Икенсе Тербуны (2-се Тербуны) — Липецк өлкәһендәге Тербуны районы Икенсе Тербуны ауыл биләмәһе үҙәге, ауыл .

Икенсе Тербуны
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Икенсе Тербуны ауыл Советы[d][1] һәм Тербунский Второй сельсовет[d]
Административ-территориаль берәмек Икенсе Тербуны ауыл Советы[d][1]
Халыҡ һаны 1387 кеше (2008),
1380 кеше (2009),
1377 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 196 метр
Почта индексы 399551
Карта

Тербуны станцияһы.

Ауылдың атамаһы

үҙгәртергә

Башта ауыл Тербуны тип атала. Атамаһы ҙур булмаған Тербунка йылғаһы исеменен алынған (боронғо урыҫ теребети (таҙартыу, тарау, ҡуптарыу) һүҙенән) алынған. Смоленск яҡтарында етен тараған кеше теребун тип атаалған. Тербуны ауылына Смолнескиҙан килгән халыҡ нигеҙ һала һәм ауыл атамаһына улар үҙҙәренең төп кәсебенең исемен һалған — уңышты йыйып алғандан һуң етенде эшкәртеү (тыуған яҡты өйрәнеүсе А. А. Голубевтың фаразы буйынса)[3]

А. А. Елецкийҙың фаразы буйынса ауылға нигеҙҙе Чернавино кешеләре һалған. Ауыл тәүге тапҡыр 1596 йылдың 27 ғинуарында телгә алына, артабан — 1596, 1611 һәм 1672 йылдарҙа[4]

А. А. Голубевтың версияһы рәсми рәүештә танылған һәм 2014 йылда Тербуны районының символикаһын эшләгән саҡта ҡулланыла.

Екатерина II Указына ярашлы бында Смолнеск кешеләре килеп төпләнә. Уларҙың бер өлөшө — Бурдина ауылында йәшәй, икенсе өлөшө Голопузовка ауылына нигеҙ һала(хәҙер Хутор-Березовка)[5].

1896 йылда Тербундарҙан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Елец — Касторная тимер юл линияһы үткәрелә. Унда асылған станция Тербуны исемен ала, станция янында ҡасаба үҫеп сыға, хәҙерге ваҡытта Тербун районы үҙәге — Тербуны ауылы. Айырып алыу өсөн ауыл Икенсе Тербуны тип йөрөтөлә.

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Ауылда мәҙәниәт йорто, дөйөм һәм балалар китапханалары, урта мәктәп (2008 йылда унда 164 бала уҡый), етем балалар өсөн коррекция мәктәп-интернат, балалар баҡсаһы (25 бала йөрөй) эшләп килә.

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә

Ауылда табип амбулаторияһы эшләй.

Тербуны Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

үҙгәртергә

Липецк өлкәһенең Тербун районы территорияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ике тапҡыр оккупацияға дусар була: 1941 йылдың ноябрь-декабрендә һәм 1942 йылдың июленән алып 1943 йылдың ғинуарына тиклем. Оккупация һөҙөмтәләре ифрат фажиғәле була: емерелгән хужалыҡ, юҡҡа сығарылған мәктәптәр һәм китапханалар, үртәлгән йорттар, үлтерелгән йәки Германияға ҡыуылған халыҡ. Липецк өлкәһендәге бөтә райондар араһынан Тербун районы иң ҙур зыян күргән район. Был ерҙәр һуңғы сигенеү рубежы булып тора, бында оҙайлы алыштар бара һәм һуңынан совет ғәскәрҙәренең һөжүмдәре башлана[6].

1942 йылдың 10 июленән 9 октябргә тиклем 5-се танк армияһының 8-се кавалерия корпусы составында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (башта — Брянск, һуңынан — Көньяҡ-Көнбайыш фронты), Косинка-Тербуны-2 оборона рубежында ҡаты алыштар алып бара[7].

5-се танк армияһы (уның составында 112-се кавалерия дивизияһы һуғыша) алышҡа разведкаһыҙ ебәрелә, авиация ярҙамы күрһәтелмәй, танкылар үтергә ҡыйын ерҙәргә ҡыуып индерелә. Юғалтыуҙар буйынса архив мәғлүмәттәре хәрби журналадары һәм хәрби сводкалар мәғлүмәттәренә тап килмәй. Мәҫәлән, 8-се кавалерия корпусы буйынса 841 кеше һәләк булған, 1405 кеше яраланған тип әйтелә, әммә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ғына яҡынса 2000 кеше һәләк булған[8]. Нәк ошо көндәрҙә, 1942 йылдың 10 июлендә, 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була. 237-се Себер дивизияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә: 14- 25 июлдә 1130 кеше һәләк булған, 2271 кеше хәбәрһеҙ юғалған, 1585 кеше яраланған[8]. Техникала һәм тере көстә һуғышҡа һәләтлеген юғалтҡан һәм тарҡалыуға мәжбүр булған хәрби подразделениелар һаны бихисап. Яңы мәғлүмәттәр, яңы факттар асыла, улар Тербуны тирәһендәге алыштарҙың аяуһыҙлығын, яугирҙарҙың ҡаһарманлығын күрһәтә.

  • Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булдырыуының 76-йыллығына арналған митинг үтте. 1949—1950 йылдарҙа Башкавдивизияның 246 яугиры ошо ауылдағы туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[9].
  • 2016 йылдың 8-9 майында «Башҡортостан ерҙәштәр берекмәһе» янындағы Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» үҙәге ағзалары Икенсе Тербуны ауылындағы ҡәберлектә булып ҡайта. Икенсе Тербуны ауылында оҙаҡ йылдар йәшәгән, дивизия тарихын өйрәнеүгә, һәләк булғандарҙың исемдәрен асыҡлауға, иҫтәлеген һаҡлауға күп көс һалған Замир Мөхтәр улы Вахитов һәм «Аҡ тирмә» төркөмө башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында 2018 йылдың 10 ноябрендә ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипс-бетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискыла дивизия атлыларының тулы исемлеге барлыҡҡа килә[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Липецкой области (урыҫ)
  3. Александр АфанасьевичГолубев. Край родной. Липецк, 1999.
  4. Труды Воронежской ученой архивной комиссии. тома 1, 5.
  5. Сборника статистических сведений Елецкого уезда Орловской губернии за 1877 год
  6. Освобождение Воловского и Тербунского районов (1943) 2020 йыл 3 март архивланған.
  7. И грянул бой 2020 йыл 3 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 ГОРЬКОЕ ЛЕТО 1942 ГОДА
  9. 9,0 9,1 В Липецкой области открыли памятник воинам 112-й Башкавдивизии

Библиография

үҙгәртергә