1-се Этҡол
1-се Этҡол (рус. 1-е Иткулово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1071 кеше[3]. Почта индексы — 453673, ОКАТО коды — 80206816001.
1-се Этҡол | |
1-се Эткол | |
Рәсми атамаһы | 1-се Эткол |
---|---|
Рәсми тел | урыҫ теле һәм башҡорт теле |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | 1-се Этҡол ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | 1-се Этҡол ауыл советы |
Халыҡ һаны | 926 кеше (2010)[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Почта индексы | 453673 |
ТарихыҮҙгәртергә
XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Баштағы атамаһы — Ямаш (Бөрйән ырыуының бер түбә башлығы исеме). 1755 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң ауылға ихтилалдың етәкселәренең береһе булған Йылан Этҡолдың исеме бирелә. 1-се Бөрйән улусының үҙәге була. Ауыл хәҙерге ваҡытта ла ике исемле булып ҡала, халыҡ араһында Ямаш тип тә йөрөтәләр.
1930 йылдан — «Урал» колхозының, артабан -Карл Маркс исемендәге, «Алға» колхоздары үҙәге була. Хужылыҡтың төп йүнәлештәре — малсылыҡ һәм игенселек. 1892 йылда билдәле мәғрифәтсе Батыргәрәй Юлыев ауылда урыҫ-башҡорт мәктәбен аса, мәктәптә урыҫ теле, гуманитар предметтар ныҡлап өйрәнелә. Хәҙерге ваҡытта ауылда урта мәктәп (Б. Юлыев исемен йөрөтә), Башҡорт Республика компьютер лицейы[4], «Яҙгөл» балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, участка хәстәханаһы, мәсет[5].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Башҡорттар-100 %. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 500 | 262 | 238 | 52,4 | 47,6 |
1920 йыл 26 август | 794 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 963 | 465 | 498 | 48,3 | 51,7 |
2002 йыл 9 октябрь | 1071 | 512 | 559 | 47,8 | 52,2 |
2010 йыл 14 октябрь | 926 | 450 | 476 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Аслаев С. Т. (1954 т.) — совет һәм Рәсәй тренеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Профессор (2004). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003);
- Юлыев Б. М. — билдәле мәғрифәтсе, этнограф;
- Азаматовa Шәмсинур — алдынғы һауынсы;
- Галин С. Ә. — филология дфәндәре докторы, бында ете йыллыҡ мәктәптә уҡыған;
- Ҡолмырҙина З. З. — РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Аласов Ю. С. — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығның атҡаҙанған механизаторы, «Алға» колхозы механизаторы;
- Аралбаева В. К. — өс меңлек- һауынсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡғы ордены ккавалеры, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты;
- Байрамғолов Н. А. — Йылайыр кантон башҡарма комитетының, Таналыҡ улусының элекке рәйесе, БАССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары;
- Ҡасҡынова М. У. — «Алға» колхозы һауынсыһы, БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Ниғмәтуллин Ә. Ә. — Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хәкимиәтенең башлығы. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың депутаты. Сибай элеваторы директоры;
- Рәхимғолова А. Ш. — өс меңлек-һауынсы, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры:
- Хисмәтуллин З. Н. — колхоздарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы. Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусы;
- Хисмәтуллин Ф. Х. — Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының элекке директоры. БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Хисмәтуллин Р. Х. — КПСС-тың Баймаҡ район комитетының секретары[6] .
Географик урыныҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
- ↑ http://ufa.region-pages.ru/org/21607
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ Сельские советы
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
СығанаҡтарҮҙгәртергә
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |