Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы
Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы (27 июнь 1833 йыл — 5 ноябрь 1912 йыл) — табип.
Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы | |
Тыуған көнө | 27 июнь 1833 |
---|---|
Тыуған урыны | Стәрлебаш районы |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 1912 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Ташкәнт, Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы |
Нәҫеле | Батыршиндар |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | 1-се Ҡазан ирҙәр гимназияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1833 йылдың 27 июнендә Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында) тыуған. Сығышы менән Батыршиндар дворян нәҫеленән.
1852 йылда Ҡазан гимназияһын, ә 1857 йылда Ҡазан Император университетының медицина факультетын тамамлай.
1857 йылда Башҡорт ғәскәренең табибы итеп тәғәйенләнә.
1858—1859 йылдарҙа Хиуа ханлығы һәм Бохара әмирлегенә ебәрелгән миссия составында була.
1869 йылдың 18 майынан Ташкентта ҡала һәм төрмә табибы вазифаһын үтәй. А. И. Добромыслов яҙыуынса, Мөхәмәтҡунафи Батыршин урындағы халыҡты медицина ярҙамы менән ҡулланырға, ҡара сәсәк сиренә ҡаршы прививка яһауҙы ойошторған (1875 йылда — 1000 ашыу, 1876 йылда — 766, 1877 йылда — 1468 балаға привика яһалған).
1892 йылдың 12 октябрендә үҙ теләге буйынса Ташкент ҡала табибы вазифаһын ҡалдыра. 1897 йылда төрмә табибы вазифаһынан ҡалдырып отставкаға китә.
1912 йылдың 5 ноябрендә Ташкентта вафат була.
Бүләктәре
үҙгәртергә- 3 дәрәжә Изге Анна ордены,
- 2 дәрәжә Изге Станислав ордены,
- 3 дәрәжә Изге Станислав ордены.
Ғаиләһе
үҙгәртергәАтаһы — Әлүк Батыршин, ағалары һәм ҡустылары — Искәндәр, Сөләймән, Ибраһим, Йыһангир.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Добромыслов А. И. Ташкент в прошлом и настоящем. Исторический очерк. — Ташкент, 1912.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әсфәндиәров Ә. З. Батыршиндар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.