Абдуллин
(Абдуллина битенән йүнәлтелде)
Абдуллин — ир-ат фамилияһы. Абдулла исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Абдуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Абдуллин Мөхәмәт Сәләхетдин улы (1888, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы — 1936) — хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Атаһы Сәләхетдин Абдуллин күренекле дин әһеле — ахун булған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә белем алған[1].
- Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931 йыл, Башҡорт Үргене ауылы, Ейәнсура районы) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1975 йылдан — КПСС ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
- Абдуллин Рәүеф Әхәт улы (21 май 1935 йыл, Башҡорт Үргене ауылы, Ейәнсура районы) — ғалим-нефтсе, йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1971), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1957), оҙаҡ йылдар СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларында эшләй.
- Абдуллин Байрас Фоат улы (1 март 1951 йыл, Башҡорт Үргене ауылы, Ейәнсура районы — 8 май 2004 йыл, Өфө ҡалаһы) — хәрби дирижёр, тромбонсы, композитор, педагог. Рәсәй Федерацияһы эске хеҙмәт подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
- Абдуллин Айҙар Риват улы (1942 т.) — ғалим-философ, философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).
- Абдуллин Айтмөхәмәт Абдулла улы () — ғалим-геолог, геология-минерология фәндәре докторы (1971), профессор (1973), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1995).
- Абдуллин Ғафар Абдулла улы (24 октябрь 1930 йыл — 31 октябрь 2008 йыл) — «Башнефтепромстрой» тресында балта оҫталары бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР нефть-газ төҙөлөшө Министрлығының Почетлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының Почетлы гражданы (1990).
- Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы (1920—2005) — драматург, яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).
- Абдуллин Илгиз Ғәли улы (14 июль 1940 йыл — 18 июль 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм инженеры, техник фәндәре докторы (1989), профессор (1990).
- Абдуллин Кинйәғәли Әбүбәкир улы (1941 т.) — яҙыусы.
- Абдуллин Ленар Рәфил улы (17 август 1976 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы[2](2008).
- Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (1912—1942) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир.
- Абдуллин Мансур Иҙиәт улы (1919—1996) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Абдуллин Марат Ибраһим улы (16.10.1948) — ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (1988), профессор (1989).
- Абдуллин Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (23.6.1955) — спортсы. Саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Гастелло Н. Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) 2 тапҡыр чемпионы (30 км ярышта һәм эстафетала) һәм бронза призёры (15 км). Европа чемпионаты (2000) чемпионы (эстафетала), көмөш призёры (15 км), 10, 15 һәм 30 км ярыштарҙа СССР (1980—85) һәм РСФСР (1980—85, 1988) чемпионы. СССР (1980—88), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командаһы ағзаһы.
- Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы (2 декабрь 1952 йыл) — агроном, ғалим, университет уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).
- Абдуллин Риф Мөҙәрис улы (1 ғинуар 1948 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999—2002 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған рәссамы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1994).
- Абдуллин Рәмил Рәйес улы (22 октябрь 1961 йыл) — рәссам-график. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2016). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991)[3]. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты[4].
- Абдуллин Рәфил Сәйфулла улы (12.9.1946, БАССР-ҙың Ғафури районы Ҡарлы ауылы) — инженер-механик, техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003); Башҡортостан Республикаһның атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Башҡортостан Республикаһының Инженерҙар академияһының ағза корреспонденты.
- Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- Абдуллин Фәтих Саҙрый улы (24.8.1924, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш-Бикбирҙе ауылы, хәҙер — БР-ҙың Ейәнсура районы Иҙәш ауылы, — 10.8.2007, Шишмә ҡасабаһы) — журналист. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар союзы ағзаһы (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- Абдуллин Хәмзә Ильяс улы (1918—2008) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
- Абдуллин Әнүәр Абдулла улы (1917—2002) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- Һары Абдуллин — Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы.
- Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы (4 ғинуар 1975 йыл) — тел белгесе, профессор (2016), филология фәндәре докторы (2010)[5].
- Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (1975 т.) — шағир, тәржемәсе, журналист.
- Абдуллина Лира Солтан ҡыҙы (26 ғинуар 1936 йыл — 15 июнь 1987 йыл) — башҡорт шағиры, журналист.
- Абдуллина Нурия Нәсибулла ҡыҙы (1957 т.) — йырсы, композитор, журналист.
- Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (19 февраль 1930 — 27 февраль 2002) — СССР һәм Рәсәй фармакологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (1926 т.) — уҡытыусы-методист, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Солтанбаев Юлай. Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен . Башҡортостан. Дата обращения: 19 октябрь 2019.
- ↑ Абдуллин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Абдуллин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Абдуллин Рамиль Раисович
- ↑ Абдуллин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.