Фонетика
Фонетика (грек. φωνηεντικός «өнлө» — φωνή «өн» тигәндән) — лингвистиканың телмәр өндәрен һәм телдең өн төҙөлөшөн (ижектәр, өнбәйләнештәр, өндәрҙең телмәр сынйырына теҙелеү законсалыҡтары) өйрәнеүсе киҫәге.
Фонетика | |
Фонетика Викимилектә |
Фонетика предметы
үҙгәртергәҺөйләү, эске һәм яҙма телмәр араһындағы тығыҙ бәйләнеш фонетика предметына ҡарай. Тел белеме буйынса башҡа дисциплиналарҙан айырмалы, фонетика тел функцияһын ғына түгел, үҙ объектының материаль яғын да — һөйләү аппаратының эшен, өнлө күренештәрҙең акустик һүрәтләмәһен һәм уларҙың телдә һөйләшеүселәр тарафынан ҡабул ителеүен дә — өйрәнә. Лингвистик булмаған дисциплиналарҙан айырмалы, фонетика өнлө күренештәрҙе тел системаһының һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе материаль өнлө формаға индереү элементтары тип ҡарай. Телдең өнлө яғына акустик артикуляция һәм тел функциялары йәһәтенән ҡарауға бәйле, фонетика фонетиканың үҙенә һәм фонологияға айырыла.
Фонетик тикшеренеүҙәрҙең дүрт аспекты
үҙгәртергә1) Анатомия-физиология (артикуляция) телмәр өнөнөң яһалыуын өйрәнә: өндө әйткән саҡта телмәрҙең ниндәй ағзалары ҡатнаша; тауыш ярылары әүҙемме йәки һүлпәнме һ. б.
2) Акустика (физика) өндө һауа тирбәлеүе тип ҡарай һәм уның физик тасуирламаларын — йышлығын (бейеклеген), көсөн (амплитудаһын), оҙайлығын — теркәй.
3) Функциональ яғы (фонология) өндәрҙең телдәге функцияларын өйрәнә, фонемалар менән эш итә.
4) Перцептив яғы телмәрҙең тыңлаусы тарафынан нисек ҡабул ителеүен, әйтелгән өндәр менән ишетелгән өндәр нисбәтен өйрәнә.
Фонетика фәненең тарихы
үҙгәртергәӨндәр яһалыу механизмын Европала XVII быуатта өйрәнә башлағандар (Һиндостанда фонетика өйрәнә башлауҙы беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡараталар). Европала ул һаңғырау-телһеҙҙәрҙе уҡытыу ихтыяжына бәйле барлыҡҡа килә (X. П. Бонет, Дж. Уоллис, И. К. Аммандың хеҙмәттәре). XVIII быуат аҙағында X. Кратценштейн һуҙынҡыларҙың акустик теорияһына башланғыс һала, ул XIX быуат уртаһында Г. Л. Ф. Гельмгольц тарафынан дауам иттерелә. XIX быуат уртаһына өнъяһалыш анатомияһы һәм физиологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Эрнст фон Брюкке хеҙмәттәрендә дөйөмләштерелә. Лингвистик йәһәттән телдең өнлө яғы тураһындағы ғилем тәүләп тулыһынса Э. Зиверстың һәм Й. Шмидттың «Grundzüge der Lautphysiologie (нем.)» (1872) тигән хеҙмәтендә асыла.
Фонетикаға Панини, Р. Раск, Я. Гримм, А. Шлейхер, И. А. Бодуэн де Куртенэ, Ж. П. Руссло, П. Пасси, Ж. Жильерон, Э. Зиверс, М. Граммон, Д. Джоунз, В. А. Богородицкий, Л. В. Щерба, Н. С. Трубецкой, Р. О. Якобсон, Е. Д. Поливанов, Г. Фант, М. Халле, Л. Р. Зиндер, Р. И. Аванесов, М. В. Панов, Л. Л. Касаткин, Л. В. Бондарко, Л. А. Вербицкая, С. В. Кодзасов, О. Ф. Кривнова, башҡорт теле фонетикаһына Ж. Ғ.Кейекбаев кеүек ғалимдар ҙур өлөш индерә.
Фонетик тикшеренеүҙәр ысулдары
үҙгәртергә- Артикуляция яғы:
- үҙ-үҙеңде күҙәтеү (интроспекция)
- палатографиялау
- лингвографиялау
- одонтографиялау
- фотографиялау
- киноға төшөрөү
- рентгенға төшөрөү.
- Акустик яғы:
- осциллографиялау
- спектрографиялау
- интонографиялау.
Төп фонетик берәмектәр һәм саралар
үҙгәртергәФонетика берәмектәре сегментлыларға һәм суперсегментлыларға бүленә.
Сегментлы берәмектәр — телмәр ағышында айырып ҡарала алған берәмектәр: өндәр, ижектәр, фонетик һүҙҙәр (ритмик структуралар, такт), фонетик фразалар (синтагмалар).
- Фонетик фраза — интонация-мәғәнә берҙәмлегенә эйә булған һәм ике яҡтан да паузалар менән айырылған телмәр киҫеге.
- Синтагма (телмәр такты) — фонетик фразаның айырым интонация һәм такт баҫымы менән һүрәтләнгән киҫеге. Такттар араһында пауза булыу мотлаҡ түгел (йә улар ҡыҫҡа ғына), такт баҫымы бигүк көслө түгел.
- Фонетик һүҙ (ритмик структура) — фразаның бер һүҙ баҫымы менән берләшкән өлөшө.
- Ижек — телмәр сынйырының иң бәләкәй берәмеге.
- Өн — минималь фонетик берәмек.
Суперсегментлы берәмектәр (интонация саралары) — сегментлы берәмектәргә һалынған берәмектәр: мелодик берәмектәр (тон), динамик (баҫым) һәм темпораль (темп йәки оҙайлыҡ) берәмектәр.
- Баҫым — телмәрҙә бер төрлө берәмектәр араһынан берәүһен тауыш көсө (энергия) менән айырыу.
- Тон — ритмик-мелодик телмәр һүрәте, тауыш сигналының йышлығы үҙгәреү менән билдәләнә.
- Темп — ваҡыт берәмеге эсендә әйтелгән сегментлы берәмектәр һаны менән билдәләнгән телмәр тиҙлеге.
- Оҙайлылыҡ — телмәр сегментының яңғырау ваҡыты.
Фонетиканың киҫәктәре
үҙгәртергәФонетика дөйөм, сағыштырма, тарихи һәм тасуирлаусы фонетика киҫәктәренә бүленә.
- Дөйөм фонетика донъяның бөтә телдәренең өн төҙөлөшөнә хас булған законсалыҡтарҙы ҡарай. Дөйөм фонетика кешенең телмәр аппаратының төҙөлөшөн һәм төрлө телдәрҙә телмәр өндәрен яһауҙа файҙаланылыуын өйрәнә, телмәр ағышында өндәр үҙгәреүенең законсалыҡтарын ҡарай, өндәрҙе, өндәрҙең һәм абстракт фонетик берәмек булып торған фонемаларҙың нисбәтен классификациялай, өндәр ағышының өндәргә, ижектәргә һәм ҙурыраҡ берәмектәргә бүленешенең дөйөм принциптарын асыҡлай.
- Сағыштырма фонетика телдең өн төҙөлөшөн башҡа телдәрҙеке менән сағыштыра. Туған тел менән башҡа телде сағыштырып ҡарау иң элек сит телдең үҙенсәлектәрен күреү һәм өйрәнеү өсөн кәрәк. Бындай сағыштырыу туған телдең законсалыҡтарына ла асыҡлыҡ индерә. Ҡайһы берҙә туғандаш телдәрҙе өйрәнеү уларҙың тарих төпкөлөнә үтеп инергә ярҙамлаша.
- Тарихи фонетика телдең ярайһы уҡ оҙон ваҡыттар эсендәге үҫешен ҡарай (ҡайһы берҙә уның тәүтелдән айырылып барлыҡҡа килгән мәленән үк).
- Тасуирлаусы фонетика билдәле бер телдең билдәле бер осорҙағы өндәр төҙөлөшөн ҡарай (йышыраҡ хәҙерге телдең фонетик төҙөлөшөн).
Артикуляцион фонетика
үҙгәртергәАртикуляцион фонетика артикуляцияның анатомик-физиологик базаһын (телмәр аппаратын) һәм телмәр барлыҡҡа килеү механизмдарын өйрәнә.
Перцептив фонетика
үҙгәртергәПерцептив фонетика телмәр өндәренең кешенең ишетеү ағзаһы тарафынан ҡабул ителеү үҙенсәлектәрен өйрәнә.
Ул кеше телмәрен ҡабул итеү өсөн өндәрҙең ниндәй үҙенсәлектәре мөһим булыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирә, телмәр сигналдарының алмашыныусан акустик һәм артикуляцион тасуирламаларын иҫәпкә ала.
Ул шулай уҡ кешеләрҙең үҙе тыңлаған телмәрҙе ҡабул итеү барышында әйтелгәндең акустик үҙенсәлектәренән генә түгел, ә тел контексынан һәм аралашыу ситуацияһынан да мәғлүмәтте алыуын, шулай уҡ ҡабул ителеүсе хәбәрҙең дөйөм мәғәнәһен фараз итеп аңлауын да иҫәпкә ала.
Перцептив фонетика дөйөм алғанда кеше теленең өндәренә һәм һәр телдең өн берәмектәренә хас универсаль һәм айырым перцептив тасуирламаларҙы асыҡлай.
Телмәр өндәрен классификациялау[1]
үҙгәртергәТелмәр ағзаларының телмәр өндәрен эшләп сығарыуы артикуляция тип атала, ул өс өлөштән тора: әҙерлек, йәки экскурсия, ваҡытында ағзалар өндө әйтергә әҙерләнә; урта өлөштә, йәки башлауҙа, ағзалар эш торошон ала; һәм сигенеү, йәғни рекурсия, ваҡытында ағзалар ирекле эшһеҙ хәлгә ҡайта. Кинәт башланыусы өндәр — тиҙ генә әйтелә торған өндәр (мәҫәлән, [[p]?, [[b]?, [[t]?, [[d]?, [[t͡s]?, [[ʨ]?, [[k]?, [[g]?), уларҙы һуҙып булмай ([[p]?, [[b]?, [[t]?, [[d]?, [[k]?, [[g]?), йә һуҙғанда улар башҡа төрлө булып ишетелә: [[t͡s]? → [[s]?, [[ʨ]? → [[ɕ]?. Бер аҙ оҙайлы башланыусылары — оҙайлы өндәр. Уларҙың оҙайлылығы беленеп бармаһа ла, теләгәндә уларҙы һуҙып була (уларға һуҙынҡылар һәм [[m]?, [[n]?, [[l]?, [[r]?, [[f]?, [[v]?, [[s]?, [[z]?, [[ʂ]?, [[ʐ]?, [[j]?, [[h]? тартынҡылары инә; рус телендә [[ɕ]? гел һуҙып әйтелә). Әйтеүҙе бер аҙ тотҡарлағанда [[p]?, [[b]?, [[t]?, [[d]?, [[t͡s]?, [[ʨ]?, [[k]?, [[g]? өндәре лә оҙонайып китә, әммә уларҙа оҙонлоҡ һуҙып әйтеүгә түгел, ә әйтеү ваҡытын оҙайтыуға бәйле (мәҫәлән, бөттө, ҡыҙҙар, палаццо, кәк-күк һ.б.).
Телмәрҙең бөтә өндәре һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленә. Был бүленеш акустик һәм артикуляцион билдәләргә бәйле.
Акустик билдәләр
үҙгәртергәАкустик йәһәттән телмәр өндәре сонорҙарға (тауышлы) һәм шаулыларға бүленә. Сонорҙарға резонаторлы тондар хас, шау уларҙа йә бөтөнләй юҡ (һуҙынҡылар), йә бик аҙ ҡатнаша (мәҫәлән, төрлөсә әйтелештәге [[r]?); шаулыларҙа (ә уларға тик тартынҡылар инә) тембр был шауҙың рәүешенә бәйле. Иң тауышлы өн: [[a]?, иң шаулы: [[p]?.
Шаулылар араһында түбәндәгеләр була:
- Яңғырау шаулы оҙон (мәҫ.: [[v]?, [[z]?, [[ʐ]?)
- Яңғырау шаулы бик ҡыҫҡа (мәҫ.: [[b]?, [[d]?, [[g]?)
- Һаңғырау шаулы оҙон (мәҫ.: [[f]?, [[s]?, [[ʂ]?, [[h]?)
- Һаңғырау шаулы бик ҡыҫҡа (мәҫ.: [[p]?, [[t]?, [[k]?)
Артикуляцион билдәләр
үҙгәртергәАртикуляцион билдәләр буйынса өндәр иренде ҡыҫып (тартынҡылар) һәм иренде асып (һуҙынҡылар) әйтелеүселәргә бүленә. Һуҙынҡылар менән тартынҡылар араһындағы ярымһуҙынҡы тип йөрөтөлгән өндәр ([[j]? һәм [[w]?), ғәмәлдә йә тегеһенә, йә быныһына ҡараған булып сыға. Һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙың сиге нәҡ [[i]?, [[u]? һуҙынҡылары һәм [[j]?, [[w]? тартынҡылары артикуляцияһы араһынан үтә.
Үпкәнән һауаны сығарыу көсө (экспирация) төрлө өндәр өсөн төрлөсә: һаңғырау тартынҡылар өсөн ул көслөрәк (шул сәбәпле улар fortes — көслө тип йөрөтөлә лә), яңғырау тартынҡылар өсөн көсһөҙөрәк (lenes — көсһөҙҙәр), сонорҙар өсөн тағы ла көсһөҙөрәк, ә һуҙынҡылар өсөн — иң көсһөҙө. Һуҙынҡыларҙы һәм сонорҙарҙың күбеһен тауышһыҙ әйтеп ҡарағанда уларҙың «көсһөҙлөгө» асыҡ күренә.
Тартынҡылар
үҙгәртергәҮпкәнән килгән һауа ағымының ауыҙ аша үтеүе түбәндәгесә була ала:
- ирекле, һауа бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, стеналарға ышҡылмайынса үтә; ирекле үтеү өндәре — һуҙынҡылар;
- тарайған, ауыҙҙа теге йә был ағзалар бер-береһенә яҡынайғанлыҡтан, һауа ағымы ҡыҫыҡ ек аша стеналарға ышҡылып сыға; тар ектән сыҡҡан өндәр — фрикатив тартынҡылар (йәғни спиранттар, өрөлмәләр): фрикатив тартынҡыларға [f], [v], [s], [z], [[ʂ]?, [[ʐ]?, [[j]?, [h], шулай уҡ ышҡылыусы тамаҡ төбө өндәре [h] ҡарай;
- йомоҡ, һауа ағымы юлын эргәләге ағзалар тулыһынса ҡаплай, үтер өсөн йә ошо ҡаршылыҡты еңергә, йә урау юл эҙләргә кәрәк. Йомоҡ юлды үтеү ысулына ҡарап, йомоҡ тартынҡылар түбәндәгеләргә бүленә:
- шартлаулы, йомоҡ юл һауа баҫымы аҫтында шартлай һәм һауа ағымы ауыҙ ҡыуышлығынан тышҡа сыға; улар [[p]?, [[b]?, [[t]?, [[d]?, [[k]?, [[g]?, шулай уҡ тамаҡ төбө шартлауы [ʔ];
- аффрикаттар (йомоҡ-фрикативтар), йомоҡ юл үҙе һауа ағымы үтерлек ек яһай һәм һауа ошо ектән ышҡылып үтә, әммә, фрикативтарҙан айырмалы, яйлап түгел, ә бик тиҙ; былар [пф], [[t͡s]?, [дз], [[ʨ]?, [дж];
- танау өндәре (йәки назаль), юл йомоҡ көйө ҡала, ә һауа урап танау аша үтә; былар [[m]?, [[n]?, ң (француз телендәге gn, немец һәм инглиз телдәрендәге ng, башҡорт телендәге ң);
- ситкеләр (йәки латераль өндәр), юл йомоҡ ҡала, әммә телдең сите аҫҡа төшә һәм уның менән яңаҡ араһында урау юл яһала, һауа шуның буйлап сыға; бында [[l]? төрлө тибы инә;
- ҡалтырауыҡтар (йәки вибранттар), йомоҡ юл бер асыла, бер ябыла, йәғни телмәр ағзалары ҡалтырай һәм һауа өҙөк-өҙөк булып ағыла (мәҫәлән, русса, башҡортса [[r]?).
Шаулы өндәр
үҙгәртергәУларҙы әйтеү ағзалары бер-береһенә яҡынлашҡанда сыҡҡан шау хасил итә. Шаулы тартынҡыларҙы әйткәндә тауыш йә бөтөнләй ҡатнашмай, йә икенсел роль уйнай. Шаулы тартынҡылар: а) һаңғырау шаулы тартынҡылар [[k]?, [[h]?, [[p]?, [[f]?, [[t]?, [[s]?, [[ʂ]?, [[ʨ]?, [[t͡s]? б) яңғырау шаулы тартынҡылар [[g]?, [[j]?, [[b]?, [[v]?, [[d]?, [[z]?, [[ʐ]?. Ә [[v]? һәм [[j]? тартынҡылары яңғырау шаулы тартынҡылар менән сонорҙар араһындағы урынды биләй.
Сонорҙар
үҙгәртергәСонор тартынҡылар: [[r]?, [[l]?, [[m]?, [[n]?, [[j]? ([[rʲ]?, [[lʲ]?, [[mʲ]?, [[nʲ]?).
Яһалыу урыны
үҙгәртергәҺуҙынҡылар
үҙгәртергәҺуҙынҡылар һәм уларҙың классификацияһы
Һуҙынҡылар тартынҡыларҙан уларҙы әйткәндә тауыш — музыкаль тон ҡатнашыуы һәм шауҙың юҡлығы менән айырыла.
Һуҙынҡылар классификацияһы улар яһалыуҙың түбәндәге шарттарын иҫәпкә ала: 1) телдең күтәрелеү дәрәжәһе, 2) телдең күтәрелгән урыны, 3) ирендең ҡатнашыуы йә ҡатнашмауы. Был шарттар араһында иң мөһиме — телдең торошо, нәҡ ошо хәл һуҙынҡының сифатына йоғонто яһарлыҡ итеп ауыҙ ҡыуышлығының рәүешен һәм күләмен үҙгәртә.
Телдең вертикаль күтәрелеше буйынса өс күтәрелеш һуҙынҡылары була: юғары күтәрелеш һуҙынҡылары [[i]?, [[ɨ]?, [[u]?; урта күтәрелеш һуҙынҡылары э [[e]?, [[o]?; түбән күтәрелеш һуҙынҡылары [[a]?.
Телдең горизонталь хәрәкәте өс рәт һуҙынҡыларын барлыҡҡа килтерә: алҡы рәт һуҙынҡылары [[i]?, э [[e]?; урта рәт һуҙынҡылары [[ɨ]?, [[a]? һәм артҡы рәт һуҙынҡылары [[u]?, [[o]?.
Һуҙынҡылар яһалышында ирендәрҙең ҡатнашыуы-ҡатнашмауы һуҙынҡыларҙы иренләшкәндәргә [[o]?, [[u]? һәм иренләшмәгәндәргә [[a]?, э [[e]?, [[i]?, [[ɨ]? айыра.
Башҡорт теленең фонетикаһы
үҙгәртергәБашҡорт телендә һуҙынҡы фонемалар — a, ә, о, ө, у, ү, ы, э, э(е), и; тартынҡы фонемалар — б, в, г, ғ, д, ҙ, ж, з, й, к, ҡ, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ.
Телмәрҙә һәр фонема төрлө вариантта (аллофон) йөрөй. Фонема — ул эсенә үҙенең аллофондарын берләштергән абстракт күренеш, ул телмәрҙә саф хәлдә осрамай. Фонеманың төп варианты — ул көслө позицияла тороусы өн: һуҙынҡылар өсөн — ул баҫым аҫтындағы урын, тартынҡылар өсөн — һуҙынҡылар йә сонорҙар алдындағы урын.
Телмәр ағышында өндәр күрше фонемалар йоғонтоһона бирелә: яңғырауҙар алдында торған һаңғырауҙар яңғырауға әйләнә һәм киреһенсә.
Һуҙынҡы өндәрҙең үҙгәреше
үҙгәртергәРедукция — баҫымһыҙ ижектәрҙә һуҙынҡыларҙың көсһөҙләнеүе, әйтелеш аныҡлығын юғалтыуы. Һуҙынҡы өн бөтөнләй юғалһа, был күренеш тулы редукция тип атала. Мәҫәлән, ете — етмеш, төйөн — төйнә. Баҫымһыҙ ижектә һуҙынҡы төшөп ҡалмайынса көсһөҙ итеп әйтелһә, был күренеш тулы булмаған редукция тип атала. Мәҫәлән, саҡырым — саҡрым, йомошаҡ — йомшаҡ, әкерен — әкрен, бигерәк — бигрәк. Башҡорт телендә сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе әйтеүҙе еңелләштереү өсөн һуҙынҡы өҫтәү күренеше бар. Һуҙынҡының һүҙ алдына өҫтәлеүе — протеза (эләүкә, эшләпә), һүҙҙең уртаһына өҫтәлеүе эпентеза (бәхет, ваҡыт, торба) була. Башҡорт теленә элизия тигән фонетик күренеш тә хас. Тәүге һүҙ һуҙынҡыға бөтөп, уның артынан килгән һүҙ һуҙынҡыға башланһа, һуҙынҡыларҙың береһе ҡыҫырыҡлап сығарыла. Мәҫәлән: килә алманым — килалманым, ҡоро утын — ҡорутын.
Сиратлашыу
үҙгәртергәТелмәр барышында өндәр йыш ҡына бер-береһен алмаштырып, сиратлашып килә. Әгәр һүҙгә һуҙынҡы өн менән башланған ялғау ҡушылһа, һүҙ аҙағындағы ҡ, к, п өндәре ғ, г, б өндәре менән сиратлаша: башаҡ — башағым, беләк — беләгем, талап — талабым.
Сингармонизм
үҙгәртергәСингармонизм грек теленән ярашыу, яңғырау яңынан бер-береһенә оҡшау тигән мәғәнәне белдерә. Башҡорт теле сингармонизмлы телдәр төркөмөнә ҡарай. Сингармонизм төрҙәре:
- Һуҙынҡы өндәр гармонияһы: балалар, күләгәлә.
- Ирен гармонияһы: ҡоролошо, төҙөлөшөнөң.
- Һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең ярашыуы: шатлыҡтарың, йөрөгәндә.
Ассимиляция
үҙгәртергәТартынҡы өндәрҙең ярашыуы ассимиляция тип йөрөтөлә. Латин теленән алынған ассимиляция һүҙе оҡшатыу тигән мәғәнәне бирә. Башҡорт телендә ул һүҙ аҙағындағы тартынҡылар менән ялғауҙар башындағы тартынҡыларҙың бер-береһенә оҡшауынан ғибәрәт. Мәҫәлән: ҡар — ҡарҙар, ә ҡардар йә ҡартар түгел.
Диссимиляция
үҙгәртергәДиссимиляция — оҡшашмау тигән мәғәнәне биргән һүҙ. Ул йәнәш торған тартынҡыларҙың бер-береһенә оҡшамауын аңлата: боҙ-ло, боҫ-ло, баш-ла, шау-ла, төҙ-лә, һыйыр-һыҙ, китап-һыҙ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Фонетический разбор слова.
- Ж.Кейекбаев 2019 йыл 24 июнь архивланған.