Эвфемизм (грек. ευφήμη грек телендә eu — яҡшы + phemi — һөйләйем һүҙенән алынған) - тупаҫ әйтелгән һүҙ йәки әйтемде икенсе һүҙ менән йомшағыраҡ итеп атау. Мәҫәлән: үлеү урынына вафат булыу, аранан китеү, донъя ҡуйыу[1]. Ниндәй ҙә булһа предметты йәки күренеште йомшартып һүрәтләү, телмәрҙәге тупаҫ, мыҫҡыл һүҙҙәрҙе һәм килешеп етмәгән күренештәрҙе әҙәпле итеп һүрәтләү уның функциональ бурысы һанала. Шул яғы менән ул перифразға оҡшаш. Мәҫәлән, Мостай Кәрим «Торналар ҡайтҡанда» шиғырында үлемде, ҡәберҙе эвфемизм аша бына ниндәй варианттарҙа һүрәтләй

Эвфемизмға миҫал:
« ...Шундай көндө һине ерләйбеҙ беҙ,
Йөҙөң асыҡ. Ҡояш ҡараһын.
Беҙҙең иңде баҫҡан табутыңда
Һуңғы ярға йөҙөп бараһың.
Яуҙар үтте. Бына юл да бөттө.
Йән-тәнеңдә бөтмәҫ яралар.
Инде һине һуңғы окобыңа
Тыныс ҡына алып баралар.
Күкрәгендә, йөрәк янында ул
Йомарланған байраҡ йөрөттө.
Йөрәк тынды, башҡа типмәне,
Байраҡты ул алып китмәне... .»
өҙөк»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г. Д. Зайнуллина, 2002)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Псәнчин В. Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө «Китап», 2003, 38-39-сы биттәр.
  • Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы менән пунктуацияһы. Өфө, 1978, 42-43-сө биттәр.