Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы

СССР хәрби медигы һәм ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәтенең генерал-майоры. СССР Дәүләт премияһы лауреаты

Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы (16 декабрь 1926 йыл) — микробиология һәм эпидемиология өлкәһендә СССР хәрби медигы һәм ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәтенең генерал-майоры. СССР Оборона министрлығының микробиология ғилми-тикшеренеү институты начальнигы (1984—1991). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1982).

Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны Туҡтағол, Бишҡурай ауыл советы, Туймазы районы
Һөнәр төрө табип, ғалим
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военная медицина[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Тимерйән Ғабдрахман улы Абдуллин 1926 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Туҡтағол ауылында күп балалы ғаиләлә һуңғы, туғыҙынсы бала булып тыуа. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөнөң финанс-иҡтисади техникумына уҡырға инә, әммә уҡыу йылы ла тамамланып өлгөрмәй, һуғыш башлана. 1941 йылдың көҙөндә ул уҡыған техникум ябыла. Шул саҡта 17 йәше лә тулмаған егеткә армияға алыныуы тураһында повестка килә. Барлыҡ яңы алынған һалдаттар хәрби әҙерлек уҙырға тейеш була, Тимерйән дә Ырымбур өлкәһенә снайпер мәктәбенә ебәрелә[1]. 1944 йылдан снайпер мәктәбен тамамлағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар часында снайпер булып ҡатнаша, Балтик буйындағы һуғыштарҙа һәм 4-се Украина фронтында һуғыша, һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

1948 йылдан 1953 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый, яҡшы уҡыуы өсөн Сталин стипендияһына лайыҡ була. Хәрби-медицина академияһында уҡыу менән бер үк ваҡытта Сит ил телдәре хәрби институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә инглиз теле кафедраһында уҡый[2][3][4].

1953 йылдан СССР Оборона министрлығының Ғилми-тикшеренеү институтында фәнни-тикшеренеү һәм етәкселек эштәрендә: 1953 йылдан алып 1954 йыға тиклем — махсус китапхананың тәржемәсе-референты, 1954 йылдан алып 1960 йылға тиклем — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1960 йылдан 1961 йылға тиклем — ғилми хеҙмәткәр, 1961 йылдан 1969 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1969 йылдан 1974 йылға тиклем начальник урынбаҫары һәм 1974 йылдан алып 1982 йылға тиклем — фәнни бүлек етәксеһе. 1982 йылдан 1984 йылға тиклем фәнни эштәр буйынса был институттың начальнигы урынбаҫары һәм 1984 йылдан — 1991 йылға тиклем — СССР Оборона министрлығының микробиология Ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе[2][3][4].

1991 йылдан Киров дәүләт медицина университетында фәнни-педагогик эштә профессор сифатында, ә 1993 йылдан 1997 йылға тиклем — гистология, эмбриология һәм цитология кафедраһы мөдире, 1997 йылдан ҡабаттан был кафедраның профессоры һәм университеттың ғилми советы ағзаһы[3][4].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшөҮҙгәртергә

Тимерйән Ғабдрахман улының төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге микробиология һәм эпидемиология, чуманы ҡуҙғытыусы биологияны өйрәнеү менән бәйле, уның етәкселегендә СССР Оборона министрлығының микробиология ғилми-тикшеренеү институтында ген инженерияһы өлкәһендә, шул иҫәптән молекуляр биологияла асыштар яһала, был асыштың нигеҙе булып хромосомаларҙа гендарҙың төрлө төрҙәренең яңы ярашыуҙарын конструкциялау тора, был асыш төрлө хәүефле сирҙәргә, шул иҫәптән чума, себер язваһы, бруцеллез һәм туляремияға ҡаршы диагностик препараттар һәм вакцина штаммдары булдырырға мөмкинлек бирә. Уның етәкселеге аҫтында чума микробының үз плазмидалары булыу буйынса тикшеренеүҙәр һәм ауырыу ҡуҙғытыусының мөһим билдәләрен асыҡлау үткәрелә[2][3][4].

1961 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай, 1980 йылда — медицина фәндәре докторы. 1984 йылда СССР Юғары аттестация комиссияһы бойороғо менән уға ғилми профессор исеме бирелә. Т.Ғ. Абдуллин йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, егерме һигеҙ уйлап табыу һәм йәшерен гриф аҫтында егерме алты асыш авторы. Уның етәкселеге аҫтында ун һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

1982 йылда ябыҡ ҡарар менән СССР Дәүләт премияһы менән бүләкләнә[3][4].

БүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Тимерьян Абдуллин: о жизни, войне и медицинской службе
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Абдуллин Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Микешина К. Н., Загоскин Д.И. [Научная деятельность профессора Тимерьяна Габдрахмановича Абдуллина — пример высокого призвания и верного служения науке] / Гистология, клиническая и экспериментальная морфология: сборник трудов второй научно-практической конференции посвященной 30-летию Кировского ГМУ // Под ред. Н.К. Мазиной,– Киров: Кировский государственный медицинский университет, 2017. — 111 с
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 История и современность: 1928—2008. 48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России / Медведев Н.П., Погорельский И.П., Черкасов Н.А., Сапрыкин В.М. и др. - Киров: ОАО "Кировская областная типография", 2008. — 648 с
  5. Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  6. Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • История и современность. 1928—2008. Федеральное государственное учреждение "48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России" / Медведев Н.П., Погорельский И.П., Черкасов Н.А., Сапрыкин В.М. и др. - Киров: ОАО "Кировская областная типография", 2008. — 648 с.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә