Батыршин Сөләймән Әлүк улы
Батыршин Сөләймән Әлүк улы (1825 — ?) — тәржемәсе.
Батыршин Сөләймән Әлүк улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1825 |
Нәҫеле | Батыршиндар |
Һөнәр төрө | тәржемәсе |
Уҡыу йорто | Ырымбур Неплюев кадет корпусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1825 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында) тыуған. Сығышы менән Батыршиндар дворян нәҫеленән.
1842 йылда Ырымбур Неплюев хәрби училищеһын тамамлай.
1842 йылдан Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе булып хеҙмәт итә, коллеж регистраторы чинын ала. 1844 йылдың 4 майында кесе тәржемәсе вазифаһына күсрелә. Губерна сәркәтибе чинын ала.
1850 йылдың 21 июлендә өлкән тәржемәсе вазифаһына күсерелә. Шул уҡ йылдың 24 ноябрендә коллеж сәркәтибе чинын ала.
1854 йылдың 18 ноябрендә титуляр кәңәшсе чинын ала. 1855 йылдың июлендә Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы бойороғона ярашлы, Ырымбур сик һыҙығына Е. Кутебаров етәкселегендәге ихтилалда ҡатнашҡан ҡаҙаҡтарҙы эҙәрлекләүгә, тикшереүгә һәм язалауға ебәрелә.
1856 йылдың 18 июленән 19 сентябренә тиклем генерал-губернатор бойороғона ярашлы, Эске Урҙанан ҡаҙаҡ делегацияһын император Александр II-гә таж кейҙереү тантанаһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә оҙатып йөрөй.
1857 һәм 1859 йылдарҙа пристав булараҡ Бохара әмирлеге илселеген Санкт-Петербургҡа оҙатып йөрөй. 1857 йылдың 24 октябрендә коллеж ассессоры чинын ала.
1858 йылдың 20 апрелендә драгоман булараҡ Рәсәй империяһы илселеген Хиуа һәм Бохараға оҙатып йөрөй.
1862 йылдың 8 февралендә йорт (надворный) кәңәшсеһе чинын ала. 1863 йылдың 18 апреленән 20 авгусына тиклем Эске Урҙа менән идаралыҡ буйынса һәм суд бүлегенең кәңәшсеһе вазифаһын үтәй.
1865 йылдың 13 ноябренән 1866 йылдың 13 мартына ҡәҙәр Ырымбур ҡаҙаҡтарының көнбайыш өлөшөнөң солтан-хакимы вазифаһын башҡара.
1866 йылда Урал казактары һәм ҡаҙаҡтар араһында Яйыҡ йылғаһының һул яры буйында ерҙәрҙе бүлеү буйынса комиссия ағзаһы була.
1868 йылдың 10 апреленән 1869 йылдың 22 ғинуарына тиклем Ырымбур сик буйы комиссияһының енәйәт бүлеге кәңәшсеһе вазифаһын үтәй.
1869 йылдың 22 ғинуарында Турғай өлкә идаралығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә.
Турғай өлкәһенең хәрби губернаторы Л. Ф. Баллюзек алдында Ҡорман мулла тарафынан ғәйепләнә. Өфө губернаһына, артабан Архангельск губернаһының Онега ҡалаһына 5 йылға һөргөнгә ебәрелә. Аҙаҡ хеҙмәт итеү хоҡуғын ҡайтара. Ташкент ҡалаһында йәшәй, ҡала идаралығы ағзаһы вазифаһын биләй.
Башҡорт фольклоры өлгөләрен йыя.
Бүләктәре
үҙгәртергә- 2 дәрәжә Изге Анна ордены (11 февраль 1866),
- 3 дәрәжә Изге Анна ордены,
- 2 дәрәжә Изге Святослав ордены,
- 3 дәрәжә Изге Святослав ордены,
- «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы.
Ғаиләһе
үҙгәртергәАтаһы — Әлүк Батыршин, ағаһы — Искәндәр, ҡустылары — Мөхәмәтҡунафи, Ибраһим, Йыһангир.
Ҡатыны — Нәҡҡәш Сәлихова, ҡыҙы — Бибифатима (1849—?).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Добросмыслов А. И. Тургайская область. Исторический очерк. — Оренбург, 1898.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әсфәндиәров Ә. З. Батыршиндар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.