Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы

Николай Андреевич Римский-Корсаков исемендәге Ленин орденлы Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһырус. Санкт-Петербургская консерватория имени Н. А. Римского-Корсакова - Санкт-Петербург юғары музыка уҡыу йорто, Рәсәйҙең тәүге консерваторияһы. 1861 йылдың 17 (29) октябрендәге иң юғары указ менән пианист, композитор һәм дирижер Антон Рубинштейндың башланғысы буйынса шунан ике йыл элек асылған Рус музыка йәмғиәтенең музыка кластары нигеҙендә булдырылған училище[9]. Уставтың 1-се § ярашлы, музыкаль училище туранан-тура бөйөк кенәзбикә Елена Павловнаның ҡурсыуында ойошторолған. Артабан училище консерваторияға үҙгәртелгән. Рәсми асыу тантанаһы 1862 йылдың 8 (20) сентябрендә уҙа.

Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы
Нигеҙләү датаһы 20 сентябрь 1862
Рәсем
Рәсми атамаһы Ленінградская дзяржаўная кансерваторыя, Leninqrad Dövlət Konservatoriyası һәм Санкт-Петербурзька консерваторія
Ҡыҫҡаса атамаһы Санкт-Петербургская консерватория
Кем хөрмәтенә аталған Римский-Корсаков Николай Андреевич
Нигеҙләүсе Антон Григорьевич Рубинштейн[d]
Менеджер/директор Антон Григорьевич Рубинштейн[d][1], Николай Иванович Заремба[d][1][2], Михаил Павлович Азанчевский[d][1][3], Карл Юльевич Давыдов[d][1], Антон Григорьевич Рубинштейн[d][1], Юлий Иванович Иогансен[d][1][4] һәм Август Рудольфович Бернгард[d][1][5]
Ректор Васильев, Алексей Николаевич[d]
Дәүләт  Рәсәй[6]
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Санкт-Петербург
Уҡыусылар һаны 870[1]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[7]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 75 кеше (1900)[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт conservatory.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 5020 ± 9[8]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургской консерватории[d]
Карта
 Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһы Викимилектә
 
Ҡабул итеү шарттары, 1894 йыл.

Консерваторияны ойоштороуҙың төп инициаторы - уның тәүге артистик директоры Антон Рубинштейн булған, ул шулай уҡ фортепиано класы буйынса беренсе профессор.

Композиция класы буйынса консерваторияны беренсе булып 1865 йылда Петр Ильич Чайковский ҙур көмөш миҙал менән тамамлай .

 
Санкт-Петербург консерваторияһы, 1913 й. К. К. Булла фотоһы.

1871 йылда композиция теорияһы һәм инструментлаштырыу кафедраһы профессоры вазифаһына Николай Римский-Корсаков саҡырыла . Консерваторияла уҡытҡан йылдарҙа (1871-1908) Римский-Корсаков бик күп күренекле музыканттарҙы әҙерләп сығара, уларҙың ҡайһы берҙәре, Анатолий Лядов һәм Максим Штейнберг кеүек үк, артабан үҙҙәре Консерватория профессорҙары булып китә.

1876 йылда Карл Юльевич Давыдов консерватория директоры булып тора.

Директор булып эшләгән дәүерендә Давыдов уҡыу программаларын һәм имтихан талаптарын әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә. Консерваторияға уҡырға инеү һәм тамамлау өсөн талаптар айырыуса ентекле аныҡлана. Давыдов ҡарамағында юғары уҡыу йорто булараҡ консерваторияның әһәмиәтен күтәргән яңы устав эшләй башлай.

К. Ю. Давыдов осоронда уҡыусылар ҡабул итеү байтаҡҡа киңәйә, ике тапҡырға тиерлек арта. Түләүһеҙ вакансиялар һаны арта, ә ҡайһы бер уҡыусылар өсөн льготалы түләү билдәләнә. Үҙенең директор эшмәкәрлеге башында Давыдов Уҡыусыларға матди ярҙам һәм мохтаждарҙы ятаҡҡа урынлаштырыу буйынса йәмғиәт ойошмаһының инициаторы булып сығыш яһай.

Батша чиновниктары менән уның араһында бер нисә низағ килеп сыҡҡан, улар түбән ҡатлам студенттарына консерваторияға инеү өсөн түләү буйынса льготаларҙы ҡыҫҡартырға талап иткән. Дирекция менән килешмәйенсә, К.Ю. Давыдов отставка тураһында ғариза биргән һәм 1887 йылда консерваториянан киткән.

Уның тураһында замандаштарының хәтирәләре бик йылы. К. Ю. Давыдов етәкселеге осоро — консерватория үҫеше тарихында иң мөһим дәүерҙәрҙең береһе.

1905 йылда консерватория ректоры итеп композитор Александр Глазунов һайлана, ул 1928 йылға тиклем был вазифала ҡала.

Революциянан һуңғы осор

үҙгәртергә

1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһынан һуң Петроград консерваторияһы 1918 йылда дәүләт учреждениеһы булып китә.

1956 йылға тиклем Ленинград консерваторияһы составына хәрби-диңгеҙ факультеты ингән.

XXI быуат башына ҡарата Консерватория Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора һәм ете факультеты бар:

  • Фортепиано.
  • Оркестр.
  • Вокаль.
  • Режиссерлыҡ.
  • Дирижерлыҡ-композиторлыҡ.
  • Халыҡ инструменттары.
  • Музыка фәне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Э. Консерватории в России (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 2. — С. 662—664.
  2. Риман Г. Заремба (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 2. — С. 524—525.
  3. В. Азанчевский (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 13.
  4. Н. С. Иогансен, Юлий Иванович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1894. — Т. XIIIа. — С. 724—725.
  5. В. Бернгард (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 113—114.
  6. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  7. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  8. Интерфейс программирования приложения YouTube
  9. Высочайше утвержденный устав музыкального училища при Русском музыкальном обществе // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — CПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1863. — Т. XXXVI, отделение второе, 1861, № 37491. — С. 358—360.

«Ленинградская консерватория в воспоминаниях» 2020 йыл 17 февраль архивланған. / ред. Г. Г. Тигранов. — Л.: Музыка, 1987

Һылтанмалар

үҙгәртергә