Дөйөм Һырт (рус. Общий Сырт)(Төп һырт) − Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышындағы убалы ҡалҡыулыҡ. Ул яҫылыҡ йүнәлешендә 500 км-ғаса һуҙыла. Көнсығышта Көньяҡ Урал тауҙары менән киҫешә. Бейеклеге 405 метр. Иң бейек түбәһе- Айыу маңлайы(Арапов тауы) 405 метрғаса.

Дөйөм Һырт ҡалҡыулығы

Дөйөм Һырт буйынса Волга һәм Урал бассейендары Һыу бүленеше үтә. Ошонан сығып аңлатылала инде «Дөйөм» һүҙенең топонимикаһы. Сөнки Һырт буйынан — буйына йылғаларҙың һыуын ике өлөшкә бүлеп тора.

Ҡалҡыулыҡтан баш алған билдәле йылғалар : Һамар, Моча, Боровка, Быҙаулыҡ, Оло Ырғыҙ, Дим(былар Волга бассейены), Саған, Киндәлә, Иртәк(Урал бассейены)

Һырт Пермь һәм мезозой дәүерендәге ҡомлоҡтар, балсыҡтар, 'збизле тупраҡтар менән ҡатламланған. Баҫҡыс һымаҡ Һөҙәклектәр платоға оҡшаған һыу бүленештәре Һырт өсөн характерлы. Урыны менән көмбәҙгә оҡшаған шихандар осрай. Карсттар бик күп. Дөйөм Һырт биләмәһендә ҡылғанлы-ҡыяҡ япраҡлы үләнле сиҙәмле далалар урынлашҡан.

Һылтанмалар

үҙгәртергә