Теркәүес
Теркәүес — Һөйләм киҫәктәрен, һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәү өсөн ҡулланылған ярҙамсы һүҙ; һөйләм эсендә һөйләм киҫәктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма һөйләм итеп төҙөүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө.
Төҙөлөшө яғынан теркәүестәр ябай һәм ҡушма була.
1. Ябай теркәүестәр: әммә, ләкин, йәғни, шуға, бәлки, тимәк, хатта һәм башҡалар.
2. Ҡушма теркәүестәр: әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн, шуның арҡаһында һәм башҡалар.
Теркәүестәрҙең бүленеше
үҙгәртергә1. Теҙеү теркәүестәре һөйләм эсендә тиң киҫәктәрҙе, шулай уҡ ҡушма һөйләм эсендәге тиң мәғәнәле һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәп килә. А) йыйыу теркәүестәре, Б)ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре, В) бүлеү теркәүестәре, Г) аныҡлау теркәүестәре
2. Эйәртеү теркәүестәре эш-хәлдең булыуы йәки булмауының сәбәптәрен, шартын, шулай уҡ уларҙың оҡшашлығын һәм һөҙөмтәһен аңлатып, бер-береһенә эйәреп килгән һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәй.
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. — Өфө, 2000. — ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. — Өфө, 2008. — ISBN 978-5-295-04288-1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абдуллина Г. Р. Теркәүес // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.