Метафора
Метафора (бор. грек. μεταφορά - күсереү тигән һүҙ) — оҡшатыу һәм сағыштырыу нигеҙендә, һүҙҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылышы (мәҫ. `алтын ҡул`, `ҡорос беләк`)[1]; берәй оҡшашлыҡ нигеҙендә күсмә мәғәнәлә әйтелгән һүҙ йәки әйтем. Лингвистик әҙәбиәттә ул ябай һәм киңәйтелгән метафораға бүленеп йөрөй[2]. Ике предметтың, күренештең, хәл-ваҡиғаның үҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр метафора тип атала. Мәҫәлән, ныҡ һүҙе әйберҙең сыҙамлы булыуын күрһәтә: ныҡ ағас, ныҡ бау, ныҡ арба һ.б.; көмөш, алтын - әйберҙең, предметтың материалын, иртән - тәүлектең миҙгелен аңлата. Художестволы телмәрҙә был һүҙҙәр бөтөнләйгә башҡа мәғәнә белдереп килеүҙәре мөмкин; ныҡ кешенең тойғоһон, хәрәкәтен билдәләү өсөн ҡулланыла, мәҫәлән, ныҡ ярата, ныҡ әрләнеләр; көмөш тамсылар, алтын яланы (игенле баҫыу)һ.б.
Беҙ далаға барыбер хужа булдыҡ, Беҙ далаға йәшлек килтерҙек. Елдәренә уның йүгән һалдыҡ. Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек. (Р. Бикбаев.)
Уйымдағы алтын, көмөш хистәр Мине күмеп, күккә аштылар. (Н. Ниғмәти.)
"Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек" һөйләмендә алтын метафора, ә Рәшит Ниғмәти шиғырынан алынған юлдарҙа алтын, көмөш метафораның бер төрө булған эпитетҡа инә. Улар художестволы аныҡлаусылар итеп ҡарала. Аристотель метафораны образлы фекерләүҙең һүҙ менән бирелгән үҙенсәлеге тип аңлатҡан. Ул метафораны ижад итеү хаҡында бик ҡиммәтле фекер әйткән: "Метафора һайлауҙа оҫталыҡ кәрәк ... был - талант билдәһе. Уңышлы метафора табыу - ул оҡшашлыҡты күреү тигән һүҙ.
Метафора юғары дәрәжәлә асыҡ, аныҡ, яңы булырға тейеш".
Метафора, һүрәтләү сараһы булараҡ, сағыштырыуҙарға яҡын тора. Сағыштырыуҙан айырмалы метафорала һүрәтләнгән күренештәр, предметтар икенсе күренеште йәки предметты бирә торған һүҙ менән туранан-тура әйтелә. Шулай итеп, метафора - ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшашлы булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү. Был һүҙ барған төп предметҡа образлылыҡ биреү өсөн эшләнә. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың үрҙә килтерелгән "елдәренә уның(даланың) йүгән һалдыҡ, ҡырҙарында алтын үҫтерҙек" тигән шиғыр юлдарында алтын һүҙе иген мәғәнәһен бирә. Алтын менән иген араһында төҫ оҡшашлығы бар,икенсенән, икеһе лә кешелек өсөн ҡиммәт: иген тормош сығанағы, ул тормош байлығы булараҡ ҡиммәтлелек яғынан алтын менән бер ҡатар ҡуйыла.
Метафора термины тел белемендә генә түгел, әҙәбиәт ғилемендә лә ҡулланыла, әммә тел метафораһы һәм әҙәби метафора бер үк нәмә түгел. Тел белемендәге метафора төшөнсәһе байтаҡҡа киң. Әҙәби метафораның һәр саҡ стилистик роле була: уҫал елдәр, диңгеҙ йылмая, көмөш йылғалар һ.б. шуның кеүек һүҙбәйләнештәр әҙәби метафораны барлыҡҡа килтерә. Тел метафораһына шешә ауыҙы, картуф күҙе, тау башы, йылға тамағы кеүек һүҙҙәр ҙә инә.
Башҡорт телендәге метафорик һүҙҙәрҙе, телдә ҡулланыу дәрәжәһенә, стилистик ролдәренә ҡарап, өс төркөмгә бүлергә була:
- Художестволылығын, күсмә мәғәнәлелеген юғалтҡан метафоралар.
- Образлы (йәки фигуралы) метафоралар.
- Индивидуаль-стилистик метафоралар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Аристотель. Об искусстве поэзии. М., 1957, 117-се бит.
- Псәнчин В. Телдең күркәмлек саралары. Өфө, "Китап" 2003, 19-31-се биттәр.
- Сәйетбатталов Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы һәм пунктуацияһы. Өфө,1978, 31-33-сө биттәр.
- Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965, 97-се бит.