Әстәғәфируллаһ
Әстәғәфируллаһ, Әстәғәфирулла (ғәр. أستغفر الله; рус. астагфируллах) — Аллаһы тәғәлә алдында ғәфү үтенеү, тәүбә итеү зекере[1]. Тамыр һүҙ «ғәфәрә» — «ғәфү итеү» ҡылымынан яһалған.
Әстәғәфируллаһ | |
ғәр. أستغفر الله | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡулланылышы
үҙгәртергәКеше үҙенең гонаһтарын, хаталарын аңлаһа, Аллаһ алдында «әстәғәфируллаһ» тип ғәфү үтенергә тейеш.
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәҠөрьән Кәримдең бер нисә сүрәһендә был хаҡта аяттар бар. Әл-Бәҡара сүрәһенән 222-се аят:
Ән-Ниса сүрәһенән 149-сы аят:
Әгәр яҡшы эште асыҡ эшләһәгеҙ йәки йәшерен ҡалдырһағыҙ, йәки берәй яманлыҡты ғәфү үтенеү менән япһағыҙ, ысынлап та, Аллаһ кисереүсе һәм ҡөҙрәтле! |
Әлү Ғимран сүрәһенән 16-сы, 17-се аяттар:
Тәүбә шарттары
үҙгәртергәИхлас тәүбә итеү өсөн өс шарт бар:
- Киләсәктә гонаһ ҡылыуҙан баш тартырға ниәт. Йәғни, хилаф эштең гонаһлы икәнен аңлап, кеше артабан да гонаһтан йыраҡлашырға тейеш.
- Ихлас күңелдән үкенеү һәм тәүбә итеү тойғоһо.
- Аллаһыға мөрәжәғәт итеп, тәүбә итеү кешенең гонаһтарын тик Аллаһ ҡына ҡаплай алыуын, йәғни Уның ғәфү итә алыуын аңлау.
Аллаһтан кисереүҙе һорап үҙ һүҙҙәрең менән теләгән бер телдә доға ҡылырға мөмкин. Әммә быны, быны Мөхәммәт Пәйғәмбәр кеүек тулы итеп — «әстәғәфируллаһ үә әтүбү иләйһи» (Аллаһынан ғәфү үтенәм һәм тәүбә итәм), тип, уның ғәрәп телендә тәржемәһен һәм мәғәнәһен аңлап тәүбә итеү хәйерлерәктер[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 2-се том, 756-сы бит — ISBN 5-200-01108-6
- ↑ АстагфируЛлах — перевод, значение.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |