Башҡорт драматургияһы
Башҡорт драматургияһы — башҡорт әҙәбиәтенең бер төрө.
Башҡорт драматургияһы |
Тарихы
үҙгәртергәБашҡорт драматургияһы үҙенең сығанағын халыҡ ижадынан ала. Халыҡ бейеүҙәре, ҡобайырҙар, йырҙар, эпостар, легендалар һәм риүәйәттәр, йолалар һәм [[Халыҡ уйыны|Халыҡ уйындары сәхнәләштереп күрһәтеү аша ысулдары халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән. Башҡорт йола фольклорында ла драматургия структураһы бар. Театрҙағы кеүек, фольклорҙа ла, тасуири саралар ҡулланыла: костюмдар, декорациялар, тауышлы оҙатыу.
Кәләш һайлау, никахлашыу, ҡыҙ оҙатыу һәм кейәү йортонда кәләште ҡаршылау кеүек туй йолалары драматик ғәмәлдең ҡатмарлы картинаһын тыуҙыра. Хәҙерге заман драматургтары туй йолаларында театр элементтарына мөрәжәғәт итәләр һәм сағыу тамаша булдырыу өсөн интригаға бай сюжеттар һайлайҙар.
«Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Һыуһылыу һәм Заятүләк» башҡорт эпостары йөкмәткеһе һәм төҙөлөш үҙенсәлектәре менән башҡорт халҡының иң боронғо тарихи осорон сағылдырған драмалар булып тора.
Эпостарҙы һөйләүселәр — сәсәндәр — юғары башҡарыу оҫталығы менән айырылған. Сәсәндәр тамашасыларға эпостың йөкмәткеһен һөйләгән саҡта үҙҙәре тере персонаждар, актерҙар һәм музыканттар ролендә сығыш яһағандар һәм сәхнә эффектын булдырғандар. Һәр башҡорт халыҡ йыры нигеҙендә шулай уҡ тәрән драма ята.
Шулай итеп, башҡорт драматургияһы үҫеше өсөн башҡорт халыҡ ижады ныҡлы нигеҙ булды.
Башҡорт драматургияһы әҙәбиәттең үҙаллы төрө булараҡ барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше XIX быуаттың һуңғы сирегенә тура килә, нәҡ ошо осорҙа ҡулдан һәм китап рәүешендә яҙылған пьесалар барлыҡҡа килә. Пьесаларҙың дастандар, әкиәттәр һәм хикәйәттәр традицияларына нигеҙләнеүе уларҙың айырым бер һыҙаты булып тора. 1898 йылда баҫтырылған билдәһеҙ авторҙың «Нисек ирекле ҡыҙ азатлығын юғалтҡан» әҫәре героик-романтик рухындаяҙылған. Пьесаның төп өлөшө диалогтарҙан тора. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына оҙон монологтар осрай. Ваҡиғаларҙың бер өлөшө сәхнәлә һүрәтләнә, икенсе өлөшөн персонаждар тамашасыларға, үҙенән өҫтәп, һөйләп бирәләр.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башының ғалимы, мәғрифәтсеһе, йәмәғәт эшмәкәре Р. Фәхретдинов яҙыуҙарын диалог һәм бәхәс рәүешендә алып барған. «Ғосман һәм мин», «Хәсән һәм Хөсәйен», «Сәйет, Сөләймән, Сәлим», «Закир һәм Шакир», «Бикбулат мулла һәм Ғосман», «Вилдан һәм мин» әңгәмә-диалогтарында иң киҫкен мәғариф, социаль проблемалар тураһында бәхәс бара — зыялыларҙың ижтимағи-сәйәси һәм фәлсәфәүи ҡараштары асып һалына.
XX быуат башында алдынғы мосолман уҡыу йорттарында музыкаль кисәләрен үткәреү, бер йәки ике актлы спектаклдәр ҡуйыу йолаға әүерелә. «Ғәлиә», «Ғосмания» мәҙрәсәләре яйлап Өфө ҡалаһының үҙенсәлекле милли-мәҙәни үҙәгенә әйләнәләр. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә йәш шағир Ш. Бабич «Милли моң, сәхнә һәм әҙәбиәт» исеме аҫтында драма түңәрәге ойоштора.
XIX быуат аҙағында башҡорт яҙыусыларының беренсе драма әҫәрҙәре ижад ителә. Өй шарттарында һәм мәҙрәсәләрҙә ҡуйылған был пьесалар нәшер ителмәй һәм һаҡланып ҡалмаған. ХX быуат башында әҙәп, наҙанлыҡ проблемаларына ҡағылған тәүге баҫма драма әҫәрҙәре нәшер ителә: Рабтиҙың «Ауыл тормошо, йәки Әҙәбиәт кисәһе» («Деревенская жизнь, или Литературный вечер»), А. М. Ғәлимовтың «Сусҡа туң майы мәсьәләһе йәки наҙан мулла» («Проблема сала, или Глупый мулла») , Я. Валиевтың «Аслыҡ ҡушты» («Повелел голод») һәм башҡалар.
Тәүге башҡорт драматургтары — Бәхтийәр Бәхтигәрәй улы — «Ер һатыу» драмаһы (1915), Х. К. Ибраһимов, Ғ. Х. Ниязбаев, А. М. Таһиров, Ф. К. Туйкин һәм башҡалар. Таһировтың «Бисура» комедияһында наҙанлыҡтан килеп сыҡҡан юҡ-барға ышаныу, «Яңғура» драмаһында башҡорт халҡының милли-азатлыҡ көрәше күрһәтелә. Туйкиндың 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған «Ватан ҡаһармандары» драмаһында Рәсәй өсөн киҫкен йылдарҙа башҡорт халҡының илһөйәрлек күтәрелеше кәүҙәләндерелә. Үҙенең «Башмағым» пьесаһы менән Ибраһимов башҡорт комедиографияһына нигеҙ һалды.
Революциянан һуң, 1920 йылдарҙа, драма әҫәрҙәрендә йәмғиәттәге үҙгәрештәр һүрәтләнә. Таһировтың «Алатау», Ниязбаевтың «Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш», «Беренсе таң», Д. Юлтыйҙың «Тирмәндә», М. Ғафуриҙың «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесалары революцион көрәшкә бағышлана.
Х. Ғ. Ғәбитов, Ф. М. Сөләймәнов, Д. Юлтый («Ҡарағол»), М. А. Буранғоловтарҙың («Башҡорт туйы», «Ашҡаҙар», «Шәүрәкәй») пьесалары тарихи темаларға арналған. 30-сы йылдарҙа Ғабдулла Иҙрис, Н. К. Карипов, С. М. Мифтахов, И.Насыри, Р. Ниғмәти һәм башҡалар драматургия өлкәһендә эшләйҙәр.
Шулай уҡ Б. Бикбай («Ҡарлуғас», «Салауат»), С. Мифтахов («Зимагорҙар»), Ҡ. Даян («Таңсулпан») тарихи темаларға мөрәжәғәт итәләр.
1930—1950 йылдарҙа башҡорт драматургияһына ҙур зыян килтерелә. А. Таһиров, Д. Юлтый атып үлтерелә, М. Буранғолов, Ғ. Иҙрис лагерҙарға һөрөлә.
1950-се йылдар башында башҡорт драматургияһында производство темаһына әҫәрҙәр барлыҡҡа килә (К. Мәргәндең «Ҡала иртәһе», Ә. Бикчентаевтың һәм Р. Хәйруллиндың «Сәғиҙә» һәм башҡалар). Драматик конфликт «новаторҙар» һәм «консерваторҙар», яҡшының һәм иң яҡшының ҡаршы көрәшенә барып тоташа. 1950-се йылдарҙа комедия жанры ныҡ үҫешә: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш» (Назар Нәжми), «Бажалар» (Ибраһим Абдуллин), «Ҡыҙ урлау» (Мостай Кәрим).
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт драматургтары һуғыш (Р. Ниғмәти («Урман шаулай»), К. Мәргән һәм В. С. Кедров («Яу»); Б. Бикбай («Бер туғандар») һәм халыҡтың героик үткәне (Б. Бикбай («Ҡаһым түрә») М. Буранғолов «Иҙеүкәй менән Мораҙым») темаларына мөрәжәғәт итә.
XX быуаттың 2-се яртыһында башҡорт драматургтары И.Абдуллин, Н. Асанбаев, Ә. К. Атнабаев, М.Кәрим, Ә. М. Мирзаһитов, Н.Нәжми, Р.Ә.Сафин һәм башҡалар ижад итәләр. Уларҙың әҫәрҙәренең төп темаһы һуғыш, тыныс төҙөлөшкә күсеү була. Улар араһында — М. Кәримдең «Туй дауам итә», Әхмәтшин Ғабдулла Ғабдрахман улы|Ғ. Ғ. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Ғ. Ғүмәрскийҙың «Яҡты йылға», И. Абдуллиндың «Беҙ айырылышмабыҙ» пьеса-хроникалары.
1950-60 йылдарҙа башҡорт драматургтарының ижады жанрҙарҙың төрлөлөгө менән айырыла.
1960-сы йылдарҙа драматургияла шәхестең йәмғиәттә урыны, гражданлыҡ позицияһы темалары алға сыға: М. Кәримдең «Йырланмаған йыр» һәм «Яңғыҙ ҡайын» Ә. Мирзаһитовтың «Күршеләр», Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө рәйес» драмалары Бөтә Союзда танылыу ала, донъяның 35 илендә ҡуйыла, шул иҫәптән Евг. Вахтангов исемендәге Театрҙа (1979)[1], Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре», Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» — ғаилә әхлаҡы, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәренә, Асанбаевтың дилогияһы «Рәйсә һәм Фәйзи» — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәтенә бағышлана. Ә. Атнабаевтың «Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», «Әсә хөкөмө», М. Кәримдең «Айгөл иле», Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» драмалары һуғыш темаһына бағышлана.
Замана проблемалары Н. Нәжмиҙең «Ҡыңғыраулы дуға», Р. Сафиндың «Йәнбикә», «Мөхәббәт һәм енәйәт» Ф. Б. Богдановтың «Мөхәббәт һәм енәйәт» һәм башҡа пьесаларҙа сағылыу таба. Трагедия жанры үҫеш ала: «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим), «Нәркәс» (И. Х. Йомағолов), «Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ» трагикомедияһы (И. А. Абдуллин); тарихи драма «Шоңҡар», «Ҡыҙыл паша» (Ә. Атнабаев), , «Зөлхизә» (З. А. Биишева) һәм башҡалар.
СССР тарҡалғандан һуң
үҙгәртергәСССР тарҡалғандан һәм капиталистик хужалыҡ итеү системаһына күскәндән һуң башҡорт драматургияһында мәҙәни һәм рәхи ҡиммәттәр проблемалары яҡтыртыла башлай: «Атылған өйөр» (Ф. М. Бүләков), «Һарысәс» (Р. Ҡол-Дәүләт), «Аттила» (Ғ. Шафиҡов), «Һуңғы Ғәйнә» (А. М. Иҙелбаев) һәм башҡалар.
21 быуат башында драматургтарҙың яңы быуыны үҙен таныта: Т. Х. Ғарипова, С. Й. Латыпов, Х. А. Ирғәлин, Н. Ә. Ғәйетбай, Р. М. Кинйәбаев, Т. С. Дәүләтбирҙина, С. Н. Әбүзәров, Г. Ф. Әхмәтҡужина, Лилиә Һаҡмар, Ә. Яхина һәм башҡалар. Әбүзәровтың «Хыялый», Дәүләтбирҙинаның «Минең ғаиләм», Әхмәтҡужинаның «Әйҙәгеҙ танышайыҡ» пьесаларында ябай кешеләрҙең көндәлек тормошонан замандың киҫкен бәрелештәре үҫеп сыға: бер-береңә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ, мөхәббәт мөнәсәбәттәрендә яһалмалылыҡ, ғәҙәти булмаған кешеләрҙе аңларға теләмәү, үҙ яҙмышыңа яуапһыҙ ҡарау, социаль һәм милли битарафлыҡ.
Башҡорт драматургияһының теорияһы
үҙгәртергәДраматургия теорияһына М. Ф.Ғәйнуллиндың «С.Мифтахов драматургияһы» (1959), «Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер» (1974), «Башҡорт трагедияһының үҫеү юлдары» (1985); Т. Ә. Килмөхәмәтовтың «М.Кәрим драматургияһы» (1979), «Башҡорт трагедияһының поэтика мәсьәләләре» (1984), «Драматургия һәм драматургтар» (1986), «Башҡорт драматургияһының поэтикаһы» (1995; 2‑се баҫма, 2008), «Халыҡсанлыҡ көсө» (1998); Р. Б.Әхмәҙиевтең «Драматургияла жанр формалары» (2003), «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт тәбиғәте һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликттар. Жанрҙар. Характерҙар» (2009) һәм башҡа хеҙмәттәр арналған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Байтерякова Д., Молодость не требует скидок, «Театральная жизнь», 1959, .№ 5
- Ахмадиев Р. Башкирская комедия. Эволюция жанра. — Уфа: БГУ, 1992.
- Жанровые формы драматургии: Монография / на башк. яз.- Уфа: Китап,2003.-325с.
- Современная башкирская драматургия (природа конфликта и многообразие жанровых форм): Монография.- Уфа: РИО БашГУ, 2003,-204с
- Гайнуллин М. Пути развития башкирской драматургии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985
- Фольклористика в Советской Башкирии: Сб. статей. — Уфа: БФ АН СССР, 1974. — С. 165.
- Гайнуллин М., Драматургия Мифтахова. Из истории развития башкирской литературы, Уфа, 1959;
- Пименов В. и Харисов А., О башкирской драматургии, в кн.: Башкирская советская драматургия, М., 1954;
- Карим М., Некоторые вопросы развития башкирской драматургии, газ. «Советская Башкирия», 1954, 31 января, № 26;
- Гайнуллин М. Пути развития башкирской драматургии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Т.А.Кильмухаметов. Башкирская драматургия . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 21 апрель 2017.(недоступная ссылка)
- Поэтика башкирской драматургии
- Особенности формирования и развития башкирской драматургии начала XX века