Һарғая
Һарғая (рус. Саргая) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 146 кеше[1]. Почта индексы — 453592, ОКАТО коды — 80219840002.
Ауыл | |
Һарғая Һарғая | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район |
[[Бөрйән районы]] |
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Һарғая йылғаһының тамағы утарында урынлашҡан. Алыҫлығы:
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 49 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡолғана): 23 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 115 км
Тарихы
үҙгәртергәБөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ һәм Түңгәүер волостары башҡорттары үҙҙәренең община ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында XVIII быуат аҙағында элекке утарҙарҙы ауылдарға әүерелдерә башлай. Ауылдар янында ла күпләп йәйләү, яҙлау, көҙләү урындары һәм утарҙар булған. Шуларҙың береһе Һарғая исемле ҡышлауҙары була, әммә утарға муллалар был урынға бик үк риза булып бармаған. Шулай ҙа йылдар буйы йәйләү, ҡышлау ғына булып ҡала килгән.
1927 йылда В. И. Ленин тарафынан тәбиғәт ҡурсаулығы итеп, Һарғая тау һырты, йылғаһы һәм Ҡағы һәм Үҙән башы йылғалары араһын Башҡорт дәүләт заповеднигы итергә тигән указға ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай.
Урманға маралдар һәм башҡа йәнлектәр ебәрелә. Эшкә һөнәри белемле кешеләр саҡырыла. Утар урынына яңынан өйҙәр ҡалҡып сыға. Ауыл барлыҡҡа килә. 50‑се йылдарҙан алып ауыл хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә.
Ҡурсаулыҡта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы, профессор, биология фәндәре докторы Гордиюк Николай Михайлович[2], Мая Мөнир ҡыҙы Ишбирҙина, Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яныбаева һәм башҡалар эшләй[3][4].
Һарғая ауылы Ҡолғана ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, бер магазин, ҡурсаулыҡтың тәбиғәт музейы, маралдар үрсетеү фермаһы бар.
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
үҙгәртергәҺарғая йылғаһы үрендә Ҡолоҡая, Асыуҡая Һәм Һарғая (Һары ҡая исемле тау) урынлашҡан Һары, зәр — фарсы телендә алтын төҫтө аңлата.
Яланғас бейек асыҡ таулы ҡаялар ҡыҙғылт, һары төҫтәге мүк менән ҡапланғас, әллә ҡайҙарҙан һары, зәр төҫөнә мансылып күренә. Шуға ла тау Һары ҡая — «Һарғая» тип атала.
Был тирәлә батша осорнда уҡ кислохром сығарыла, әлеге көндә лә уның ҡул көсө менән башҡарылған шахталарына (Рәсәйҙә ике урында ғына) экскурсия яһарға була.
Һарғаяның биръяҡ яры бейек, ә икенсе яры, киреһенсә тәпәш. Аръяҡта — урман. Һарғая йылғаһы башында Ҡолоҡай тигән урын бар. Был урында ҡарағас ағастары күп. Элегерәк кеше ҡарағас һағыҙы йыйып кәсеп иткән.
Дейеү тауы, Ҡыраҡа, Асыу, Һарғая, Яманҡыр, Батыр ҡыры, Крак, Башһырт, Аҡынҡыраҡ,Ҡолаҡай һәм башҡа тауҙар Һарғая һыртын тәшкил итә[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 134 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 148 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 137 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 168 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 146 | 73 | 73 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауылда 100 % башҡорттар йәшәй (2002).
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
Арҙаҡлы шәхестәре
үҙгәртергә- Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы (1 август 1962 йыл) — ғалим-биолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002)
- Шәрәфетдинов Ирек Йосоп улы (10 сентябрь 1941 йыл) — Башҡорт дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы директоры (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почетлы урман белгесе (1996 йыл)
Фотогалерия
үҙгәртергә-
Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
-
Ҡурсаулыҡҡа юл
-
Ҡурсаулыҡҡа тиклемге юл
-
Ҡурсаулыҡ сиге
-
Ҡурсаулыҡ тирәһендәге күренештәр
-
Ҡурсаулыҡ тирәләй урман
-
Ҡурсаулыҡ эсендә билдә
-
Башҡортостан
-
Йәйге панорама
-
Убалы пейзаж
-
Томанлы иртә
-
Тауҙар һәм урман ҡояш байышында
-
Оҫҡонлоуй һыртынды көҙгө ҡыҙыл эңер
-
Оҫҡонлоуй һыртынды көҙгө ҡыҙыл эңер
-
Оҫҡонлоуй һыртынды көҙгө ҡыҙыл эңер
-
Кордон күренеше
-
Шыршы турғайҙары
-
Шыршы турғайы ҙурайтып
-
Таҡыя турғайҙар һәм шыршы турғайҙары
-
Подъемник (бесхлорофильное растение)
-
Артыш һәм ҡар
-
Көртмәле
-
Артилия однобокая (боровая матка)
-
Әтлек
-
Суҡмар
-
Ҡолоҡай һырты
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.50 2022 йыл 21 май архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Һарғая ауылы
- Һарғая-Саргая-Sargaya, Бурзянский район
- Һарғая ауылы тарихы(недоступная ссылка)
- Һарғая // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Гордиюк Николай Михайлович
- ↑ 3,0 3,1 Һарғая ауылы тарихы(недоступная ссылка)
- ↑ Һарғая // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Һарғая ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |