Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы
Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы (1894—1965) — совет дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1930 йылдың 15 сентябре — 1930 йылдың 28 декабре).
Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1894 |
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы 1-се Эткол, Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 1965 |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Беренсе донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | ОГПУ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБайрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы 1894 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән улусы (хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы) 1-се Этҡол ауылында тыуған[1]. 1-се Этҡол урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлай.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1915 йылдың 18 авгусында 3-сө Кавказ уҡсылар полкы рядовойы яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Георгий миҙалы менән бүләкләнә[2].
Уралда граждандар һуғышында ҡатнаша.
1919 йылдан эшсе-крәҫтиән милицияһында хеҙмәт итә. 1923—1929 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы башҡарма комитеты, Йылайыр кантоны башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
1930 йылдың 15 сентябренән 28 декабренә тиклем Башҡорт АССР-ы Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын биләй.
1931—1932 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән милицияһының Үҙәк юғары мәктәбендә белем ала. 1931—1938 йыдарҙа — Эске эштәр халыҡ комиссариаты идаралығы начальнигының урынбаҫары.
1944—1953 йылдарҙа Әбйәлил районында етәксе вазифаларында: урман идаралығы, урман хужалығы директоры, әҙерләүҙәр министрлығы вәкиле, 1954—1959 йылдарҙа 1-се Этҡол ауыл Советы рәйесе булып эшләй[3].
Наградалары
үҙгәртергә1932 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралығының коллегияһы тарафынан Почет грамотаһы һәм Коровин системаһы пистолеты менән бүләкләнә[1][4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана 2021 йыл 21 октябрь архивланған. //Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации.
- ↑ Байрамгулов Набиулла. Георгиевская медаль IV-й степени (За храбрость) //Портал «Памяти героев Великой войны 1914—1918 годов»
- ↑ Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ В. Выгодский. Чёрный список борцов за светлое будущее
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
- Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана 2021 йыл 21 октябрь архивланған. //Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации.