткань сквозная. Борис Пастернак. Переписка с Евгенией Пастернак — М.: НЛО, 1998. — С. 410. — 592 с.
- ↑ Марина Цветаева. Сочинения. Том второй — М.: Худлит, 1988. — С. 546. — 640 с.
- ↑ Грузинские романтики. — Л.: Сов. писатель, 1978. — 336 с.
- ↑ Борис Пастернак об искусстве. — М.: Искусство, 1990. — С. 170—175.
- ↑ Быков, 2008, с. 833–834
- ↑ Ленский И. Стальное предначертание . stopstamp.ru. Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Пастернак и Грузия. Неуничтоженная любовь .
- ↑ Письма грузинским друзьям. // Литературная Грузия. — 1966. — № 1—2.
- ↑ Выход в Грузию (о Борисе Пастернаке) — //в кн. — Г. Маргвелашвили. Когда на нас глядит поэт… — М.: Сов. писатель, 1990. — 336 с. — сс. 69 — 155
- ↑ Борис Пастернак. Воздушные пути. Проза разных лет. — М.: Сов. писатель, 1982. — С. 389.
- ↑ Пастернак и Тициан Табидзе: дружба поэтов как диалог культур» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Борис Пастернак.
- ↑ During Cold War, CIA used ‘Doctor Zhivago’ as a tool to undermine Soviet Union
- ↑ .The CIA and 'Doctor Zhivago': Explore the cache of documents 2016 йыл 22 апрель архивланған. // «The Washington Post», April 6, 2014, p.
- ↑ .ЦРУ участвовало в издании «Доктора Живаго» в годы холодной войны 2014 йыл 8 апрель архивланған. // РБК от 7 апреля 2014
- ↑ «Доктор Живаго» — орудие пропаганды в руках ЦРУ?
- ↑ Кузьменко, 7 апреля 2014
- ↑ «Доктор Живаго» в борьбе с коммунизмом // BBC от 26 июля 2001
- ↑ Архив Фонда Нобеля
- ↑ Золотоносов М. Ленинградская двухдневка ненависти: „Братья Ершовы“ против „Доктора Живаго“ — НЛО, 2013, № 120
- ↑ Провокационная вылазка международной реакции . Литературная газета, №128(3939). starosti.ru (25 октябрь 1958). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Пастернак Е. Б. Хроника прошлых лет — Знамя, 2008, № 12
- ↑ АНТОЛОГИЯ САМИЗДАТА :: Стенограмма общемосковского собрания писателей. 31 октября 1958 г. antology.igrunov.ru. Дата обращения: 3 февраль 2016. 2012 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ Записка Отдела культуры ЦК КПСС об исключении Пастернака из Союза писателей . hrono.ru (28 октябрь 1958). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ А. Т. Твардовский и др. В редакцию «Литературной газеты» . Литературная газета, №128(3939). vivovoco.astronet.ru (25 октябрь 1958). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ 46,0 46,1 Пастернак Е., 2008
- ↑ Левин М. Л. Презумпция невиновности . Академик М. А. Леонтович: Ученый. Учитель. Гражданин: М.: Наука, 2003. vivovoco.astronet.ru. Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Б. Пастернак и власть
- ↑ Борис Пастернак. Лауреаты Нобелевской премии . n-t.ru (9 май 0199). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Существованья ткань сквозная. Б. Пастернак. Переписка с Евгенией Пастернак — М.: НЛО, 1998, 592 с., — с. 566
- ↑ Фейнберг М. Комментарии в кн. Б.Пастернак, З.Пастернак «Второе рождение». М.: Дом-музей Бориса Пастернака, 2010, с.475.
- ↑ Новости города — Пермь: Вандализм — не хулиганство!(недоступная ссылка)
- ↑ Пастернак Борис Леонидович 2015 йыл 17 июнь архивланған..
- ↑ Пастернак, Борис Леонидович — статья из Краткой литературной энциклопедии (Тикшерелеү көнө: 24 август 2013)(Проверено 24 августа 2013)
- ↑ Пастернак Борис Леонидович — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)Большой советской энциклопедии (3-е издание) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2013)(Проверено 19 марта 2013)
- ↑ Евгений Пастернак. Хроника прошедших лет // Знамя. 2008. №12 .
- ↑ Фейнберг М. Комментарии в кн. Б.Пастернак, З.Пастернак „Второе рождение“. М.: Дом-музей Бориса Пастернака, 2010, с.469
- ↑ Музей Бориса Пастернака в Чистополе . museum.prometey.org. Дата обращения: 23 август 2013. 2011 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Информация о доме-музее Б. Л. Пастернака . museum.ru; archive.org. Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Осквернён памятник на могиле Бориса Пастернака . rosbalt.ru (10 ноябрь 2006). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Дом Пастернака во Всеволодо-Вильве . museum.perm.ru. Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Официальный сайт музея «Дом Пастернака» . dompasternaka.ru. Дата обращения: 23 август 2013. 2013 йыл 4 сентябрь архивланған.
- ↑ «НТВ»: В Перми открыли памятник Борису Пастернаку
- ↑ Игнатьева Ю. Бронзовый Пастернак вернётся на Волхонку . inauka.ru (14 декабрь 2006). Дата обращения: 23 август 2013.
- ↑ Испытание для дома, где родился Пастернак 2011 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Почтовая марка, посвященная Борису Пастернаку . chichkin.org (3 февраль 2009). — По рисунку художника Г. Шишкина. Дата обращения: 15 август 2013. 2013 йыл 4 сентябрь архивланған.
- ↑ 125 лет со дня рождения Б.
- ↑ Levy E. All About Oscar: The History and Politics of the Academy Awards. — 2,. — Continuum International Publishing Group, 2003. — С. 17. — 390 с. — ISBN 9780826414526.
- ↑ Konrad Heidkamp. Revolution als Liebesdrama (нем.), Zeit Online. 19 февраль 2010 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ «Новые Известия»: «Доктор Живаго» танцует танго 2009 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Ахматова А.
- ↑ Ефим Гофман.
- ↑ Lenta.ru: Впервые издано полное собрание сочинений Бориса Пастернака
Әҙәбиәте
үҙгәртергәДокументтар
үҙгәртергә- Рашковская М. А. Борис Пастернак и Сергей Бобров: письма четырёх десятилетий // Stanford Slavic Studies. — Stanford, 1996. — Vol. 10.
- Семейная переписка Бориса Пастернака 1921—1960 годов. — Stanford, Calif.: Hoover Institution Press, 2010. — 439 с. — ISBN 978-0-8179-1024-2.
Мемуарҙар
үҙгәртергә- Воспоминания о Борисе Пастернаке. (сборник). — М.: Слово/Slovo, 1990.
- Вильям-Вильмонт Н. Н. Воспоминания о Борисе Пастернаке // Воспоминания и мысли. — М., 1989.
- Гинзбург Л. Записные книжки. Воспоминания. Эссе. — СПб.: СПб-Искусство, 2002.
- Гладков А. Встречи с Пастернаком. — М.: Арт-Флекс, 2002.
- Ивинская О. В. В плену времени // Годы с Борисом Пастернаком. — М.: Либрис, 1992.
- Масленникова З. А. Борис Пастернак. Встречи. — М.: Захаров, 2001.
- Пастернак Е. Б., Пастернак Е. В. Жизнь Бориса Пастернака: Документальное повествование. — СПб.: изд-во журнала «Звезда», 2004.
- Пастернак Е. Б. Хроника прошедших лет // Знамя. — 2008. — № 12. — ISSN 0130-1616.
- Цветаева М. Эпос и лирика в современной России: Владимир Маяковский и Борис Пастернак // Сочинения в 2-х т. — М., 1990.
- Чуковская Л. К. Борис Пастернак // Сочинения. В 2 т. — М.: Арт-Флекс, 2001.
Тикшеренеүҙәр
үҙгәртергә- Альфонсов В. Н. Поэзия Бориса Пастернака. — Л.: Союз писателей, 1990. — ISBN 5-265-01492-6. (переиздание: Альфонсов В. Н. Поэзия Бориса Пастернака. — СПб.: «Сага», 2001. — ISBN 5-901609-01-8.)
- Баевский В. С. Пастернак-лирик. — Смоленск, 1993.
- Баевский В. С. Остраннение: К поэтике Бориса Пастернака. — Смоленск: СмолГУ, 2013.
- Иванова Н. Б. Борис Пастернак. Участь и предназначение. Биографическое эссе. — СПб., 2000.
- Иванова Н. Б. Борис Пастернак и другие. — М.: Эксмо, 2003.
