Абдуллин Рәүеф Әхәт улы
Абдуллин Рәүеф Әхәт улы (21 май 1935 йыл) — ғалим-нефтсе, йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1971), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1957), оҙаҡ йылдар СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларында эшләй.
Абдуллин Рәүеф Әхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 май 1935 (89 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Нефтсе (Ишембай), ғалим |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРәүеф Әхәт (Ғәбделәхәт) улы Абдуллин 1935 йылдың 21 майында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған.
1951 йылда Үрген урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә.
1957 йылда институтты тамамлағас, Үзбәк ССР-ына нефть һәм газ табыу идаралығына эшкә ебәрелә.
1965 йылға тиклем «Бохара нефть һәм газ тресы»нда баш инженер булып эшләй. 1964 йылда был эш менән бәйле булған тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1965 йылдан Мәскәүҙә нефть сәнәғәте министрлығы системаһында өлкән инженер булып эшләй.
1975 йылдан Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетында эшләй.
1981—1985 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһында була.
1985 йылдан алып Мәскәүҙәге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетында нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтендә сит илдәр тәжрибәһен өйрәнеү һәм дөйөмләштереү буйынса ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире, ғилми етәксеһе[1]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- «Башҡортостан» Мәскәү йәмғиәте советы рәйесе (1991—2002)
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының бюро ағзаһы (1995—2002)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995)
Шәжәрәһе
үҙгәртергәАбдуллиндарҙың Шәжәрәһе:
1 Ҡолоҡҡай (XVI б. аҙағы-XVII б. башы)
2 Билғош (XVII б.)
3 Туҡһанбай (XVII б.)
4 Туҡһанбаев Әхтәм (17??-18??)
5 Әхтәмов Абдулла (1765—184?)
6 Абдуллин Ҡотләхмәт (179?-18??)
7 Абдуллин Сәләхетдин (XIX быуат уртаһы)
Сәләхетдин заманында указлы ахун булған, Ырымбурҙа етди һынауҙар үтеп был дини вазифаға тәғәйенләнгән. Уның дүрт ҡатыны булған: - тәүге ҡатынынан Нәжметдин, Вәлетдин тигән улдары булған. Нәжметдиндән 7 бала араһында ике ул тыуған, Камал менән Фәтих. Камалдан Фоат һәм тағы өс бала, Маһира, Байыҡ, Нәҡиә тыуған.
Фуат Камал улынан билдәле композитор Байрас Абдуллин, Сәләхетдиндең ейәне Мәжит Вәлетдин улынан күренекле йырсы Венер Абдуллин тыуған.
- Сәләхетдиндең икенсе ҡатыны — Камила менән Мөхәммәттең әсәһе.
Мөхәммәттең улы — барыбыҙға билдәле яҙыусы-драматург Азат Абдуллин (1931 йылғы, Мәскәүҙә йәшәй). Ғалим, филология фәндәре докторы Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева — Азат Абдуллиндың бер туған апаһы Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙының ҡыҙы.
- Өсөнсө ҡатынынан бала булмаған.
- Дүртенсе ҡатыны Фатиманы, 16 йәшлек бай сауҙагәр ҡыҙын, Сәләхетдин бер өйөр ат бүләк итеп алған. Фатима бик уҡымышлы, мәғрифәтле ҡыҙ булған, урыҫ телендә һәйбәт аралашҡан. Фатиманан: Хәҙисә, Әсмә, Бибиғәйшә, Ғәбделәхәт, Маһисәрүәр тыуған.
Ғәбделәхәттең улдары Әсхәт һәм Рәүеф Абдуллиндар, Әсхәттең улы йәки Әхәттең ейәне - Фәрғәт Абдуллин.
«Абдуллин Сәләхетдин ахун, уның улдары Нәжметдин, Мөхәмәт һәм Ғәбделәхәт үҙ заманының күренекле дин әһелдәре булған»[2].
Сәләхетдин ахун вариҫы Ғәбделәхәт (һоҡланғыс тормош башы, трагик аҙағы)
үҙгәртергәҒәбделәхәт 1900 йылда Сәләхетдиндең дүртенсе ҡатыны Фатиманан тыуған, «Ҡаруанһарай»ҙа белем алған.
1920 йылда Ғәбделәхәт Биктимер ауылы татар муллаһының мәғрифәтле сибәр ҡыҙы Орҡояға өйләнгән. Улар икәүләп Этбаҡ (Башҡорт Үргене) мәҙрәсәһендә мөғәллим булып эшләгән. Көндөҙ Орҡоя ҡыҙ балаларҙы уҡытһа, кистәрен йәш ҡатындарға белем биргән. Ул ҡатындарға хәреф танытып ҡына ҡалмаған, ҡул эштәренә: шәл бәйләргә, тегенергә өйрәткән. Орҡоя үҙе яҡшы тегенсе булған һәм Үрген ауылына тәүге «Зингер» теген машинаһын килтергән.
Сәләхетдин ахун вафат булғандан һуң Ғәбделәхәт тыуған ауылында мулла булған.
Колхоздар төҙөлөшө башланғас, уҡымышлы Ғәбделәхәт иҫәпсе итеп тәғәйенләнгән. Ҡыҙылдар уның бар мөлкәтен тартып алған. Әсәһе, зирәк һәм аҡыллы Фатима, улының, «Ҡаруанһарай»ҙа уҡығанда ҡыҙылдар яҡлы булып йөрөгән ҡағыҙҙарын күрһәтеп, язанан ҡотҡарып алып ҡалған.
1937 йылда «Инәк» («Карлица») совхозы төҙөлгән, Ғәбделәхәт 1941 йылдың октябренә тиклем шул совхозда бухгалтер вазифаһын башҡарған. Тикшереү барышында Һарыҡташ базаһына ярты ҡапсыҡ он барып етмәгәне асыҡланған. 18 йәшлек ҡыҙ, келәт мөдире, һәм бухгалтер Ғәбделәхәт ҡулға алынған. Уларҙы Иҫәнғолда оҙаҡ тотмай Йылайырға оҙатҡандар.
Ғәбделәхәттең әсәһе Фатима, Йылайырға ейәне Әсхәт менән йәйәүләп улын күрергә барған. Яҙмыш микән, ике сәғәткә һуңлай улар, әсирҙәрҙе Өфөгә алып китеп өлгөргән булалар. Тикшереү барышында келәт мөдирен аҡлайҙар һәм иреккә сығаралар, ә Ғәбделәхәт 1942 йылда төрмәлә үлә[3]
Фәнни хеҙмәте
үҙгәртергә- Основные факторы, влияющие на конструкцию скважин на газовых месторождениях Западного Узбекистана [4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ НИК «Башкирская энциклопедия»
- ↑ Башҡортостан — әүлиәләр иле. Юлай Солтанбаев. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб.
- ↑ Абдуллин Илшат Нәжип улы. Абдуллиндар ғаиләһе тарихы
- ↑ Основные факторы, влияющие на конструкцию скважин на газовых месторождениях Западного Узбекистана [Текст / Р. А. Абдуллин. - Москва : [б. и.], 1970. - 18 с.]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан — әүлиәләр иле. Юлай Солтанбаев. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб.