Абдуллин Ғафар Абдулла улы
Абдуллин Ғафар Абдулла улы (24 октябрь 1930 йыл — 31 октябрь 2008 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. 1964—1990 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990).
Абдуллин Ғафар Абдулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1930 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Аҡтаныш районы |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 2008 (78 йәш) |
Һөнәр төрө | строитель |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Ғафар Абдулла улы Абдуллин 1930 йылдың 24 октябрендә Татар АССР-ының[1] Аҡтаныш районы Ҡәҙермәт ауылында тыуған.
Тулы булмаған урта белемле.
Татарстандың Калинин районында Октябрҙең 12 йыллығы исемендәге колхозда эшләй башлай. 1957 йылдан Башҡорт АССР-ында: Павловка ГЭС-ы төҙөлөшөндә балта оҫтаһы булып эшләй. 1959 йылдан — «Башнефтепромстрой» тресында балта оҫтаһы, 1964 йылдан — балта оҫталары бригадиры.
1990 йылдан хаҡлы ялда.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987) һәм Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990) исемдәренә лайыҡ булған.
Абдуллин Ғафар Абдулла улы 2008 йылдың 31 октябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
- I дәрәжә (1986), II дәрәжә (1981), III дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордендары,
- миҙалдар
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһы
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Абдуллин Ғафар Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 6 октябрь 2019)
- Абдуллин Ғафар Абдулла улы. «Герои страны» сайты. (рус.)
- Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск (рус.)