Әнүәр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Әнүәр — төрки сығанаҡлы башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәӘнүәр исеме ғәрәпсәнән бик нурлы, бик яҡты тигән мәғәнәгә эйә.[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәӘсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы (21 сентябрь 1913 йыл — 18 май 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1941 йылдан КПСС, 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1967) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры.
Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (22 март 1949 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы (5 август 1922 йыл — 21 декабрь 1986 йыл, Луцк, Украина) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945)
Ибраһимов Әнүәр Камил улы (27 ноябрь 1965 йыл) — СССР спортсыһы, фехтовальщик. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия чемпионы СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994) Рәсәйҙең Почёт (1989), 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры.
Абдуллин Әнүәр Абдулла улы (5 июнь 1917 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Нурғәлиев Әнүәр Мәрүәр улы — Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |