Австрия халҡы
Австрия халҡы 2013 йылға ҡарата 8,47 млн.кеше иҫәпләнә.
Австрияла халыҡ һаны үҫеше
үҙгәртергә- 1 йыл б.э. — 600 млн.кеше
- 1500 йылда — 3,0 млн.кеше.
- 1900 йылда — 6,0 млн.кеше
- 1921 йылда — 6,13 млн.кеше
- 1923 йылда. — 6,53 млн.кеше
- 1934 йылда — 6,75 млн.кеше
- 1949 йылда — 7,05 млн.кеше
- 1957 йылда — 6,99 млн.кеше
- 1958 йылда — 7,02 млн.кеше
- 1998 йылда — 7,97 млн.кеше
- 2008 йылда — 8,34 млн.кеше
- 2010 йылда — 8,39 млн.кеше
- 2100 йылда (прогноз) — 8,3 млн.кеше
1961 һәм 2008 йылдар арауығында Австрия халҡының һаны 1,2 млн кешегә (17 %) артҡан. 1951 йылдан алып 2001 йылға тиклем тотҡан дине буйынса халыҡ иҫәбе:
Йыл | Австрия /
Österreich |
Христиан | Йәһүд | Ислам | Атеист / башҡалар |
---|---|---|---|---|---|
1951 | 6 933 905 | 6 655 589 | 11 224 | - | 267 092 |
1961 | 7 073 807 | 6 794 776 | 9 049 | - | 269 982 |
1971 | 7 491 526 | 7 096 818 | 8 461 | 22 267 | 363 980 |
1981 | 7 555 338 | 6 940 220 | 7 123 | 76 939 | 531 056 |
1991 | 7 795 786 | 6 686 526 | 7 268 | 158 776 | 943 216 |
2001 | 8 032 926 | 6 561 873 | 8 140 | 338 988 | 1 123 925 |
Ғүмерҙең уртаса оҙонлоғо:
- Ирҙәр — 77,7 йәш;
- Ҡатын-ҡыҙҙар — 83,2 йәш;
- Тыуым кимәле 1000 кеше иҫәбенә — 8,65 сабый
- Үлем кимәле 1000 кеше иҫәбенә — 9,98 үлем осрағы
Халыҡ структураһы
үҙгәртергәАвстрия халҡының төп үҙенселектәренең береһе — 70-се йылдар башынан алып, уның үҫешенең туҡтап ҡалыуы. Был тыуымдың бик ныҡ түбән булыуы менән аңлатыла. Әгәр ҙә ғүмерҙең уртаса оҙонлоғо күҙгә күренеп артмаһа, ә ул 1990 йылда 75 йәшкә етә, демографик ситуация тағы ла ҡырҡыуыраҡ торор ине. Тыуымдың кәмеүе күпселек австрия халҡының ауыр матди хәлдә ҡалыуы менән дә, шулай уҡ Икенсе донъя һуғышы менән дә бәйле аңлатыла.
Шуға күрә лә Австрияла халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелмәй: тыуым һәм үлем йыл һайын бер үк кимәлдә. Әллә ни ҙур булмаған тәбиғи үҫеш насар үҫешкән Көнбайыш Альп ерҙәрендә һәм ауыл ерҙәрендә һаҡланып ҡалған.
Шул уҡ ваҡытта Австрияла тыуым һәм үлем кимәле бер тигеҙ кәмей: 2001 йылда 75,5 мең кеше тыуһа, ә 74,8 мең кеше (һәр ҡайһыһы 9,3 %). Һуңғы йылдарҙа тыуғандарҙың һаны үлгәндәрҙекенән артыңҡырауы сит илдән күсеп килеүселәр иҫәбенә тулыландырыла (+8,2 меңгә ҡаршы −7,5 мең австрийҙар). Балаларҙың үлем осрағы 1000 иҫәбенә 4,8 кеше яңы тыуған. Ғүмерҙең уртаса оҙонлоға 80,5 йыл, шул уҡ ваҡытта, ирҙәр өсөн 77,7 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 83,2 йәш (2011). 2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса, ирҙәр һаны — 4 086 434 кеше, ҡатын ҡыҙҙар һаны — 4 301 308. 60 йәште уҙған һәм унан олораҡ халыҡ өлөшө 23,1 % тәшкил итә. Австрия белгестәре билдәләүенсә, йәштәрҙең кәмеүе һәм оло кешеләр һаны артыуы хеҙмәт ресурстарының кәмеүенә килтерәсәк.
Енес буйынса
үҙгәртергәТыуған ваҡытта: 1.05 малай/ҡыҙ
- 15 йәшкә тиклем: 1.05 ирҙәр/ҡатын-ҡыҙҙар
- 15-64 йәш: 1.01 ирҙәр/ҡатын-ҡыҙҙар
- 65 йәш һәм унан оло: 0.7 ирҙәр/ҡатын-ҡыҙҙар
- Бөтә халыҡ: 0.95 ирҙәр/ҡатын-ҡыҙҙар
Йәш буйынса
үҙгәртергә- 0-14 йәш: 14,5 % (ирҙәр 621,326/ ҡатын-ҡыҙҙар 592,131)
- 15-64 йәш: 67,5 % (ирҙәр 2,783,531/ ҡатын-ҡыҙҙар 2,753,389)
- 65 йәш һәм унан оло: 18 % (ирҙәр 599,415/ ҡатын-ҡыҙҙар 855,741)
Халыҡтың тығыҙлығы
үҙгәртергәИл биләмәһенлә халыҡ тығыҙлығы бер тигеҙ түгел. Ил буйынса уртаса тығыҙлыҡты иҫәпләгәндә, 1 кв. саҡрымға 90 кеше тура килә, көнсығыш райондарында ул 150—200 һәм унан да күберәк кеше, ә Венаға тейеп торған Альп тирәһендә яҡынса 15-20 кешегә тура килә.. Австрия ерендә халыҡ тығыҙлығы түбәндәгесә бүленгән:<
- Штирия: 73 кеше/км²
- Түбәнге Австрия: 83,7 кеше/км²
- Үрге Австрия: 117,7 кеше/км²
- Тироль: 55,7 кеше/км²
- Бургенланд: 71,5 кеше/км²
- Зальцбург: 74 кеше/км²
- Вена: 4 069,1 кеше/км²
- Каринтия: 58,8 кеше/км²
- Форарльберг: 141,3 кеше/км²ref>Статистические данные об австрийских землях (рус.)</ref>
Ҡалалар
үҙгәртергәХалыҡтың 77 % ҡалаларҙа (халыҡ һаны 2 мең кешенән күберәк урында) йәшәй. Хәҙерге Австрияның һәм элекке Австро-Венгрия империяһының баш ҡалаһы Вена — Европалағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе, уның халҡы 1,6 миллиондан (ҡала ситендәге 2 миллион кеше менән бергә) артып китә, халыҡ составы буйынса бик күп төрлө — бында Үҙәк Европала һәм Көнсығыш Европала йәшәгән милләттәрҙең бөтө вәкилдәре лә бар. Венанан айырмалы, илдең башҡа ҡалаларында халыҡ һаны 400 меңде үтәп китә.
- Грац — 305 мең.
- Линц — 180 мең.
- Зальцбург — 145 мең.
- Инсбрук — 120 мең.
- башҡа ҡалалар — менее 100 мең.
Австрияла урбанизация кимәле 67 % тәшкил итә.
Ил биләмәһендә халыҡ тығыҙлығы бер тигеҙ түгел. Ил буйынса уртаса тығыҙлыҡты иҫәпләгәндә, 1 кm² 90 кеше тура килә, көнсығыш райондарында ул 150—200 һәм унан да күберәк кеше, ә Венаға тейеп торған Альп тирәһендә яҡынса 15-20 кешегә тап килә. Ил биләмәһенең ҙур өлөшөндә ауыл халҡы утарҙарҙа һәм айырым хужалыҡтарҙа йәшәй — бында уңдырышлы ерҙәрҙең етешмәүе үҙен белдерә. Тормош шарттары ауыр булғанлыҡтан, Альп тирәһендә йәшәгән халыҡтың һаны кәмей, таулы ерҙән — "бергфлюхт"тан ҡасыу күренештәре күҙәтелә. Ил халҡының 2 % диңгеҙ кимәленән 1000 метр юғары булған урында даими йәшәй.
Ил халҡының 77 % ҡалаларҙа (халҡы 2 меңдән ашыу кеше) йәшәй, әммә Австрия сәйәхәтселәрҙә ҡалаларҙан ғына торған ил тәьҫораты ҡалдырмай. Эш шунда: ҡала халҡының дүрттән бер өлөшө илдең иң ҙур ҡалаһы булған Венала тупланған. Ярты халыҡ кеше һаны 100 мең булған әллә ни ҙур түгел ҡалаларҙа йәшәй. Шулай итеп, халыҡ һаны 100 меңдән 250 меңгә тиклем еткән ҙур ҡалалар — ил өсөн тәбиғи күренеш. Улар бөтәһе дүртәү: Грац, Линц, Зальцбург һәм Инсбрук.
Этник состав
үҙгәртергәВена йәһүдтәре[1][2][3][4] Халыҡ иҫәбен алыу баһалау мәғлүмәттәре буйынса | |||||||
Дата | Халыҡ һаны | Йәһүдтәр | % | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1857 | 476,220 | 2617 | 1.3 | ||||
1869 | 607,510 | 40,277 | 6.6 | ||||
1880 | 726,105 | 73,222 | 10.1 | ||||
1890 | 817,300 | 99,444 | 12.1 | ||||
1890* | 1,341,190 | 118,495 | 8.8 | ||||
1900 | 1,674,957 | 146,926 | 8.7 | ||||
1910 | 2,031,420 | 175,294 | 8.6 | ||||
1923 | 1,865,780 | 201,513 | 10.8 | ||||
1934 | 1,935,881 | 176,034 | 9.1 | ||||
1951 | 1,616,125 | 9000 | 0.6 | ||||
1961 | 1,627,566 | 8354 | 0.5 | ||||
1971 | 1,619,855 | 7747 | 0.5 | ||||
1981 | 1,531,346 | 6527 | 0.4 | ||||
1991 | 1,539,848 | 6554 | 0.4 | ||||
2001 | 1,550,123 | 6988 | 0.5 | ||||
* Вена киңәйтелгәндән һуң |
2011 йылғы статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, иң ҙур этник төркөм — немец телле австриялылар — улар ил халҡының 89%-ын тәшкил итә. Уларҙың күбеһе немец телле австрия-бавар диалектында һөйләшә һәм 4 % халыҡ — алеман диалектының береһендә аралаша. Икенсе урында элекке Югославиянан сыҡҡан милләтттәр (шул иҫәптән хорваттар, боснийҙар, сербтар һәм словендар) — улар 4 %, 1,6 % төрөктәр йәшәй.
Австрияның статистика бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда, ил халҡының 11%-ын сит ил кешеләре тәшкил иткән. Был һанды, имигранттарҙың классик иле булған АҠШ-тағы сит илдән килгәндәр өлөшө менән сағыштырып була. Имиграцияның бындай коэффициенты менән (билдәле бер осорҙа (йылда) ил халҡының уртаса һанына теге йәки был илгә күсеп килеүсе имигранттарҙың һанына ярашлы) Австрия Люксембург һәм Швейцариянан ҡала Европала өсөнсө урында килә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, иң күп имигранттар Сербиянан, Черногориянан, Төркиәнән һәм Германиянан килгән. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә Австрияға Германиянан күсеп килеүселәр күп. 2004—2007 йылдар эсендә 100 000 немец кешеһе Австрияла иң ҙур имиграннтар төркөмөнә ҡарай[5].
Үҙ ваҡытында Габсбург империяһының үҙәге булған Австрияның хәҙерге сиге 1919 йылда Сен-Жермен килешеүе менән билдәләнгән. Вена районында йәшәүсе Австрия кешеләренең ҡайһы береһенең 1945—1949 йылдарға тиклем (немецтарҙы Көнсығыш Европанан депортациялау ваҡыты) күрше Чехия, Словакия, Венгрия, Словения һәм Румыния илдәрендә туғандары була.
Әҙ һанлы этник төркөмдәрҙең иң эреһе булып Австрияла сербтар һанала. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, 300 000 австриялылар серб сығышлы[6].
Австрияның автохтон әҙселеге
үҙгәртергәАвстрияла йәшәүсе әҙселекте тәшкил иткән халыҡтарҙы традицион юл менән бүлеп ҡарау ҡабул ителгән: элек Австрия-Венгрияһына ҡараған биләмәлә электән йәшәүселәр, һәм һуңғы ун йылда имиграция арҡаһында яңы барлыҡҡа килгәндәр. Традицион әҙселеккә Австрияла словендар, хорваттар һәм венгрҙар ҡарай.
Словен әҙселегенең байтағы Каринтия һәм Штирия федераль ерҙәрендә йәшәй. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен рәсми алыу мәғлүмәттәре буйынса, улар 14 мең иҫәпләнә (словен йәмғиәт ойошмаларының рәсми булмаған мәғлүмәттәре буйынса, Австрияла 40 мең самаһы словен йәшәй). 20 мең венгр һәм 30 мең хорват илдең иң көнсығышында урынлашҡан Бургенландта (элекке заманда был ерҙәр Венгрияға ҡараған була) йәшәй.
20 мең самаһы венгр һәм 30 мең хорват кеше илдең көнсығышында, Бургенландта (үҙ ваҡытында был Венгрия ере була) йәшәй. Традицион әҙселектең 1955 йылғы Дәүләт килешеүендә махсус ҡаралған һәм хәҙерге Австрия дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән хоҡуҡтары, ғөмүмән алғанда, һаҡлана, әммә мәғариф өлкәһе, күрһәткестәрҙең һәм билдәләрҙең ике телдә яҙылышы һәм башҡа ҡайһы бер ҡытыршылыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа Каринтиялағы словендарҙың һаны 1848 йылдағы 114 меңдән 1951 йылға 42 меңгә һәм 2001 йылға 13 меңгә тиклем ҡыҫҡара йәки илдә 40-50 мең словен ойошмаһы булһа ла, күпселек осраҡта, ассимиляция һөҙөмтәһендә, словен әҙселеге вәкилдәре халыҡтың (иҫәп алыу) 2,3%-ын тәшкил итә. Штирияла словендарҙың һаны 5-10 мең кеше тип билдәләнә; 1955 йылғы конституция гарантия биреүгә ҡарамаҫтан, словен халҡының хоҡуҡтары һаҡланылмай.
Халыҡтың дини составы
үҙгәртергә2005 йылғы иҫәп алыуға ярашлы 68,5 % австриялылар — католиктар, 4,7 % — протестанттар, 6,5 % халыҡ башҡа дини конфессияларға ҡарай (ислам — 4,2 %, православ сиркәүе — 2,2 %, иудаийҙар — 0,1 %; бөтәһе 12 конфессия теркәлгән), 17,1 % халыҡ бер дини конфессияға ла ҡарамай (1991 йылда ундайҙар — 8,6 %).
Дини принциптар буйынса таралаыш Австралия өсөн ҡәҙимге күренеш иҫәпләнмәй, әммә һуңғы ваҡытта башҡа Европа илдәрендәге кеүек, мосолмандарҙың күпләп йәшәгән райондар арта барыуы күҙәтелә.
Католиктарҙың иң күп йәшәгән урыны (2000 й.) Түбәнге Австрияның уң ярында (91,5 %), Бургенландта (85,3 %), Тиролдә (83,7 %), Штириҙа (81,8 %), иң әҙ йәшәгән урындары — Венала, Түбәнге Австрияның һул ярында (61,3 %) һәм Зальцбургта (38,9 %).
Австрияның иҡтисади әүҙем халҡы
үҙгәртергәАвстрияның иҡтисади әүҙем халҡының дөйөм һаны 4 284 600 кеше, 2010 йыл мәғлүмәтенә ярашлы. (ирҙәр — 2 302 200, ҡатын-ҡыҙҙар — 1 982 400). Иҡтисади әүҙем халыҡтың өлөшө Австрияның дөйөм халыҡ һанының 51 % -ын тәшкил итә..
Иҡтисади әүҙем халыҡ һанының үҫеше Ирҙәр + 0,6 % (+11 500), ҡатындар + 3 % (+56 600).
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың хужалыҡ тармаҡтары буйынса (мең кеше)
A) Крәҫтиәндәр. Балыҡсылар 217,9
Б) Тау-ҡаҙыныу сәнәғәте 13,2
В) Тауар етештереү 641,6
Г) Энергияны һаҡлау 27,6
Д) Һыу менән тәьмин итеү һәм коммуналь хеҙмәт 19,9
Е) Сауҙа, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү 657,5
Ж) Транспорт 204,4
З) Отелдар һәм кулинария 235,9
И) Мәғлүмәт, элемтә 99,2
K) Финанстар һәм страховкалау 142,8
Л) Торлаҡ эше 33,0
M) Ирекле ғилми һәм техник һөнәрҙәр 212,6
Н) Башҡа иҡтисади һөнәрҙәр 139,0
O) Социаль страховкалау 278,7
П) Тәрбиә һәм белем биреү 239,2
Р) Һаулыҡ һаҡлау 368,1
С) Сәнғәт, тамаша 70,4
Т) Башҡа хеҙмәттәр 96,2
У) Шәхси хужалыҡ һәм кустар производство тауарҙары 12,0
Ф) Экстерриториаль ойошмалар7,4
Бөтәһе: 4.097,0
Австрия статистика бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2005 йыл башында илдә легаль рәүештә 788 яңы иммигрант — сит ил кешеләре (дөйөм халыҡ һанының 9,6 %, был — Европалағы иң юғары күрһәткес) йәшәгән. Шуларҙың 340 меңе — Югославиянан сыҡҡан кешеләр (босниялылар, сербтар, хорваттар), ә 130 меңе (башҡа сығанаҡтар буйынса, 250—270 меңе) — Төркиәнән сыҡҡан (төрөктәр һәм ҡурдтар). 2005 йылдың октябрендә Төркиәнең Евросоюзға инеүе буйынса үткәрелгән килешеү башында австрия халҡының күп өлөшө һәм Австрия хөкүмәтенең кире мөнәсәбәте тап ошоноң менән аңлатыла торғандыр — әгәр төрөктәргә Евросоюз илдәренә тотҡарлыҡһыҙ күсеп ултырырға рөхсәт ителһә, Австрияла әлеге ваҡытта уларҙың ҙур ғына ойошмалары булғанлыҡтан, төрөктәрҙең күбеһе бында урынлашасаҡ, тип уйлайҙар. Австриялағы криминоген хәлдәргә имиграция ҙур ғына йоғонто яһай: Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдәге фатир урлашыуҙарының өстән ике өлөшө имигранттар тарафынан башҡарыла[7].
Имигранттарҙың ярайһы ғына өлөшөн сәйәси ҡасаҡтар тәшкил итә. 2002—2009 йылдарҙа сәйәси йәшәү урыны һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны Австрияла 170 000 тәшкил итә. Уларҙың иң ҙур төркөмө чечендар[8]. Икенсе урында — афғандар.
Территориаль ҡоролош
үҙгәртергәАвстрия ерҙәре:
- Бургенланд
- Каринтия
- Түбәнге Австрия
- Үрге Австрия
- Зальцбург
- Штирия
- Тироль
- Форарльберг
Тел
үҙгәртергәРәсми дәүләт телендә — немец телендә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, илдең бөтә халҡы һөйләшә, ул 88,6 % тәшкил итә. Таулы рельеф арҡаһында, илдең ҡайһы бер райондарының билдәле айырмалыҡтары күп һанлы немец теленең диалекттарын барлыҡҡа килтерҙе. Улар бөтөһе лә немец теленең Австрия-бавар диалектына ҡарай, тик көнсығышта урынлашҡан Форарльберг халҡы ғына Алемандиалекты төркөмөнә ҡарай.
Немец теленең австрия варианты, Германияла йәшәүсе немецтарҙыҡынан айырыла, шулай уҡ ул билдәле бер грамматик үҙенсәлектәргә эйә. Халыҡтың 2,3 % — төрөк телендә, 2,2 % — серб телендә, 1,6 % Бургенланд еренең рәсми теле иҫәпләнгән хорват телендә аралаша (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса).
Статистик сығанаҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ census 1890, 1900, 1910 of the K. K. Statistischen Central-Kommission and census 1934 and Statistisches Jahrbuch der Stadt Wien für das Jahr 1910, in: Anson Rabinbach: The Migration of Galician Jews to Vienna. Austrian History Yearbook, Volume XI, Berghahn Books/Rice University Press, Houston 1975, S. 48
- ↑ Statistisches Jahrbuch der Stadt Wien 1930—1935 (Neue Folge. 3. Band) published by Magistratsabteilung für Statistik. Contains figures of 1910, 1923 und 1934.
- ↑ Österreichische Historikerkommission: Schlussbericht der Historikerkommission der Republik Österreich. Band 1. Oldenbourg Verlag, Wien 2003, S. 85-87 (Ergebnis der Volkszählung 1934)
- ↑ Statistik Austria: Bevölkerung nach dem Religionsbekenntnis und Bundesländern 1951 bis 2001 (abgerufen am 15. Jänner 2009)
- ↑ oe1.ORF.at Libero 2007 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Ohne gemeinsame Stimme(недоступная ссылка) (нем.)
- ↑ Die Kriminalitätswelle rollt munter weiter!(недоступная ссылка) Wiener Zeitung, 27 ноября 2009 (нем.)
- ↑ Tschetschenen: Asyl wird restriktiver(недоступная ссылка) Wiener Zeitung, 9 декабря 2009 (нем.)