1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (1918—1919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт армияһының хәрби ойошмаһы.
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында |
Халыҡ армияһы (КОМУЧ), Башҡорт айырым корпусы, Ырымбур айырым армияһы, Башҡорт корпусы |
Тип | |
Берләштерә |
2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт пехота полктары; 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Тереғолов, Савельев, Х. И. Ишбулатов, Г. А. Савич-Заболоцкий, Ә. Ғ. Ишмырҙин |
- | |
Ойошторолоуы һәм тарихы
үҙгәртергәДивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 август бойороғо буйынса 1-се Башҡорт пехота дивизияһы булараҡ Верхнеурал һәм Силәбе өйәҙҙәрендә ойошторола. Дивизия составына 2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт пехота полктары инә.
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.
1918 йылдың октябрь айында дивизия составына тарҡатылған 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының частары инә: 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары, ә 1918 йылдың ноябрендә — 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы.
1918 йылдың 20 ноябренән 10-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1918 йылдың декабренән — 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы тип атала башлай. Ә 1919 йылдың 9 ғинуарында элекке атамаһы кире ҡайтарыла.
1918 йылдың декабренән дивизия Ырымбур айырым армияһының составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәренең командующийы Ә. Ә. Вәлидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусының составына инә. 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы был составҡа индерелмәй. 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының составына индерелә.
1919 йылдың ғинуарында дивизия составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 2 эскадроны инә.
Дивизия полктары Екатеринбург (июль—август 1918 йыл), Верхнеуральск (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Волга буйы (октябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — октябрь 1919 йыл) фронттарында һуғышалар.
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәре Советтар яғына сыҡҡас, тарҡатыла.
Дивизия начальниктары
үҙгәртергә- подполковник Тереғолов (1918 йыл августынан);
- ваҡытлыса вазифаны башҡарыусы Савельев (1918 йылдың сентябренән);
- генерал-лейтенант Х. И. Ишбулатов (1918 йылдың ноябренән);
- генерал-майор Г. А. Савич-Заболоцкий (1918 йылдың ноябренән);
- штабс-капитан Ә. Ғ. Ишмырҙин (1919 йылдың февраленән).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таймаҫов Р. С. Беренсе башҡорт уҡсылар дивизияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»