Алға (шишмә)
Алға («Гөлбикә» шишмәһе) — Башҡортостандың Дәүләкән районында урынлашҡан минераль сығанаҡ, гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 й.)[1].
Алға | |
---|---|
Сығанаҡ төрө | шишмә |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Дәүләкән районы |
Алға — сульфат-кальцийлы сығанаҡ, Асылыкүл төркөмө шишмәләре араһында иң типик, Асылыкүл күле янындағы, уның көньяҡ — көнбайыш ярында, өс билдәле минераль сығанаҡтарҙың береһе. Сығанаҡ ер өҫтөнә үҙән төбөнән сыға, Яңы Тормош ауылы буйлап, күлгә ағып төшә. Аслы-Өйҙөрәк йылғаһындағы шишмә тирәһендә — өйрәктәр оялаған тал, муйыл, әлморондан торған әрәмә (рощица). Алға шишмәһенең һәм Өйҙөрәк йылғаһының үҙәнендә ҡуйы үләнле үҫемлек. 3 саҡрым алыҫлыҡта — Алға ауылы. Минераль һыуҙың барлыҡҡа килеүе Көнгөр ярусының гипслы тоҡомдары менән бәйле. Төрө буйынса шишмәнең һыуы аҙ күләмлә минералланған сульфат — кальцийлы һыуға ҡарай.
Мөһим фәнни әһәмиәте булараҡ сығанаҡ Башҡортостандың махсус һаҡланыусы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Алға (шишмә) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2022)