- Иванова Н. Б. Борис Пастернак. Времена жизни. — М.: Время, 2007.
- Фатеева Н. А. Поэт и проза. Книга о Пастернаке. — М.: Новое литературное обозрение, 2003. — 400 с. — ISBN 5-86793-224-9.
- Флейшман Л. С. Борис Пастернак в двадцатые годы. — München: Wilhelm Fink Verlag, 1980. — ISBN 3-7705-1949-3. (российское переиздание: Л. С. Флейшман. Борис Пастернак в двадцатые годы. — СПб.: Академический проект, 2003.)
- Флейшман Л. С. Борис Пастернак в тридцатые годы. — Jerusalem: The Magnes Press. The Hebrew University, 1984.
- Якобсон Р. О. Заметки о прозе поэта Пастернака // Работы по поэтике. — М., 1987.
Беллетристика
үҙгәртергә- Быков Д. Л. Борис Пастернак. — М.: Молодая гвардия, 2005a. — 896 с. — (ЖЗЛ). — ISBN 5-235-02791-4.
- Быков Д. Л. Борис Пастернак. — М.: Молодая гвардия, 2008. — 892 с. — (ЖЗЛ). — ISBN 523503113X.
- Карпенко А. Н. Двойной портрет Пастернака и Мандельштама на фоне исторической неизбежности.
- Катаева Т. Другой Пастернак: Личная жизнь. Темы и варьяции. — Мн.: Современный литератор, 2009. — 605 с. — ISBN 978-985-14-1614-7.
- Ливанов В. Неизвестный Борис Пастернак. — М.: Дрофа, 2002.
- Толстой И. Н. Отмытый роман Пастернака: «Доктор Живаго» между КГБ и ЦРУ. — М.: Время, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБорис Пастернак Викимилектә | |
Борис Пастернак Викияңылыҡтарҙа |
- Борис Пастернак стихи
- Борис Пастернак «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Борис Пастернак. Биография, поэзия и проза . pasternak.niv.ru. — Сайт, посвященный Б. Л. Пастернаку. Дата обращения: 23 август 2013.
- Шаламов В. Переписка и воспоминания о Б. Л. Пастернаке . shalamov.ru. Дата обращения: 23 август 2013. 2013 йыл 6 март архивланған.
- Нобелевская премия Бориса Пастернака. Воспоминания сына . n-t.ru (10 ноябрь 2001). Дата обращения: 23 август 2013.
- Документы по теме «Борис Пастернак и власть» // Альманах Россия XX век . Международный фонд «Демократия» (Фонд А. Н. Яковлева). Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года. (Афиани В. Ю. Вступительная статья . alexanderyakovlev.org. Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года.)
- Стенограмма заседания Общемосковского собрания писателей СССР «О поведении Б. Пастернака» . antology.igrunov.ru (31 октябрь 1958). Дата обращения: 23 август 2013. 2012 йыл 6 февраль архивланған.
- Борисов В. М. Река, распахнутая настежь. К творческой истории романа Бориса Пастернака «Доктор Живаго» . pasternak.niv.ru (1988). Дата обращения: 23 август 2013.
- Зыслин Ю. Александр Галич: «Пастернак будет жить вечно» . Русская Америка, №342. rusamny.com (2005). Дата обращения: 15 август 2013. 2013 йыл 1 апрель архивланған.
- Карпенко А. Гамлет Пастернака: иносказание как судьба (8 октябрь 2011). Дата обращения: 15 август 2013. 2013 йыл 18 февраль архивланған.
- Леви В. Пунктир Пастернака . levi.ru. — Воспоминания. Дата обращения: 23 август 2013.
- Николаев А. И. О некоторых особенностях переводов стихов Бориса Пастернака на английский язык . listos.jimdo.com. Дата обращения: 15 август 2013.
- Пастернак Е. Б. Письмо в Мучкап на открытие памятника Борису Пастернаку . shapkino.ru (8 июль 2012). Дата обращения: 23 август 2013.
- Сарнов Б. Диалог продолжается . Лехаим, №8(184). lechaim.ru (2007). Дата обращения: 23 август 2013.
- Борис Пастернак читает свои стихи (аудио)
- Борис Пастернак: стихи в «Антологии русской поэзии»
- Борис Пастернак. О переводчике трагедии Шекспира «Ромео и Джульетта», текст перевода (1942 г.)
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |