Шоңҡар (журнал)
Шоңҡар (журнал) | |
---|---|
Шоңҡар | |
Башҡортостан йәштәренәң ижтимағи-сәйәси журналы | |
Индексы | 450001 |
Адресы | Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2. |
Телефон | 8(3472)2777992 |
E-mail: | shonkar@yandex.ru |
Website: | http://www.shonkar.ru |
Тиражы | 6 506 дана |
Шоңҡар — Башҡортостан йәштәренен ижтимағи-сәйәси журналы.
Тарихы
үҙгәртергә1990 йылдарға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «Ленинсы» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы Йәшлек гәзите барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта йәштәр журналы асыу мәсьәләһе тыуа.
Ул саҡта йәштәр журналы Ағиҙел журналында Журнал эсендә журнал булып сыға. Артабан 1993 йылдың аҙағында Башҡортостан китап нәшриәте альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итә. 1994 йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, Шоңҡар журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, баҫыла башлай. Тиражы 9200 данаға барып етә.
Бөгөнгөһө
үҙгәртергәШоңҡар буш урында барлыҡҡа килмәне. 1990 йылдар барышында, башҡорт халҡының милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәл ине. Ошоға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «Ленинсы» гәзите урыҫ телендә нәшер ителгән «Ленинец»тың дубляжы, йәғни туранан-тура тәржемәһе генә ине. Милли хәрәкәттең көсәйеүе һөҙөмтәһендә, башҡорт халҡы, айырыуса йәштәр тырышлығы менән «Ленинсы» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы «Йәшлек» гәзите барлыҡҡа килде һәм ул халҡыҡтың милли үҙаңын уятыуға, асылына ҡайтыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Әммә быуа йырылып аҡҡандағы шикелле оператив жанрҙағы гәзит кенә рухи ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп бөтмәне: йәштәр өсөн махсус журнал асыу зарурлығы ҡалҡып сыҡты.
Бәхәс юҡ: теләк кенә эштең шунда уҡ хәл ителеүен аңлатмай әле, барыһы ла бөртөкләп йыйыла. «Ағиҙел» журналының ул саҡтағы баш мөхәррире, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Булат Рафиҡов ошо абруйлы баҫмала ижади йәштәр өсөн «Журнал эсендә журнал» сығарырға ҙур тәүәккәллек ҡылды. Артабан 1993 йылдың аҙағында Башҡортостан китап нәшриәте альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итте. Ә инде 1994 йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, «Шоңҡар» журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, үҙенең донъяға тыуыуы хаҡында хәбәр итте.
Баҫманың тәүге баш мөхәррире итеп шағирә Таңһылыу Ҡарамышева тәғәйенләнде. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеп, ижади коллектив туплап өлгөрҙө. Журнал уҡыусылар яңы баҫманың барлыҡҡа килеүен дәррәү ҡабул итте, төрлө кәңәш-тәҡдимдәр менән редакцияға хаттар яуҙы. Был иһә коллективты рухландырып эштәренә ҡанат ҡуйҙы. Әлегәсә билдәһеҙ журналдың шунда уҡ 5 мең тираж йыйыуы тап шул хаҡта һөйләй. Баҫманың баш мөхәррире итеп билдәле яҙыусы Әмир Әминев тәғәйенләнгәндән һуң «Шоңҡар»ҙың биҙәлеше тағы ла яҡшырҙы, форматы ҙурайҙы, уның һандан һанға йөкмәткеһе байыны. Рауил Бикбаев, Йыһат Солтанов, Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Шәкүр кеүек башҡорт халҡының билдәле шәхестәре менән бер рәттән яңы авторҙар барлыҡҡа килде һәм улар, әҙәбиәттә үҙҙәренең урынын табып, башҡорттоң ижади интеллигенцияһы сафын тулыландырҙы. Әлбиттә, республика башҡа журналдарҙан күпкә йәш 15 йыллыҡ тарихы булған «Шоңҡар»ға байҡауҙы оҙаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине.
Бөгөнгө көндә редакция заманса техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Был тәңгәлдә редакция коллективы Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа рәхмәт белдерә.
2007 йылдан «Шоңҡар»ҙың тышлығы сифатлы ҡағыҙҙа баҫыла башланы һәм был фоторәсемдәр һәм һүрәттәрҙең сифатында ҙур сағылыш тапты. Был иһә биҙәлеш тәңгәлендә баҫманың үҙ йөҙөн булдырыуҙа редакцияның ижади коллективына киң мөмкинлектәр асты. Сығымдар тулыһынса республика бюджетынан ҡаплана.
Редакцияла тиҫтерҙәренең тормошон яҡшы аңлаған бары тик йәштәр эшләй. («Шоңҡар» журналы коллективы республика гәзит-журналдары араһында иң йәше, коллективтың уртаса йәше — 27,5).
Беҙҙең коллектив бер ҡасан да эҙләнеүҙән туҡтамай, сөнки ваҡыт тигәнең һаман алға елә һәм журнал уҡыусыларҙың талаптары ла арта. Беҙ һәр саҡ йәштәрҙе ниҙәр ҡыҙыҡһындырыуын, уларҙың нимәләр хаҡында уҡырға теләүҙәрен иҫәпкә алабыҙ һәм журнал биттәрендә төрлө ҡатлам уҡыусыларға үҙе теләгән рухи аҙығын бирергә тырышабыҙ. Матбуғат баҙарын мотлаҡ белеү кәрәк бөгөнгө көндә. Шулай ҙа «Шоңҡар» үткәргән төп сәйәсәт — бөгөнгө шарттарҙа йәштәр упҡынға ҡолап төшмәй, заманаһына ҡулайлашырға өйрәнһен, үҙен, ғаиләһен, тыуған Башҡортостанын яҡлай белһен, башҡорт халҡын Ер йөҙөндә һаҡлап ҡалдырыу ғына түгел, артабан да ишәйтһен. Шуға ла беҙҙең геройҙарыбыҙ — Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, тыуған тупрағынан айырылып башҡа төбәктәргә, хатта сит илдәргә китеп ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән, тормошҡа үҙ аллы ҡарашы булған йәштәр. Беҙ тап шундайҙарҙы өлгө итеп ҡуябыҙ ҙа инде. Юҡһа әле һаман кемдәндер көтөү ҡаныбыҙға артыҡ һеңгән шул. Бөгөнгө башҡорт йәштәре бына ошо сирҙән тамам арынырға тейеш. Мәғлүм, ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙгә һәр яҡлап та башҡа милләттәрҙән ҡалышырға ярамай.
Журналыбыҙ һауаларҙа йөҙмәй, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеп практик йүнәлеш алыуы менән ота тиер инем. Мәҫәлән, «Шоңҡар»ҙа сыҡҡан мәҡәләләргә бәйле өлкән кластарҙа һөйләшеүҙәр, диспуттар үткәрелеүе, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тарафынан Эскелеккә, наркоманияға һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш иғлан ителгән йылда мәктәптәрҙәге махсус дәрестәрҙә беҙҙә донъя күргән материалдарҙың ярҙам иткәне өсөн бик күп уҡытыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү редакция коллективына дәрт-илһам өҫтәне. Иманыбыҙ камил: баҫма кешегә тормошта аныҡ йүнәлеш бирһә йәки ярҙам күрһәтһә, уға мотлаҡ яҙыласаҡтар. |
— тип белдерә журнал хеҙмәткәре Шамил Яубаҫаров.
Журналдың сайты
үҙгәртергәСайт «Шоңҡар» — «Шоңҡар» башҡорт йәштәре журналының рәсми сайты. Әлеге ҡиәфәттә донъяны солғаған интернет селтәрендә сабый ғына кеүек, әммә йөкмәткеһенең байлығы, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмауы йәһәтенән саф башҡортса «һөйләшеүсе» сайттар араһында алдынғылар сафында.
Сайттың тарихына килгәндә, әлбиттә, ул элек тә бар ине. Әммә уның эстетик йөҙө, сикле функциональ мөмкинлектәре журнал етәкселеген, коллективын да ҡәнәғәтләндермәй ине. Һөҙөмтәлә — интернет селтәрендә әле күргән сайтығыҙ бар булды. www.shonkar.ru бөгөндән ниндәй яңылыҡтар тәҡдим итә, тиһәгеҙ, бәлки, абайлағанһығыҙҙыр. Сайтта күренекле журналистарҙың, мәғариф өлкәһендә эшләүсе, студенттарҙың блогтары булдырылған. «Мәғлүмәтле, тимәк, ҡораллы» тигән ҡараштан сығып эш итә, сайтты төҙөүселәр. Яңылыҡтар, үкенескә ҡаршы, айына бер генә тапҡыр сыҡҡан журналдың сығыуын көтөп ятмай — тәүлек әйләнәһенә :) яңыртылып тора. Даирәһе лә киң: мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ, йәштәр сәйәсәте, спорт яңылыҡтары һәм башҡалар.
Журнал рубрикалары
үҙгәртергә- Самауырҙы йыҡҡансы
- Йәшәйеш
- Түңәрәк өҫтәл
- Мәшһүр ҡурайсылар
- Табип мөйөшө
- Донъя кухнялары
- Ғибрәт
- Сәйәхәтнамә
- Ижтимағи мөнбәр
- Әҙәм һәм Һауа
- Сыҡ майҙанға
- Илһам
- Ижад кухняһы
- Тарихнамә
- Барсынһылыу
- Мәғрифәт
- Телебеҙҙә — көнөбөҙ
- Үҙ-үҙем менән әңгәмә
- Мөғжизәле донъя
- Сәсмәүер
- Кәсеп
- Ҡараш
- Күңел һандығы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт 2017 йыл 5 декабрь архивланған.
- Икенсе сайт 2010 йыл 1 октябрь архивланған.