Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы

Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы (15 июль 1966 йыл) — уҡытыусы, яҙыусы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).

Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы
Тыуған көнө

15 июль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны

Бөрйән районы Бөрйән районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңнур Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡасимова 1966 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында тыуған.

1985 йылда Белорет педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлеген тамамлағас, тыуған районындағы Һарғая башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетында ситтән тороп уҡый.

Институтты тамамлағас, 1986—1987 йылдарҙа Бөрйән районы Ҡолғана һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, унан һуң ике йыл Иҫке Собханғол башланғыс мәктәбендә, 1989 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

1991 йылда районда тәүге тапҡыр үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе була. 1993 йылда үҙе уҡыған Әбделмәмбәт мәктәбенә ҡайтып, башланғыс кластарҙа уҡыта.

1998 йылдан Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм 10 йыл дауамында ошо вазифала эшләй. 2009 йылдан кире башланғыс кластар уҡытыуға күсә.

М. М. Ҡасимова уҡыусылары менән экология һәм фольклор өлкәһендә фәнни тикшеренеү эштәре алып бара. Фольклор экспедициялар ойоштора. Уның башланғысы менән Әбделмәмбәт мәктәбендә Ә. М. Сөләймәнов исемендәге фольклор кабинеты, тыуған ауылы Бәләкәй Ҡыпсаҡта сайырсылыҡ музейы йыһазландырылған.

Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ҡарамағындағы «Башарт» экологик-фольклор клубын етәкләй. Урта йәштәгеләрҙән «Гөрөлдәк» вокал һәм кесе йәштәге мәктәп уҡыусыларынан «Вариҫ» малайҙар вокал ансамбле етәксеһе.

Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге республика балалар шиғриәте фестивалендә башланғыс класс уҡыусылары Р. Шәрипов, Р. Мәсәғүтова, А. Сөләймәнова, Ҡ. Ҡасимова, Г. Ғөбәйҙуллина, И. Үтәбаев, С. Билалов, А. Ғарифуллина, С. Назарғоловалар еңеүсе һәм призер була. Был уҡыусыларҙың шиғырҙары «Мин — шағир» тип аталған йыйынтыҡҡа индерелде.

Уҡыусылары башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә иркен ижад итә. Ғ. Шәмиғолов, Т. Шәрипов, Ҡ. Ҡасимова, А. Шәмиғолов, Й. Ҡаһарманова, Г. Ғөбәйҙуллина, А. Боҫҡонов «Классная жизнь» конкурсы еңеүселәре булыуға өлгәшә.

Уҡыусылары даими еңеүсе булған конкурстар

үҙгәртергә
  • Весенняя капель
  • Сулпылар
  • Жемчужины Башкортостана
  • Друзья заповедных островов
  • Литературный конкурс журнала «Бельские просторы» Классная жизнь
  • Марш парков
  • Научное PROдвижение
  • Международный конкурс «Музыкальный вернисаж»
  • Птицы Башкортостана
  • Экологический конкурс «Они должны жить»
  • Сәсән теллеләр заты. Мәҡәләләр./ Төҙөүселәре: М. М. Ҡасимова, А. Р. Үтәбаева. Белорет, 2012. 47 бит.
  • Һуҙыла күректәре. Хикәйәләр. М. М. Ҡасимова. Белорет. 2017. 135 бит
  • Иман нуры Иман нуры

Пьесалары:

  • Ҡара икмәк
  • Рәхмәтле йома

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты (2012).
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы.
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2013, 2014, 2015).
  • Зәки Сәғитов исемендәге район премияһы лауреаты (2014)
  • Шоңҡар журналының «Дарман» хикәйәләр конкурсы дипломанты (2015).
  • М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе (2016)[1]
  • Педагогик инициатива республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурс еңеүсеһе(2017)
  • Һ.Дәүләтшина исемендәге балалар өсөн әҫәрҙәр конкурсында номинация (2018)
  • «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды һәм «Ҡуңыр буға» ойошмаһының Шәғәле Шаҡманды 500 йыллығын иҫкә алыу һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостан Республикаһы грантына уҙғарылған әҙәби конкурс еңеүсеһе (2018)<ref>http://www.bashinform.ru/bash/895718/<ref>
  • Гөрөлдәк (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)
  • Бөрйәнем (М. Ҡасимова көйө, С. Ғәләүетдинов һүҙ.)
  • Бәпембә (М. Ҡасимова көйө, З. Үтәғолова һүҙ.)
  • Гүзәл шишмәм, Ҡараным (М. Ҡасимова көйө, З. Үтәғолова һүҙ.)
  • Арҡысаҡ (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)
  • Умырзая (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)
  • Өләсәй (М. Ҡасимова көйө, Т. Баһауетдинова һүҙ.)
  • Гөрләүек (М. Ҡасимова көйө, А. Йәғәфәрова һүҙ.)
  • Ҡыпсаҡ вальсы (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)
  • Туғандар (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)
  • Йәшнә, йәшлек (М. Ҡасимова көйө, С. Ҡаһарманова һүҙ.)

Проекттары

үҙгәртергә
  • Тел һағында күмәкләп
  • Тел асҡысы — ил асҡысы
  • Рух шишмәһе башы — Тереһыу
  • Йәшел ҡалҡан
  • Рух һандалы.
  • Милләт бишеге.
  • Балалары: Мырҙағолова Миләүшә Йәмил ҡыҙы (1988)
  • Ҡасимов Таңатар Йәмил улы (1992)
  • Ҡасимова Ҡәҙриә Йәмил ҡыҙы (2002)

Йәмәғәте: Ҡасимов Йәмил Әхәт улы (1963).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә