Беларусь Геройы (бел. Герой Беларусі) — Белоруссияның дәүләт наградаһы — ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә торған юғары исем.

Беларусь Геройы
Атамаһы

Герой Беларусі

Ил

Белоруссия Белоруссия

Награда төрө

исем

Кемгә бирелә

Беларусь Республикаһы граждандары, сит ил граждандары, гражданлығы булмаған кешеләр

Награда тапшырыла

дәүләт һәм йәмғиәт алдында күрһәткән, Беларусь Республикаһының азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо һәм сәскә атыуы хаҡына эшләнгән ҡаһарманлыҡ менән бәйле, ғәҙәттән тыш хеҙмәте өсөн

Статус

тапшырыла

Статистика
Параметрҙара

диаметр — 33 мм, материал — алтын 585 (келәймәһе)

Раҫланған ваҡыты

{{{ДатаУчреждения}}}

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

11

[[commons:Category: Hero of Belarus Викимилектә|Беларусь Геройы]] Викимилектә

Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы ҡарары менән булдырыла.[1] Бөгөнгө көндә был Ҡарар Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы Законы менән алмаштырылған[2]. Беларусь Республикаһы Президенты ҡарары менән дәүләт һәм йәмғиәт алдындағы ғәҙәттән тыш хеҙмәт өсөн бирелә[2]. Миҙал Гомель ҡалаһында («Ювелир» заводы, «Кристалл» Гомель производство берекмәһе филиалы) эшләнә[3].

«Беларусь Геройы» исеме бер генә тапҡыр бирелә. «Беларусь Геройы» исеменә лайыҡ булған кешеләргә айыра торған билдә — Беларусь Геройы миҙалы тапшырыла[2].

Беларусь Геройы миҙалы

үҙгәртергә

Төп мәҡәлә|Беларусь Геройы миҙалы

Исем 1995 йылдың 13 апрелендә, бойондороҡһоҙ Беларустың яңы дәүләт наградалары системаһының бер өлөшө булараҡ индерелә[4]. Белоруссия бүләкләү системаһы СССР бүләкләү системаһының логик дауамы булып тора. «Беларусь Геройы» исеме «Советтар Союзы Геройы» исеменә оҡшаш. Төп айырма тик шунда ғына: Советтәр Союзы Геройы исеме башлыса хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлыҡ йәки данлы эш өсөн бирелһә, «Беларусь Геройы» исеме иҡтисад, ижтимағи һәм мәҙәни өлкәләрҙәге уңыштар өсөн дә бирелә[5][6]. Беренсе тапҡыр был исемгә 1996 йылда ҡолап барған самолетты ауылдан ситкә алып киткән авиация подполковнигы Владимир Карват (үлгәндән һуң) лайыҡ була. Әлеге ваҡытта Беларусь Геройы исемен 11 кеше йөрөтә[7].

Наградаға тәҡдим итеү һәм бүләкләү

үҙгәртергә
 
Миҙал һүрәтләнгән 2008 йылғы Марка

Беларусь Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт наградалары менән бүләкләү — Беларусь Республикаһы Президенты вәкәләттәренең береһе[8]. Исем биреү һәм бүләкләү процессы ентекләберәк Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Законында билдәләнгән. Закон буйынса, Беларусь Республикаһының һәр эшселәр коллективы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының етәксе органдары исем биреүҙе юллай ала. Эшселәр коллективы йыйылышта кандидатураны алдан тикшергәндән һуң, бүләкләүгә тәҡдим ителгән кешегә, кандидаттың шәхесе тураһында мәғлүмәт һәм уның ҡаҙаныштары яҙылған бүләкләү ҡағыҙы тултырыла. Был бүләкләү ҡағыҙына тәүҙә коллективтың ойошма етәксеһе, ә аҙаҡ юғарыраҡ ойошмалар етәкселәре ҡул ҡуя. Эшселәр коллективы бүләкләү юлламаһын, ризалыҡ алыу өсөн, урындағы башҡарма һәм етәкселек итеүсе органдарға, аҙаҡ өлкә йәки Минск ҡала башҡарма комитетына ебәрә. Ризалыҡ алған юлламалар тейешле министрлыҡтарға, республиканың башҡа дәүләт идара итеү органдарына, йәмғиәт ойошмаларының етәксе органдарына ебәрелә. Юллама был ойошмаларҙың коллегиаль органдары тарафынан ҡарала. Республиканың дәүләт идара итеү органдары, йәмғиәт ойошмаларының коллегиаль органдары ҡарағандан һуң юллама Беларусь Республикаһы Министрҙар Советына ебәрелә. Беларусь Республикаһы Хәүефһеҙлек Советының Дәүләт секретариаты һығымтаһын алғандан һуң, бүләкләүгә юллама Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте аша Беларусь Республикаһы Президентына индерелә. «Беларусь Геройы» исеме биреүҙе Беларусь Республикаһы Президенты башҡара. Исем биреү Беларусь Республикаһы Президентының Ҡарары менән рәсмиләштерелә. [2]. Беларусь Геройы миҙалын тапшырыу, ҡағиҙә булараҡ, Беларусь Республикаһы Президенты йәки, уның ҡушыуы буйынса, исемлеге Закондың 65-се статъяһы менән билдәләнгән башҡа вазифалы кешеләр тарафынан бойомға ашырыла[2]. Миҙал тапшырыу тантаналы шарттарҙа, Указға ҡул ҡуйылғандан һуң ике айҙан да һуңлатмай башҡарыла[2].

Бүләкләүҙәр

үҙгәртергә

2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Беларусь Республикаһы Законының 3-сө статъяһына ярашлы, исем республика граждандарына ғына түгел, ә сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә лә бирелергә мөмкин[2]. Бөгөнгәсә исем тик Беларусь граждандарына ғына бирелгән. Рәсәй гражданины, вафат булған Рәсәй Федерацияһы Геройы Водолажский Василий Александрович, Беларусь Республикаһы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Беларусь Геройына тиңләштерелгән. «Беларусь Геройы» исеме уға бирелмәгән, ләкин уның ғаилә ағзалары Беларусь Геройы ғаиләһе ағзалары өсөн булдырылған льготалар менән файҙалана[9].

Беларусь Геройҙары исемлеге

үҙгәртергә

Фото Фамилия
Исем Атаһының исеме

Бүләкләү ваҡытындағы профессия йәки вазифа
Бүләкләү датаһы
Беларусь Республикаһы Президентының Ҡарары номеры
Ни өсөн бүләкләнгән Ғүмере даталары
1   Карват Владимир Николаевич
(үлгәндән һуң)
Авиация подполковнигы 1996-11-21 21 ноябрь 1996 484[10] Уҡыу-күнекмә осошо ваҡытында, ҡолап барыусы самолетты ауылдан ситкә алып китеп һәләк була[11] 28.11.195823.05.1996
2   Мариев Павел Лукьянович
«БелАЗ» производство берекмәһенең Генераль директоры
2001-06-29 29 июнь 2001 йыл 360[12] «БелАЗ» предприятиеһендәге эше өсөн (Жодино)[11] 16.06.1938
3 Файл:DubkoAI.jpg Дубко Александр Иосифович
(үлгәндән һуң)
Гроднен өлкә башҡарма комитеты рәйесе 2001-06-30 30 июнь 2001 йыл 361[13] Гроднен өлкәһенең ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн[11] 14.01.193804.02.2001
4 Файл:Карчмит Михаил Александрович.jpg Карчмит, Михаил Александрович
Несвижск районының «Снов» агрокомбинаты рәйесе
2001-06-30 30 июнь 2001 йыл 362[14] Минск өлкәһенең Несвиж районы ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө, шулай уҡ Беларусь Республикаһы Милли йыйыны Республика Советының төбәк сәйәсәте буйынса Комиссиялағы хеҙмәте өсөн[11] 01.02.194922.05.2004
5 Файл:Кремко Виталий Ильич.jpg Кремко Виталий Ильич
Гроднен районының «Октябрь» ауыл хужалығы коллектив предприятиеһе рәйесе
2001-06-30 30 июнь 2001 йыл 362[14] Гроднен өлкәһе Гроднен районының «Октябрь-Гродно» СПК-һы һәм «Прогресс» колхозындағы эшмәкәрлеге, ауыл хужалығын үҫтереүҙәге данлы хеҙмәте өсөн[11] 15.02.194103.04.2009
6 Файл:Михаил Степанович Высоцкий.jpg Высоцкий Михаил Степанович
Беларусь Дәүләт фәндәр академияһының ғилми-инженеры, «Белавтотракторостроение» республика унитар предприятиеһы генераль директоры
2006-03-01 1 март 2006 йыл 135[15] Белорусь автомобиль төҙөү үҫешенә индергән өлөшө өсөн[11] 10.02.192825.02.2013
7   Прокопович Пётр Петрович
Беларусь Республикаһы Милли банкы Идараһы башлығы
2006-03-01 1 март 2006 йыл 135[15] Беларусь Республикаһы банк системаһындағы хеҙмәте өсөн[11] 03.11.1942
8   Ревяко Василий Афанасьевич
«Прогресс — Вертелишки» ауыл хужалығы производство кооперативы башлығы
2006-03-01 1 март 2006 йыл 135[15] Гроднен өлкәһе Гроднен районының «Прогресс — Вертелишки» СПК-һындағы хеҙмәте өсөн[11] 15.07.194801.07.2024
9 Файл:Савицкий Михаил Андреевич.jpg Савицкий Михаил Андреевич
«Живопись, графика һәм скульптура ижади академик оҫтаханаһы» дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы етәксеһе
2006-03-01 1 март 2006 йыл 135[15] Белорусь һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн[11] 18.02.192208.11.2010
10   Филарет (Вахромеев)
Минск һәм Слуцк Митрополиты, Беларустың Почётлы Патриарший Экзархы
2006-03-01 1 март 2006 йыл 136[16] Белорус халҡының рухи яңырыуына индергән бик ҙур шәхсән хеҙмәте өсөн [11] 21.03.193512.01.2021
11   Домрачева Дарья Владимировна Биатлонист, өс тапҡыр Олимпия чемпионы 2014-02-17 17 февраль 2014 йыл 66[17] Юғары профессиональ оҫталығы һәм ғәҙәттән тыш спорт ҡаҙаныштары өсөн[17] 03.08.1986

Айырым хоҡуҡтары

үҙгәртергә

Иң тәүҙә «Беларусь Геройы» исеме алған кешеләр өсөн социаль льготалар һәм айырым хоҡуҡтар, Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы Ҡарары менән, Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ Дан һәм Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙары льготаһына тиңләштерелә[18]. Был шулай уҡ Беларусь Республикаһының 1997 йылдың 2 июлендәге № 49-З һанлы Законында раҫланған Беларусь Геройы тураһындағы Ҡағиҙәлә лә[19], 1995 йылдың 21 февралендәге 3599-XII һанлы Законында ла[20] яҙылған. Бөгөн был мәсьәлә Беларусь Республикаһының 2007 йылдың 14 июнендәге № 239-З һанлы «Айырым категория граждандар өсөн дәүләттең социаль льготалары, хоҡуҡтар һәм гарантиялар тураһында» Законы менән көйләнә. Был законға ярашлы, Беларусь Геройҙары:

  • врачтар биргән рецептар буйынса, төп дарыу препараттары исемлеге сиктәрендә, бушлай дарыу менән тәьмин ителергә (Глава 2, статья 10);
  • йәшәгән урыны буйынса дәүләт һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында бушлай теш протездары эшләтергә һәм ремонтлатырға, социаль реабилитациялау техник сараларының Дәүләт реестрына ярашлы бушлай реабилитация техник саралары менән тәьмин ителергә (Глава 2, статья 11). Был реестр Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының 2007 йылдың 11 декабрендәге 1772-се һанлы Постановлениеһы менән раҫланған[21];
  • һаулыҡты нығытыу өсөн аҡсалата ярҙам алырға йәки, аҡсалата ярҙам урынына, шифахана-курорттарҙа сираттан тыш бушлай дауаланыуға йәки һаулыҡты нығытыуға (Глава 2, статья 12). Аҡсалата ярҙам, уның күләме һәм уны алыу шарттары Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының 2008 йылдың 31 ғинуарындағы 146-сы һанлы Постановлениеһы менән көйләнә[22];
  • йәшәү урынына ҡарамай бөтә төр ҡала пассажирҙар транспортында (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөргә, ә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн йәшәү урыны буйынса административ район эсендә дөйөм ҡулланылыштағы даими йөрөгән ҡала-ара автомобиль транспортында бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 13);
  • ҡала янындағы даими йөрөгән дөйөм ҡулланылыштағы тимер юл, һыу һәм автомобиль пассажирҙар транспортында (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 14);
  • йылына бер тапҡыр (Беларусь Республикаһының тейешле дәүләт органдары биргән талондар буйынса) эске йүнәлештәрҙәге ҡала-ара дөйөм ҡулланылыштағы даими йөрөгән һыу, һауа, автомобиль пассажирҙар транспортында (тегеләй һәм кире яҡҡа), йәки, пассажир поездарында һәм республика эсендәге Белорус тимер юлы бәйләнеше вагондарында бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 15);
  • дөйөм майҙаны 20 квадрат метрҙан артмаған торлаҡ менән файҙаланырға һәм түләүҙән азат ителеүгә (Глава 4, статья 16);
  • коммуналь хеҙмәттәр өсөн (эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү, канализация, газ, электр һәм йылы энергия, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм зарарһыҙландырыу, лифт менән ҡулланыу) Беларусь Республикаһы закондары ҡуйған тарифтар буйынса раҫланған ҡулланыу нормаһы сиктәрендә түләүҙән азат ителеүгә, ә ауыл ерендә үҙәктән йылытылмаған өйҙәрҙә йәшәгәндәр өсөн - Беларусь халҡына һатыу өсөн билдәләнгән норма сиктәрендә алынған яғыулыҡ өсөн түләүҙән азат ителеүгә (Глава 4, статья 16);
  • абонент линияһы оҙонлоғо 500 метрҙан артмағанда беренсе сиратта бер тапҡыр квартираға бушлай телефон үткәртеүгә (Глава 4, статья 17);
  • квартира телефоны менән бушлай ҡулланырға (ҡала-ара һәм халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙән башҡа) (Глава 4, статья 18) хоҡуҡлы.

Юғарыла һынап кителгән льготалар менән бәйле сығымдарҙы финанслау республика һәм урындағы бюджет средстволары, шулай уҡ дәүләт социаль страховкалау средстволары иҫәбенә башҡарыла[23].

288-З һанлы Закондың 5 статьяһына ярашлы, Беларусь Геройы миҙалы түштең һул яғына орден һәм миҙалдарҙан өҫтә тағыла. Шул уҡ Закондың 69-сы статьяһы буйынса, кешенең СССР, БССР дәүләт наградалары булһа, СССР, БССР һәм сит дәүләттәрҙең наградалары Беларусь Геройы миҙалынан һуң урынлаша. Беларусь Республикаһы ордендары һәм миҙалдары урынына бүләкләнеүселәр Беларусь Республикаһы дәүләт наградалары символдарын йөрөтә алалар, уларҙың өлгөләре һәм йөрөтөү тәртибе Беларусь Республикаһы Президенты тарафынан билдәләнә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Закон Республики Беларусь от 13 апреля 1995 года № 3726-XII «О государственных наградах Республики Беларусь». Bankzakonov.com. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2013 йыл 17 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Закон Республики Беларусь от 18 мая 2004 года № 288-З «О государственных наградах Республики Беларусь». Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 26 октябрь 2011 года.
  3. Герои Беларуси. Фильм седьмой. Столичное телевидение (Минск). Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 26 октябрь 2011 года. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  4. А.В. Тетерник Беларусь Республикаһының бүләкләү системаһы (1991—2004 гг.) (русский) // Крынiцазнаўства i спецыяльныя гiстарычныя дысцыплiны. — Мiнск: БДУ, 2008. — Т. 4. — С. 216—221. — ISBN 978-985-485-903-3.
  5. Василий Рогов. Просто ли в Беларуси получить государственную награду? websmi.by. Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года.
  6. Руслан Горбачев. Что нужно сделать, чтобы заслужить в Беларуси орден? gazetaby.com. Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года. 2012 йыл 4 март архивланған.
  7. Беларусь Республикаһы дәүләт наградалары. Бүләкләүҙәр. belawards.narod.ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
  8. Конституция Республики Беларусь 1994 года (с изменениями и дополнениями, принятыми на республиканских референдумах 24 ноября 1996 г. и 17 октября 2004 г.). — Минск: Амалфея, 2008. — 48с. ISBN 978-985-441-712-7. Ҡалып:Ru icon
  9. Указ Президента Республики Беларусь от 15 июля 2002 г. № 377 «О распространении на членов семьи Героя Российской Федерации полковника Водолажского В. А. льгот, установленных для членов семей Героев Беларуси». Bankzakonov.com. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2014 йыл 19 июль архивланған.
  10. Беларусь Республикаһы Президентының 1996 йылдың 21 ноябрендәге 484 һанлы Ҡарары. Bankzakonov.com. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2014 йыл 19 июль архивланған.
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 Герои Беларуси. Детский правовой сайт Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года.
  12. Беларусь Республикаһы Президентының 2001 йылдың 29 июнендәге 360 һанлы Ҡарары (белор.). Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 9 сентябрь 2012 года.
  13. Беларусь Республикаһы Президентының 2001 йылдың 30 июнендәге 361 һанлы Ҡарары (белор.). Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 8 сентябрь 2012 года.
  14. 14,0 14,1 Беларусь Республикаһы Президентының 2001 йылдың 30 июнендәге 362 һанлы Ҡарары (белор.). Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 14 сентябрь 2012 года.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Беларусь Республикаһы Президентының 2006 йылдың 1 мартындағы 135 һанлы Ҡарары (белор.). Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 4 декабрь 2012 года.
  16. Беларусь Республикаһы Президентының 2006 йылдың 1 мартындағы 137 һанлы Ҡарары (белор.). Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 13 сентябрь 2012 года.
  17. 17,0 17,1 Дарья Домрачева. Официальный сайт Республики Беларусь. 2015 йыл 12 июль архивланған.
  18. Постановление Верховного Совета Республики Беларусь от 13 апреля 1995 г. №3727-XII "Об утверждении Положений о звании "Герой Беларуси", орденах и медалях Республики Беларусь". Bankzakonov.com. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 3 июнь архивланған.
  19. Закон Республики Беларусь от 2 июля 1997 г. №49-З "Об утверждении Положений о звании "Герой Беларуси", орденах, медалях и почетных званиях Республики Беларусь". Bankzakonov.com. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2014 йыл 19 июль архивланған.
  20. Закон Республики Беларусь от 21 февраля 1995 года № 3599-XII "О статусе Героев Советского Союза, Героев Социалистического Труда, полных кавалеров орденов Славы, Трудовой Славы". Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 9 декабрь 2012 года.
  21. Постановление Совета Министров Республики Беларусть от 11 декабря 2007 года № 1722. Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 9 сентябрь 2012 года.
  22. Постановление Совета Министров Республики Беларусь от 31 января 2008 года № "Айырым категория граждандарға һаулыҡты нығытыу өсөн аҡсалата ярҙам бүлеү тәртибе тураһындағы Ҡарарҙы раҫлау тураһында". Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 11 сентябрь 2012 года.
  23. Закон Республики Беларусь от 14 июня 2007 г. № 239-З "О государственных социальных льготах, правах и гарантиях для отдельных категорий граждан". Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
  • Исаева И.К. Беларусь Республикаһы наградалары. — Мн.
  • Сымон Барыс Героі Беларусі // Беларускі гістарычны часопіс. — Мінск: Інстытут гісторыі Нацыянальнай акадэміі навук Беларусі, Беларускі дзяржаўны ўніверсітэт, Беларускае таварыства «Веды», 2008. — № 4. — С. 54—55.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Элекке СССР илдәренең юғары наградалары Ҡалып:ВП-порталы