Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы

журналист, яҙыусы
(Айгиз Гиззатович Баймухаметов битенән йүнәлтелде)

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — яҙыусы, журналист, йәмәғәтсе. 2020 йылдан «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, 2022 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).

Айгиз Баймөхәмәтов
Тыуған көнө:

27 октябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (35 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Белорет районы
Абҙаҡ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Жанр:

проза

Дебют:

«Ҡалдырма, әсәй!», 2013.

Премиялары:

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2015)

Наградалары:

Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал (2018)

Биографияһы

үҙгәртергә

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде һәм бер ук ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегияһы составына индерелде[2].

2020 йылдың июнендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 2018 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына депутат итеп һайланды[5].
  • Башҡортостан Яҙыусылар союзының 2022 йылдың 16 декабрендә үткән XIX съезында алдағы биш йылға ижады ойошманың етәксеһе итеп һайланды [6].
  • 2016 йылдан — Төрки донъяһы йәш яҙыусылары союзының (Әзербайжан) Башҡортостандағы рәсми вәкиле.

Халыҡ-ара сараларҙа

үҙгәртергә
  • Төркиәнең баш ҡалаһы Стамбулда Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (2017).
  • Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (июль, 2016)[7].
  • Төркиәнең Трабзон ҡалаһында уҙғарылған Төрки донъяһы ҡоролтайы делегаты (2015).

Рәсәй төбәктәрендә

үҙгәртергә

Башҡортостанда

үҙгәртергә
  • 2018 йылдың майында Айгиз Баймөхәмәтов шағир, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер һәм уның ҡатыны — филология докторы, Жургенов исемендәге Ҡаҙағстан милли сәнғәт академияһы доценты Алиә Бияздыҡова менән берлектә төрлө ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашты[9].
  • Әҙип республика ҡала һәм райондарында, Башҡортостандың күрше төбәктәрендә үткәрелгән яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа, әҙәби кисәләрҙә, китап уҡыусылар конференцияларында бик теләп ҡатнаша. Оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ, ул был сараларҙа халыҡ йырҙарын да тамашасыға еткерә.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәтенә XXI быуаттың тәүге ун йыллығында килгән йәш быуын яҙыусылары вәкиле. Республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы — «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәткәр булып эшләүе һәм, көндәлек тормоштан ҡалышмай, күп яҡлы темаларға арналған мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән ул әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Быға уның Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында әҙәби ижад буйынса махсус курс үтеүе лә ыңғай яҡтан булышлыҡ итә. Айгиздең хикәйәләре һуңғы тиҫтә йыл арауығында республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып килә, шуларҙың бер нисәһе өсөн ул «Аманат» журналы премияһына лайыҡ булды. 2013 йылда йәш яҙыусының «Ҡалдырма, әсәй!» исемле повесы «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Шул уҡ йылда автор «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсының «Йыл асышы» номинацияһында еңеүсе тип табылды. 2014 йылда был әҫәр Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә рус телендә баҫылды.

2014 йылдың май аҙағында ун шағир һәм дүрт прозаиктан торған йәш авторҙарҙың ҙур бер төркөмө составында Айгиз Баймөхәмәтов тә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде[10][11]. Йәмәғәт ойошмаһы идара ағзаларының бындай хәлдең ғүмерҙә лә булғаны юҡ тип билдәләүе генә лә күп нәмә һөйләй.

Айгиздең үҙенә генә килгәндә, ул — күләме яғынан әллә ни оло булмаған «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге повесы менән үк әҙәбиәткә ысын мәғәнәһендә «атылып» килеп инде тип әйтергә була. Йәш яҙыусының был әҫәре тәү сиратта унда күтәрелгән ваҡиғалар, уларҙы тәрән хистәр аша һүрәтләү йәһәтенән төрлө быуын уҡыусыларҙы ла, әҙәбиәт белгестәрен дә тиҙ арала йәлеп итте. Повестың «Башҡортостан» гәзите биттәрендә баҫылған тәүге өҙөктәре үк күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла «Ҡалдырма, әсәй!» китап булып нәшер ителеү менән үк таралып та бөттө. Уның руссаға тәржемә ителгән баҫмаһы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды һәм, тиҙ арала һатылыуы сәбәпле, китап өҫтәлмә тираж менән икенсегә нәшер ителде[12].

