8-се кавалерия корпусы
8-се кавалерия корпусы (8-се кк) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы Көстәр составындағы кавалерия корпусы.
8-се кавалерия корпусы | |
Нигеҙләү датаһы | 4 ғинуар 1942 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы, Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d] һәм Сталинград һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Алмаштырылған | 7-се гвардия кавалерия корпусы |
Командир | Алексей Семёнович Жадов[d] |
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың июлендә — Брянск фронты 3-сө армияһының 8-се кавалерия корпусы составында, 1942 йылдың октябрь айында Көньяҡ-Көнбайыш фронты 5-се танк армияһының 8-се кавалерия корпусы составында хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.
Тарихы
үҙгәртергә1942 йылдың ғинуар-июнендә Орел һәм Тула өлкәләрендә 8-се кавалерия корпусы булараҡ булдырыла. Уның составына 21-се тауүкавалерия, 52-се һәм 55-се кавалерия дивизиялары инә. 1942 йылдың мартында тарҡатылғандан һуң, йәйгеһен 112-се кавалерия дивизияһын ҡабул итә һәм һуғыштың аҙағына тиклем ошо составта һуғыша.
61-се армияһы, ә һуңынан, Мәскәү өсөн ҡышҡы һәм яҙғы алыштарҙа, Брянск фронты составында көньяҡ флангыһында ҡатнаша.
Тәүге тапҡыр фашистар менән алышҡа 1942 йылдың 2 июлендә Брянск фронтында Елец ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышыраҡ инә.
Артабан Воронеж һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәре составында Воронеж, Сталинград тирәһендә, Урта Донда, Донбасста немец ғәскәрҙәрене тылдары буйлап рейдтар башҡара.
Сталинград янында немецтарҙы тар-мар иткәндән һуң, 1943 йылдың февралендә корпус итлерсыларҙың фронтын йырып үтеп, Донбасстағы немец тылдары буйлап героик рейд башҡара. Башҡорт атлылары дошман тылына йөҙ километрға төпкә үтәләр һәм дошман тере көсөн юҡҡа сығара, гарнизондарын һәм штабтарын, техникаһын һәм коммуникацияларын ҡыйрата[1].
1943 йылдың февралендә дошман тылына рейд Дебальцево тирәһендә айырыуса уңышлы була. Дошманға тере көстә һәм хәрби техникала байтаҡ зыян килтерелә, 1480 әсилеккә эләккән хәрбиҙәр һәм совет граждандары азат ителә. Фронттың көньяҡ учсткаһында немецтар Миусс йылғаһы буйында совет ғәскәрҙәренең һөжүмен кире ҡағыруға өлгәшә. Дебальцево тирәһендә ҡамауға эләккән кавалерия корпусы частары, ҡамауҙан сығырға маташҡандан һуң, әсирлеккә бирелергә мәжбүр булалар. Әсирлеккә яраланған корпуст командиры генерал-майор М. Д. Борисов та эләгә.
Сталинград тирәһендәге алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгән, шәхси составының ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1943 йылдың 14 февралендә корпус 7-се гвардия кавалерия корпусы итеп үҙгәртелә, ә уның 14, 15 һәм 16-сы дивизиялары гвардия исемен ала.
Һуғышты Бранденбург Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены 7-се гвардия кавалерия корпусы булараҡ тамамлай.
Һуғыштан һуң
үҙгәртергә1945 йылдың 13 октябрендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Орг/1/600-се директиваһына ярашлы 31-се гвардия механизацияланған дивизия итеп үҙгәртелгән[2]
1957 йылдан алып 31-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1957 йылғы формирование).
1965 йылдан 23-сө гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1965 йылғы формирование, 4-се армия (СССР), Кавказ аръяғы хәрби округы Шамхор).
Составы
үҙгәртергә- корпус идараһы
- 21-се тау-кавалерия дивизияһы
- 52-се кавалерия дивизияһы
(1942 йылдың 13 мартында тарҡатыла) - 55-се кавалерия дивизияһы
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- Саңғы төркөмө:
- 36 айырым саңғы батальоны
- 37 айырым саңғы батальоны
- 57 айырым саңғы батальоны
- 58 айырым саңғы батальоны
- 179 айырым саңғы батальоны
- 180-айырым саңғы батальоны
- 181 айырым саңғы батальоны
- 235 айырым саңғы батальоны
- 238 айырым саңғы батальоны
- 148-се миномёт полкы
- 263-сө атлы-артиллерия дивизионы
- 13-сө айырым элемтә дивизионы
- 23-сө авиазвено
- 8-се айырым истребителдәр-танкка ҡаршы дивизионы
- 186-сы ялан госпитале
- 582-се этап ветеринар лазареты
- беркетелгән частар
- 510-сы ут бөркөүсе танк батальоны
- 511-се ут бөркөүсе танк батальоны
- 152-се гаубица артиллерия полкы
- 179-сы истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия полкы
- 35-се гвардия миномёт полкы
- 174-се ПТО артиллерия полкы
- 586-сы ПВО артиллерия полкы
- ВГК ставкаһының 1942 йылдың 15 апрелендәге 170252-се директиваһына ярашлы корпус составына
5 майға тиклем танк батальоны индерелергә тейеш була (20 Т-34, 12 Т-60).
Буйһоноуы
үҙгәртергәҒәмәлдәге армия составында: 18.01.1942 — 14.02.1943
Командирҙары
үҙгәртергәКорпус командирҙары
үҙгәртергә- 15.01.1942 — 11.05.1942 Корзун Павел Петрович, генерал-майор
- 12.05.1942 — 27.05.1942 Жадов Алексей Семенович, генерал-майор
- 28.05.1942 — 09.09.1942 Лунев Иван Федотович, полковник
- 10.09.1942 — 16.10.1942 Жадов Алексей Семенович, генерал-майор
- 17.10.1942 — 26.10.1942 врио Дудко Степан Иванович, генерал-майор
- 17.10.1942 — 14.02.1943 Борисов Михаил Дмитриевич, генерал-майор(әсирлеккә эләгә)
Корпус штабы начальниктары
үҙгәртергә- 05.12.1941 — 03.06.1942 Коблов Григорий Петрович, полковник
- Житов Борис Сергеевич, полковник
- Сабуров Иван Дмитриевич, подполковник (23.02.1943 һәләк була)
Строевой часть буйынса корпус командиры урынбаҫарҙары
үҙгәртергә- 09.1942 буйынса 14.02.1943 Дудко Степан Иванович, генерал-майор (23.02.1943 һәләк була)
Хәрби комиссарҙар
үҙгәртергә(1942 йылдың октябренән — корпус командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫарҙары)
- 28.01.1942 — 10.07.1942 Кузнецов Иван Васильевич, бригада комиссары
- 06.08.1942 — 14.02.1943 Белов Михаил Никандрович, полк комиссары, 20.12.1942 — полковник
Политотдел начальниктары
үҙгәртергә- 31.01.1942 — 03.06.1942 Лукашев Кузьма Васильевич, полк комиссары
- 30.06.1942 — 14.02.1943 Карпушенко Александр Алексеевич, өлкән батальон комиссары
Артиллерия начальнигы
үҙгәртергә- Головановский Ричард Иванович, полковник
Элемтә начальнигы
үҙгәртергә- Сарбай Андрей Никифорович, полковник (23.02.1943 һәләк була)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- 31-се гвардия механизацияланған дивизия
- 31-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1957 йылда булдырылған)
- 23-сө гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1965 йылда булдырылған)
- 7-се гвардия кавалерия корпусы
- 366-сы гвардия мотоуҡсылар полкы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 8-й (7-й гв.) Бранденбургский кавалерийский корпус
- ↑ Директива Генерального Штаба ВС СССР от 13 октября 1945 г
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. А. Гречко. Советская Военная Энциклопедия. Бранденбургский кавалерийский корпус. — Москва: Воениздат, 1976. — Т. 1. — С. 581—582. — 640 с. — 106 000 экз.
- М. с. Докучаев эскадрон һуғыш бара. Хәрби юлының 7-се гвардия кавалерия Бранденбург ленин ордены, Осоусылар, корп суворов ордены бөйөк ватан һуғышы. — Мәскәү: Боевом, 1984.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 8-й кавалерийский корпус
- 8-й кк
- Автопробег памяти легендарного рейда 8-го кавалерийского корпуса
- 7-й гвардейский кавалерийский корпус
- 14-я кд
- 15-я кд
- 16-я кд
- Действующая армия. Перечни войск. Перечень № 4. Управления корпусов. IX. УПРАВЛЕНИЯ ГВАРДЕЙСКИХ КАВАЛЕРИЙСКИХ КОРПУСОВ 2020 йыл 4 февраль архивланған.