Әлүк Батыршин — хәрби хеҙмәткәр. Штабс-капитан.

Әлүк Батыршин
Тыуған ваҡыты

1773({{padleft:1773|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Юрматы улусы, Аллағыуат ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1790—?

Хәрби звание

штабс-капитан

Хәрби алыш/һуғыш

Голландияға рус-инглиз экспедицияһы, Рәсәй-Австрия-Франция һуғышы, 1812 йылғы Ватан һуғышы, 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтары

Биографияһы

үҙгәртергә

Поручик Батырша ғаиләһендә яҡынса 1773 йылда тыуған. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында).

1790 йылдан Мәскәү гренадер полкында, 1796 йылдан лейб-гвардия Павлов полктарында хеҙмәт итә. Күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн 1804 йылда — унтер‑офицер, 1810 йылда — фельдфебель, 1812 йылда — подпоручик, 1813 йылда — поручик званиеларын ала.

1794 йылда Тадеуш Костюшко етәкселегендәге поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1799 йылда Францияға ҡаршы Икенсе коалиция һуғышы сиктәрендә, Голландияла рус-инглиз экспедицияһы алыштарында ҡатнаша.

1805 йылда Рәсәй-Австрия-Франция (Өсөнсө коалиция) һуғышы алыштарында ҡатнаша.

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша.

1815 йылда отставкаға китә. Батыршиндар дворян нәҫеленә нигеҙ һала.

Улдары:

Һылтанмалар

үҙгәртергә