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, мәҫәлән, әҫәргә ыңғай баһа биреп, «Башҡортостан» гәзитендә (2014 йыл, 18 апрель) түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш дуҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло».

Яҙыусының был повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды[13].

«Ҡалдырма, әсәй!» повесын «Çамрăксен хаçачĕ» гәзитенең («Молодежная газета») баш мөхәррире, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, прозаик Дмитрий Моисеев сыуаш теленә тәржемәләгән. Әҫәр Сыуаш Республикаһының йәштәр гәзитендә баҫылды[14].

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы, шулай уҡ әзербайжан теленә тәржемә ителеп, «Ulduz» журналында баҫылды[15].

2016 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле ҡуйылды (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев)[16][17]. Был әҫәрҙе шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында утыҙ йыллап уңышлы эшләп килгән «Таңсулпан» драма түңәрәге лә сәхнәләштерҙе[18].

Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы үтте[19].

2016 йылдың ноябрендә Өфөнәң «Инеш» китап нәшриәтендә йәш яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы донъя күрҙе. Хикәйәләр тупланған был йыйынтыҡты мәғәнәүи яҡтан «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы итеп ҡабул итергә була: яңы баҫмала шул уҡ геройҙарҙың — балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең артабанғы яҙмышы һүрәтләнә[20].

2017 йыл миҙгелендә Бүрәт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы.[21].

2017 йылдың май айында Өфөнәң «Инеш» нәшриәтендә яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» («Детство без сказок» (рус.)) тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән, ул — етем балаларҙың тормошо хаҡындағы «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы. Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Баҫманың тиражы — ике мең дана. Автор әйтеүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә[22][23].

2017 йылдың ноябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен Рәсәйҙең «Театр» телеканалында күрһәттеләр. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә. Уны Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған. Инсценировка авторы — Әнгизә Ишбулдина. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән[24].

2017 йылда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы ҡаҙаҡ телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Ул «Тастамашы, ана!» исеме менән Алматы ҡалаһының «Кокжиек» нәшриәтендә өс мең дана менән донъя күрҙе. Әҫәрҙе ҡаҙаҡсаға Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, «Мөлдір бұлақ» журналының мөхәррир урынбаҫары шағир Саят Камшыгер тәржемә иткән[25][26]. Әҫәр Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды[27].

Әҙиптең 2013—2017 йылдарҙа ижад иткән яңы китабы «Урам балалары» тип атала, һәм ул 2018 йылда Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өс мең тираж менән баҫылып сығасаҡ[28].

2018 йылдың мартында Өфөләге «Инеш» нәшриәтендә әҙиптең повесы «Калдырма, әнкәй!» исеме менән татар телендә донъя күрҙе. Уны Руслан Сөләймәнов тәржемә иткән. Баҫманың тиражы — 3000 дана. Быға тиклем Ҡаҙағстанда бестселлер булып танылған әҫәр бында ла шундай уҡ билдә менән сығарылған. Автор һүҙҙәренсә, уның автобиографик әҫәре Татарстан уҡытыусылары үтенесе менән туғандаш республика теленә ауҙарылған[27].

2018 йылдың июлендә «Инеш» нәшриәтендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош…» исемле яңы китабы сыҡты. Уға билдәле замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән. Баҫманың тиражы — ике мең дана[29].

2018 йылда Алматыла «Ҡалдырма, әсәй!» повесы 5000 дана менән ҡаҙаҡ телендә «Тастамашы, ана!» исеме менән баҫылды. Ҡаҙағстанда әҫәр шунда уҡ популярлыҡ яуланы һәм бестселлер тип аталды. «Эл-Жастар» Күкшетау йәштәр театрында повесть буйынса спектакль ҡуйылды. Яңыраҡ китап рус телендә лә донъя күрҙе[30].

2019 йыл башында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы бер юлы ике республикала баҫылып сыҡты. Ҡырғыҙстанда ул ҡаҙаҡсанан Жолдубек Ҡасҡынбаев тәржемәһендә ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 2000 дана. Шулай уҡ Бишкәктә был китап Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә рус телендә нәшер ителде[30].

2019 йылдың май айында Ҡаҙағстанда «Әкиәтһеҙ бала саҡ» китабы «Ертегісіз өткен балалық» исеме менән «Самга» нәшриәтендә 2000 данала баҫылып сыҡты[31].

2019 йылдың майында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе. Ул Сыуаш дәүләт китап нәшриәтендә «Хыпар» нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Дмитрий Миосеев тәржемәһендә баҫылды[32].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр[33].

Китаптары

үҙгәртергә
  1. Ан парах, анне!: Повесть. — Сыуаш дәүләт китап нәшриәте, 2019 (сыуаш.)
  2. Ертегісіз өткен балалық. : Повесть. — Самга, 2019 (ҡаҙ.)
  3. Дети улицы: повесть. — Уфа: Китап, 2018. —
  4. Ҡыҙыҡ был тормош… — Өфө: Инеш, 2018. — 128 бит. ISBN 978-5-903622-98-6
  5. Калдырма, әнкәй!: Повесть. — Өфө: Инеш, 2018. (тат.).
  6. Урам балалары.
  7. Тастамашы, ана!: Повесть. — Алматы: Кокжиек, 2018. (ҡаҙ.)
  8. Әкиятсез балачак. (тат.), «Казан утлары» сайтында [1] 2019 йыл 21 апрель архивланған., [2] 2019 йыл 21 апрель архивланған., [3] 2019 йыл 20 апрель архивланған.
  9. Детство без сказок.: Рассказы. — Уфа: Инеш, 2017. (рус.)
  10. Әкиәтһеҙ бала саҡ.: Хикәйәләр. — Өфө: Инеш, 2016.
  11. Не оставляй, мама!: Повесть. — Уфа: Инеш, 2014, 2016. — 176 бит. (рус.)
  12. Ҡалдырма, әсәй!: Повесть. — Өфө: Китап, 2013, 2016. — 160 бит.

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре

үҙгәртергә

Ижады тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә

Әҙип менән әңгәмәләр

үҙгәртергә
  • Гөлнур Ҡыуатова. «Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара…» йәки Айгиз Баймөхәмәтов ниңә өйләнмәй? «Йәшлек» гәзите, 2019, 17 август[34].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса премьера менән асыла. Ҡаҙағстан телевидениеһы был турала сюжет күрһәтте[35].
  • «Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың мартына «Ҡалдырма, әсәй!» повесының төрлө телдәрҙә баҫылған дөйөм тиражы 30 мең дананан артып киткән, ә интернет аша әҫәрҙең электрон варианты 100 мең тапҡырҙан күберәк күсереп алынған. Был күрһәткес Рәсәйҙең милли республикалары араһында рекорд булып тора[27].
  • 2018 йылдың мартында Айгиз Баймөхәмәтов Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнде. Награда уға ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешенә өлөш индергән өсөн бирелде[36].
  • 2017 йылда ҡаҙаҡ телендә айырым китап булып баҫылып сыҡҡан «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды[27].
  • «Ҡалдырма, әсәй!» повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды[13].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Айгиз Баймухаметов избран новым председателем Союза писателей Республики Башкортостан
  2. В трех башкирских журналах меняются главные редакторы. ИА «Башинформ», 2020, 14 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2020)
  3. Радий Хабиров наградил деятелей культуры и искусства Башкортостана. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 27 июня 2020 года 2020 йыл 8 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2020)
  4. 4,0 4,1 СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 27 июня 2020 года 2020 йыл 29 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2020)
  5. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Депутаты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2023)
  6. Председателем Союза писателей Башкортостана избран Айгиз Баймухаметов. ИА «Башинформ», 16 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2022)
  7. В Баку обсудили перспективы перевода башкирской поэзии на азербайджанский язык. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)
  8. На III Международном фестивале национальных театров «Алтан-Сэргэ» Башдрамтеатр удостоен двух специальных премий. Интернет-портал «Республика Башкортостан», 17 сентября 2016(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 31 октябрь 2016) (рус.)
  9. Автор перевода башкирского бестселлера на казахский язык приехал в Уфу. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 16 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 май 2018)
  10. Яҙыусылар артты — «Башҡортостан» гәзите, 2014, 6 июнь 2016 йыл 9 март архивланған.
  11. Башҡортостан Яҙыусылар союзы йәш авторҙар менән тулыланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 30 май
  12. Баш ҡалала Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балалар тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы нәшер ителде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 25 ноябрь
  13. 13,0 13,1 Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 18 сентябрь 2015 йыл
  14. Башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш теленә тәржемә ителгән — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 октябрь
  15. Башҡортостан яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы әзербайжан телендә баҫылған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 3 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2017)
  16. Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» спектакле сәхнәләштерелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2016)
  17. В Уфе поставили спектакль по нашумевшей повести о детях-сиротах «Не оставляй, мама!» — в ролях только мужчины. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2016)
  18. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2016)
  19. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 апрель (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2016)
  20. В Уфе вышла новая книга Айгиза Баймухаметова «Детство без сказок» о судьбах детдомовцев. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 ноябрь(рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2016)
  21. Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 22 март (Тикшерелеү көнө: 23 март 2017)
  22. Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле рус теленә тәржемәләнгән яңы китабы баҫылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 18 май (Тикшерелеү көнө: 18 май 2017)
  23. В Уфе издана новая книга Айгиза Баймухаметова «Детство без сказок» в переводе на русский язык. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 18 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2017)
  24. Башҡорт театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен илдең «Театр» телеканалында күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 21 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)
  25. В Казахстане издана книга башкирского писателя Айгиза Баймухаметова на казахском языке. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 6 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2018)
  26. «Ҡалдырма, әсәй!» — ҡаҙаҡ телендә. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 12 ғинуар(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2018)
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 Автобиографическую книгу башкирского писателя признали бестселлером. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 15 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 май 2018)
  28. Автор нашумевшей книги «Не оставляй, мама!» Айгиз Баймухаметов написал новую книгу — о беспризорниках. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 20 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
  29. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы китап сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 19 июль (Тикшерелеү көнө: 20 июль 2018)
  30. 30,0 30,1 Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы бер юлы ике илдә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 3 апрель (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
  31. Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 13 май (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
  32. «Ҡалдырма, әсәй!» — сыуаш телендә. «Башҡортостан» гәзите, 2019, 27 май 2019 йыл 30 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 май 2019)
  33. Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 4 декабрь (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2019)
  34. Гөлнур Ҡыуатова. «Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара…» йәки Айгиз Баймөхәмәтов ниңә өйләнмәй? «Йәшлек» гәзите, 2019, 17 август (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2019)
  35. Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса премьера менән асыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 24 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2019)
  36. 36,0 36,1 Башҡорт яҙыусыһын Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнеләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 6 март (Тикшерелеү көнө: 7 март 2018)
  37. https://tatar-inform.tatar/news/baskortstan-yazucysy-aigiz-baimoxammatov-salavat-yulaev-ordeny-belan-bulaklande-5888198

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Наши авторы: Айгиз Баймухаметов 2016 йыл 5 март архивланған. // Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
башҡа сығанаҡтарҙа