Грац (нем. Graz [ˈɡʁaːts], слов. Gradec — Градец) — Австрияның көньяҡ-көнсығышында Муре йылғаһындағы ҡала, Штирия федераль ере үҙәге. Грац — ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы, 270 меңдән ашыу халҡы бар.

Грац
нем. Graz
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Graz
Дәүләт  Австрия[1]
Административ үҙәге Штирия[d], Рейхсгау Штирия[d][2], Штирия[d] һәм Грац-Умгебунг[d]
Административ-территориаль берәмек Штирия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Мура[d]
Хөкүмәт башлығы Эльке Кар[d][3]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d] һәм Climate Alliance[d][4]
Халыҡ һаны 292 630 кеше (1 ғинуар 2022)[5]
Административ рәүештә бүленә Innere Stadt[d], St. Leonhard[d], Geidorf[d], Lend[d], Gries[d], Jakomini[d], Liebenau[d], St. Peter[d], Waltendorf[d], Ries[d], Mariatrost[d], Andritz[d], Gösting[d], Eggenberg[d], Ветцельсдорф[d], Straßgang[d] һәм Puntigam[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 353 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Тронхейм[d][6][7][8], Тимишоара[d][6][9][10][…], Ковентри[d][6][11][12][…], Монтклэр[d][6][13][14], Дармштадт[d][6][15][16][…], Пула[6][17][18][…], Триест[d][6][19][20], Печ (ҡала, Венгрия)[6][21][22][…] һәм Любляна[6][23][24]
Милке UPC-Арена[d] һәм Energie Graz[d]
Сиктәш Грац-Умгебунг[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 127,57 км² (1 ғинуар 2018)[25]
Почта индексы 8010, 8020, 8036, 8041, 8042, 8043, 8044, 8045, 8046, 8047, 8051, 8052, 8053, 8054 һәм 8055
Электрон почта stadtverwaltung@stadt.graz.at[26]
Рәсми сайт graz.at
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данных Graz open data portal[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1128
Урындағы телефон коды 316
Номер тамғаһы коды G
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Граца[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Граце[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Graz[d]
Карта
 Грац Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡала исеме славян сығышлы, славян топонимын германдар әйтелеше үҙенсәлектәре буйынса «Градец» (Gradez, Gradec) һүҙенән[27].

Административ бүленеше

үҙгәртергә

I. Innere Stadt (3302)
II. St. Leonhard (12 377)
III. Geidorf (19 119)
IV. Lend (22 369)
V. Gries (22 658)
VI. Jakomini (25 808)
VII. Liebenau (11 556)
VIII. St. Peter (12 809)
IX. Waltendorf (10 782)

X. Ries (5789)
XI. Mariatrost (7403)
XII. Andritz (16 316)
XIII. Gösting (11 489)
XIV. Eggenberg (16 467)
XV. Wetzelsdorf (12 225)
XVI. Straßgang (12 212)
XVII. Puntigam (6248)

 
The 17 districts of Graz

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ҡалала һыра ҡайнатыу, машиналар эшләү, химия, аҙыҡ-түлек һәм туҡыма етештереү кеүек сәнәғәт төрҙәре үҫешкән. Грацтың халыҡ-ара йәрминкәһе көньяҡ-көнсығыш Европала мөһим коммерция һәм сәнәғәт ваҡиғаһы булып тора. Ҡалала машина эшләү Andritz AG концерны урынлашҡан.

Мәҙәниәт, мәғариф

үҙгәртергә
 
Кунстхаус

Грац элек-электән студенттар ҡалаһы булып тора. Дүрт университет: Карл һәм Франц исемендәге Грац университеты, техник университет[28], медицина университеты[29] шулай уҡ музыка һәм актерлыҡ сәнғәте университеты[30] дөйөм 55 мең студенттар һаны менән Грацтың академик белем биреүҙә юғары әһәмиәте тураһында һөйләй. Бынан тыш, ҡалала политехник (FH Joanneum[31]) һәм иҡтисад (FH für Wirtschaft-CAMPUS 02[32]) йүнәлештәге махсус ике юғары уҡыу йорто бар.

1902 йылда техник университеттың криминология кафедраһында ғалим Ганс Густав Адольф Гросс тарафынан донъяла беренсе криминалистика музейы булдырыла.

Домкирхе сиркәүе һәм Шлоссберг замогы черепица ҡыйыҡтары менән Грацҡа айырым үҙенсәлеклек бирә.

1999 йылда Грац Иҫке ҡалаһының үҙәге ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни мираҫы тип иғлан ителә.

2003 йылда Грац Европаның мәҙәни баш ҡалаһытип һайлана. Был программа сиктәрендә хәҙерге заман сәнғәтенең Кунстхаус музейы асыла, уның бинаһы ҡаланың яңы символдарының береһе була.

2008 йылда Грац ҡалаһында 5-се бөтә донъя World Choir Games хор уйындары (Хор олимпиада) уҙа. Уларҙа донъяның 93 иленән 411 хор ҡатнаша.

Йыл һайын көҙ башында Грацта Steirischer Herbst («Штирия көҙө») хәҙерге заман сәнғәте фестивале үтә . Был Европала беҙҙең дәүерҙең иң боронғо сәнғәте фестивале (1968 йылдан алып үткәрелә).

 
Муре йылғаһында яһалма утрау

Грац спортта бодибилдер карьераһын 14 йәштән башлап «Либенауэр» тренажер залында шөғөлләнә башлаған Арнольд Шварценеггерҙың урыны  булараҡ билгеле.

Грацта футбол буйынса өс тапҡыр Австрия чемпионы - Штурм футбол клубы урынлашҡан. Уның йорт аренаһы булып 15 400 кеше һыйҙырышлы UPC Arena стадионы тора. Был стадионда шулай уҡ Грацтың башҡа клубы ГАК - 2004 йылда Австрия чемпионы сығыш яһай.

Шулай уҡ бында 2020 йылда фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионаты уҙғарыла.

Музей-арсенал

үҙгәртергә

Ҡаланың тағы бер иҫтәлекле урыны — легендар Грац арсеналы[33].

Грац XVI быуатта барлыҡҡа килгән, ул төрөктәрҙең Үҙәк Европаны баҫып алыу юлында тора. Халҡының ҡаһарманлығы һәм 16 мең яугирҙе ҡоралландырыуға һәләтле ҙур арсеналы арҡаһында төрөктәрҙең баҫып алыуы тормошҡа ашырылмай.

1749 йылда императрица Мария Терезия Австрия ерҙәренең оборонаһын үҙәкләштерергә бойора һәм баш ҡаланан ситтә арсеналдар бөтөрөлә. Грац өсөн генә ташлама яһала, сөнки урындағы халыҡ уға тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусын биреүгә өлгәшә.

Хәҙер арсенал музей булып тора. Унда 3300 хәрби кейем һәм шлем, 7800-ҙән ашыу берәмек атыу ҡоралы, шулай уҡ 2500 ҡылыс һаҡлана. Музей экспонаттарының дөйөм һаны 32 мең тирәһе.

Арсеналдың беренсе ҡаты саҡма, сәнсеү һәм ут ҡоралдарына арналған. Икенсе һәм өсөнсө ҡатында турнир булараҡ та. хәрби булараҡ та тимерҙән боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар урынлашҡан. Рыцарь кәрәк-яраҡтарынан тыш, ябай һалдаттар ҡуллана торған бик күп ҡорал һәм кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ рыцарь аттары өсөн кейем һәм ҡорал-ҡорамалдар, шул иҫәптән күҙҙәрен ҡаплау өсөн рәшәткәле япмалар бар. Дүртенсе ҡатта музыка ҡоралдары: полк дөңгөрө, торба, борғо һәм башҡалар һаҡлана.

 
Грац панорамаһы

Транспорт

үҙгәртергә

Ҡалала трамвай системаһы — Грац Трамвайы эшләй.

Грац-Талерхоф аэропорты ҡала үҙәгенән яҡынса 10 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Европа, Төньяҡ Африка һәм Төркиә илдәре менән һауа бәйләнешен тәьмин итә.

Сиркәүҙәр

үҙгәртергә
  • Домкирхе
  • Грац ҡалаһында Йыуатыусы Мария базиликаһы

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. (unspecified title)
  3. Elke Kahr ist neue Grazer BürgermeisterinЭРФ, 2021.
  4. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  5. https://de.statista.com/statistik/daten/studie/217757/umfrage/groesste-staedte-in-oesterreich/
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 https://www.graz.at/cms/ziel/7771992/DE/
  7. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021786/7771992/Trondheim.html
  8. https://www.trondheim.kommune.no/internasjonalt/
  9. https://www.graz.at/cms/beitrag/10153337/7771992/Temeswar.html
  10. https://www.primariatm.ro/timisoara/index.php?meniuId=2&viewCat=171
  11. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021739/7771992/Coventry.html
  12. https://www.coventry.gov.uk/info/222/twin_towns_and_cities
  13. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021740/7771992/Montclair.html
  14. https://www.montclairnjusa.org/Visitors/About-Montclair/Montclairs-Sister-Cities
  15. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021784/7771992/Darmstadt.html
  16. https://www.darmstadt.de/standort/vielfalt-internationale-beziehungen/internationale-beziehungen/staedtepartnerschaften/graz-oesterreich
  17. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021794/7771992/Pula.html
  18. https://www.pula.hr/hr/vodici/medunarodna-suradnja/o-odsjeku/medunarodna-suradnja/gradovi-pobratimi/
  19. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021789/7771992/Triest.html
  20. https://www.comune.trieste.it/it/novita-227102/comunicati-227104/suggellato-in-municipio-questa-mattina-il-profondo-rapporto-di-amicizia-e-collaborazione-tra-trieste-e-graz-in-occasione-del-50-anniversario-del-gemellaggio-191721
  21. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021818/7771992/Pécs.html
  22. https://pecs.hu/testvervarosok-partnervarosok/
  23. https://www.graz.at/cms/beitrag/10097146/7771992/Ljubljana.html
  24. https://www.ljubljana.si/en/about-ljubljana/international-cooperation/intercity-cooperation/
  25. Dauersiedlungsraum der Gemeinden Politischen Bezirke und Bundesländer - Gebietsstand 1.1.2018Бюро статистики Австрии.
  26. https://www.graz.at/cms/beitrag/10012532/7765258
  27. Charnock, Richard Stephen. Local Etymology: A Derivative Dictionary of Geographical Names. — London: Houlston and Wright, 1859. — P. 120.
  28. Graz University of Technology  (инг.)
  29. Medizinische Universität Graz. 2011 йыл 28 июнь архивланған.
  30. Kunstuniversität Graz (KUG) — Musik studieren, Schauspiel studieren — Home
  31. FH JOANNEUM — University of Applied Sciences| FH JOANNEUM — University of Applied Sciences 2016 йыл 27 март архивланған.
  32. FH CAMPUS 02
  33. Фотоэкскурсия по залам Арсенала в Граце — подробное описание многих его экспонатов. 2013 йыл 1 октябрь архивланған.
  34. Orașe înfrățite și partenere | Graz (Austria) 2019 йыл 31 март архивланған.
  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 931
рус.англ.фр.

Һылтанмалар

үҙгәртергә