Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт әт-Тәбарани (ғәр. أبو القاسم سليمان بن أحمد الطبراني‎; 873, Тәбария (Тверия), хәҙ. Израиль — 970, Исфаһан, хәҙ. Иран) — Мөфәссир — Ҡөрьән тәфсирсеһе, ислам хоҡуҡ белгесе — фаҡиһ һәм хәҙис белгесе — мөхәддис.

Әт-Тәбарани
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 1 декабрь 873[1]
Тыуған урыны Акә[d], Фәләстин[2]
Вафат булған көнө 23 сентябрь 971[1] (97 йәш)
Вафат булған урыны Исфаһан, Иран[3]
Һөнәр төрө Мөхәддис, Мөфәссир, Фаҡиһ
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ, Хәҙис ғилеме һәм тәфсир
Уҡыусылар Абу Нуайм аль-Исфахани[d] һәм Аль-Баззар[d]
Кемдә уҡыған Абу Авана аль-Исфараини[d], Абу Яла аль-Мавсили[d] һәм Абу Зура ад-Димашки[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Уның тулы исеме Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт ибн Әйүп ибн Мотаййир әл-Ләхми әл-Шәми әт-Тәбарани. Тәбарияла (Тверия) тыуған (Фәләстин), йәшәгән һәм Исфаһанда вафат булған. 13 йәшендә ғилем эҫтәй башлаған; үҙ заманының билдәле дин белгестәрендә белем алған[4].

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Әт-Тәбараниҙың хәтере бик яҡшы булған һәм тапшырғыстар сылбыры менән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 3000-дән ашыу хәҙистәрен яттан белгән. Хәҙистәр йыйыу һәм өйрәнеү өсөн ул Сүриә, Ираҡ, Хижәз, Йемен һәм Мысыр буйлап күп сәйәхәт иткән[4].

Сөләймән әт-Табараниҙың билдәле уҡыусылары араһында Ғәмер ибн Ғабдул-Халиҡ әл-Басри һәм Әбү Бәкер әл-Бәззәр.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • «әл-Мүғжәм әл-Кәбир»
  • «әл-Мүғжәм әл-Әүсәт»
  • «әл-Мүғжәм әс-Сәғир»[5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Табарани Сулейман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • al-Ṭabarānī / Maribel Fierro // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)