Баланчивадзе Андрей Мелитонович

Андрей Мелитонович Баланчивадзе (груз. ანდრია მელიტონის ძე ბალანჩივაძე; 19 май (1 июнь) 1906 йыл — 1992 йыл) — совет, грузин композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). СССР-ҙың халыҡ артисы (1968). Ике тапҡыр Сталин премияһы (1946, 1947) һәм Грузин ССР-ының Ш. Руставели исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969).

Баланчивадзе Андрей Мелитонович
груз. ანდრია ბალანჩივაძე
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Georgia (1990–2004).svg Грузия
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. ანდრია ბალანჩივაძე
Тыуған көнө 19 май (1 июнь) 1906
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[3]
Вафат булған көнө 28 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][5] (85 йәш)
Вафат булған урыны Грузия, Тбилиси
Ерләнгән урыны Дидубийский пантеон[d]
Атаһы Баланчивадзе Мелитон Антонович
Бер туғандары Джордж Баланчин
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Уҡыу йорто Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы
Музыка ҡоралы фортепиано
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Баланчивадзе Андрей Мелитонович 1906 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1905 йыл[6]) 19 майында (1 июнь) Санкт-Петербургта композитор Мелитон Баланчивадзе ғаиләһендә тыуа[7].

Музыка менән Санкт-Петербургта шөғөлләнә башлай. 1918 йылда уҡыуын Кутаисиҙа, атаһы нигеҙ һалған музыка училищеһында дауам итә.

19211926 йылдарҙа Тифлис консерваторияһында композиция класы буйынса М. М. Ипполитов-Ивановта (шулай уҡ Н. Н. Черепнинда һәм С. В. Бархударянда) һәм фортепиано буйынса И. С. Айсбергта уҡый. Шул уҡ йылдарҙа Грузияның Пролеткульт театрында, Сатира театрында, Тифлис эшселәр театрында, Эшсе йәштәр театрында һ. б. музыкаль биҙәүсе булып эшләй.

1931 йылда Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһын А. М. Житомирҙың композиция (шула уҡ В В. Щербачевта) һәм М. В. Юдинала фортепиано класы буйынса тамамлай.

19311933 йылдарҙа — Котэ Марджанишвили саҡырыуы буйынса Грузия драма театрында композитов һәм музыкаль етәксе.

19411948 йылдарҙа — Грузин ССР-ы дәүләт симфоник оркестрының художество етәксеһе.

1935 йылда Тбилиси консерваторияһында уҡыта (1942 йылдан — профессор, 1962 йылдан — композиция кафедраһы мөдире). Уның уҡыусылары араһында: М. Ш. Давиташвили, А. А. Квернадзе, Р. И. Лагидзе, Ш. Е. Милорава, А. И. Чимакадзе, А. В. Шаверзашвили , О. Л. Тевдорадзе, Н. Л. Мамисашвили бар[8].

1932 йылда Грузин ССР-ы Композиторҙар союзы нигеҙләнгәндән алып уның ағзаһы. 1953 йылда — рәйесе, 19561961 һәм 19681973 йылдарҙа — идараның беренсе секретарыа, 19731979 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Композиторҙар союзының почетлы рәйесе. 1957 йылдан — Грузин ССР-ы Музыкаль-хореография йәмғиәтенең почетлы рәйесе. 19571991 йылдарҙа — СССР Композиторҙар союзы идара ағзаһы ағзаһы.

1-5 саҡырылыш Грузин ССР-ы Юғары Советы депутаты[8]. 8-се саҡырылышСССР Юғары Советы депутаты (1970—1974).

1992 йылдың 28 апрелендә Тбилисиҙа вафат була. Дидубий пантеонында ерләнгән.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

  • Атаһы — Баланчивадзе Мелитон Антонович (1863—1937), композитор. Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1933).
  • Ағаһы — Джордж Баланчин (Георгий Баланчивадзе) (1904—1983), балетмейстер, хореограф. СССР-ҙан эмиграциялана һәм АҠШ-та Джордж Баланчин исеме аҫтында донъяға билдәле балетмейстер булып китә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Төп әҫәрҙәреҮҙгәртергә

ОпераларыҮҙгәртергә

  • «Арсен» (тамамланмаған) (1935)
  • «Мзиа» (1949)
  • «Золотая свадьба» (1970)

БалеттарыҮҙгәртергә

  • «[Сердце гор» («Мзечабуки») (1936)
  • «Страницы жизни» («Рубиновые звёзды» балеты музыкаһы) (1961)
  • «Мцыри» (М. Ю. Лермонтов буйынса) (1964)

Опера-балетҮҙгәртергә

  • «Ганга» (1986)

Симфоник оркестр өсөнҮҙгәртергә

  • 5 симфония (1944, 1959, 1978, 1980 («Лесная»), 1989 («Юность»))
  • симфоник картиналары, шул иҫәптән «Озеро Рица» (1940), «Карцанисский бой» (1943), «Море» (1952), «Днепр» (Н. В. Гоголь буйынса, 1955)
  • «Приветственная увертюра» (1957)

Оркестр менән скрипка өсөнҮҙгәртергә

  • «Поэма» (1976)

Оркестр менән фортепиано өсөнҮҙгәртергә

  • 4 концерт (1936, 1947 1952, 1968)

Оркестр менән фагот өсөнҮҙгәртергә

  • концертино (1954)

Ҡыллы оркестр һәм фортепиано өсөнҮҙгәртергә

  • концерт (1977)

Фортепиано өсөнҮҙгәртергә

  • «Ноктюрн» (1948), «Самана» (1949), «Баллада» (1951), «Танец» (1951), «Элегия» (1951), «Прелюдия» (1951), «Рапсодия» (1964), «Фантазия» (1967), «Романтические пьесы» (1972)
  • Бишенсе концерт (1979)
  • Трио (1979)
  • Квинтет (1980)
  • Квартет (1983)

Музыкаль оҙатыуһыҙ хор өсөнҮҙгәртергә

  • «Миндаль» (Н. Чачава һүҙҙәре), «Два тополя» (М. И. Мачавариани һүҙҙәре)

Фортепиано менән тауыш өсөнҮҙгәртергә

  • романстар: «Нине Чавчавадзе» (Г. Н. Леонидзе һүҙҙәре), «В нашем саду» (И. Мосашвили] һүҙҙәре)
  • йырҙар: «Клянусь моей землей» (Ш. Абхаидзе һүҙҙәре), «Песня о Самгори» (К. Р. Каладзе һүҙҙәре), «За урожай» (А. А. Жаров һүҙҙәре), «Торжественная песня» (Н. Д. Лабковский һүҙҙәре)

Камера-инструменталь әҫәрҙәрҮҙгәртергә

  • «Обелиски» вокаль-симфоник поэма (1985)

Ҡулланма музыкаҮҙгәртергә

  • театр спектаклдәренә (40-тан ашыу), шул иҫәптән:
  • кинофильмдарға көйҙәр (20 самаһы).

ФильмографияһыҮҙгәртергә

  • 1935 — Скала Аршаула
  • 1936 — Прометей (П. Толстяковы менән берлектә)
  • 1937 — Потерянный рай
  • 1939 — Родина]
  • 1941 — В чёрных горах (ҡыҫҡа метражлы)
  • 1941 — Огни Колхиды
  • 1942 — Неуловимый Ян
  • 19421943 — Георгий Саакадзе (Ғәзәйер Һажибәков менән берлектә)
  • 1943 — Он ещё вернётся
  • 1944 — Малахов курган
  • 1944 — Щит Джургая (Г. Киладзе менән берлектә)
  • 1946 — Давид Гурамишвили
  • 1946 — Клятва (музыкаль биҙәлеш)
  • 1952 — Покорители вершин (Р. Габичвадзе менән берлектә)
  • 1954 — Они спустились с гор
  • 1958 — Мамлюк

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #103830391 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Баланчивадзе Андрей Мелитонович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. SNAC — 2010.
  5. Musicalics
  6. Баланчивадзе, Андрей Мелитонович // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание) — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
  7. 7,0 7,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 2. Ангола — Барзас. 1970. 632 стр., илл.: 47 л. илл. и карт.
  8. 8,0 8,1 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973
  9. Герой Соц. Труда Баланчивадзе Андрей Мелитонович :: Герои страны

ҺылтанмаларҮҙгәртергә