Башҡортостан театрҙары
Башҡортостан театрҙары — Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан театрҙар.
Башҡортостан театрҙары | |
Башҡортостан театрҙары Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТарихи Башҡортостанда театр сәнғәте нигеҙен VI-VIII быуаттарҙа уҡ халыҡ байрамдарында, йолаларында, уйындарында күрергә мөмкин.
Классик театр сәнғәтен Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгән поляк конфедераттары алып килә. XVIII быуаттың икенсе яртыһында улар музыка һәм драма түңәрәген, крепостной театр ойоштора. 1772 йылда Өфөлә «Пан Бронислав» исемле беренсе драма спектакле уйнала[1]. 1861 йылда беренсе театр бинаһы төҙөлгәндән һуң, урыҫ драма театры асыла. Уның даими труппаһы булмағанлыҡтан, оҙаҡ ваҡыт Мәскәү һәм Петербург театрҙары гастролдәргә йөрөй.
XIX быуатта Башҡортостанда бары тик үҙешмәкәр театрҙар ғына була. Беренсе профессиональ театр — Башҡорт драма театры 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлай, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында урынлашҡан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тип атала. Үҙешмәкәр театрҙан (БАССР-ҙың Толбазы ауылының Ауырғазы колхоз-совхоз театры, 1931 й.) Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҫеп сыға. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры — 1931 йылда ойошторолған икенсе профессиональ башҡорт театры.
1919—1924 йылдарҙа Башҡортостандың үҙ театр системаһы — үҙенә башҡорт милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын, уйындарын, бейеүҙәрен туплаған Иманский системаһы барлыҡҡа килә. Республика театрҙарына 1926 йылда Өфөлә Сәнғәт техникумында асылған театр бүлеге ҙур ярҙам күрһәтә. Был ваҡытҡа Ғ. Ниязбаев, Д. Юлтый, Х. Ибраһимов, Х. Ғәбитов, М. Буранғолов, М. Фәйзи,Н. Таһиров һәм башҡалар берләштергән башҡорт драматургияһы барлыҡҡа килә.
30-сы йылдарҙа Башҡорт АССР-ында колхоз-совхоз театрҙары киң тарала. Улар үҙешмәкәр драма түңәрәктәренән Баймаҡ (1932), Ауырғазы, Дүртөйлө (1933), Ҡыйғы, Саҡмағош (1934), Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк (1935), Дәүләкән, Яңауыл (1936); Борай (1942), Учалы (1943), Йомағужа (1948) һ. б. райондарында барлыҡҡа килә. Репертуарҙы Башҡорт һәм Урыҫ драма театрында ҡуйылған спектаклдәрҙең үҙгәртелгән йәки ҡыҫҡартылған варианттары тәшкил итә. 50-се йылдарҙа колхоз-совхоз театрҙары Башҡорт АССР-ының дәүләт театрҙарына әйләнеп, йәшәүҙән туҡтай.
30-сы йылдар башында өлкә партия ойошмаһы Башҡортостанда театр мәҙәниәтенең милли үҙенсәлеген бөтөрөү буйынса саралар ҡуллана. 1931 йылда «Башҡорт милли театрын үҫтереү тураһында резолюция» ҡабул ителә. Ул Башҡортостан театрҙарында пролетар синыф линияһына нигеҙ һала. 1937—1938 һәм 1946—1948 йылдарҙа республиканың бер ни тиклем театр әһеле репрессиялана.
1938 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры асыла. Беренсе театр артистары Мәскәүҙә белем алып ҡайтҡан студенттар була.
1946 йылда Белорет драма театры Стәрлетамаҡта гастролдәрҙә була. Шул уҡ ваҡытта БАССР Халыҡ комиссарҙары советының 5 февралдә 97-се ҡарары менән театр Стәрлетамаҡ ҡалаһында даими ҡалдырыла, Стәрлетамаҡ драма театрына нигеҙ һалына.
1986 йылда Башҡорт АССР-ы Театр эшмәкәрҙәре союзы — республика театр хеҙмәткәрҙәренең ижади үҙәге ойошторола. Ул үҙенең ағзаларына һөнәри, хоҡуҡи, социаль-көнкүреш ярҙамын күрһәтә.
Театрҙар исемлеге
үҙгәртергә- дәүләт театрҙары
Фотоһүрәте | Театр исеме | Адресы | Рәсми сайты |
---|---|---|---|
Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры | Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы |
||
«Дефицит» театр-студияһы (Белорет ҡалаһы) | Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 66-сы һанлы йорт |
https://vk.com/club11146620 | |
«Бенефис» театр-студияһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) | Текст | Текст |
Уҡыу йорттары
үҙгәртергәБашҡортостандың театр кадрҙарын әҙерләүсе уҡыу йорттары:
- Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
- Өфө сәнғәт училищеһы
- Рудольф Нурыев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сәйетов Һ. С. Театр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Театрҙар (башҡ.). Башҡортостандың мәҙәни донъяһы. Дата обращения: 18 декабрь 2018.