Корейҙар — Корея ярымутрауының төп халҡы.

Корейҙар
кор. 한국인
кор. 조선사람
Рәсем
Туған тел Корей теле
Урын Корея[d]
Ил Корея[d]
Ҡайҙа өйрәнелә корееведение[d]
Карта распространения
Коллаж
 Корейҙар Викимилектә
Корейҙар традицион костюмда (ханбок)

Корейҙарҙың корей телендә үҙ атамаһы (этнонимы): чосон сарам (кор. 조선 사람) Корея Халыҡ-Демократик Республикаһында һәм хангук сарам (кор. 한국 사람) Корея Республикаһында. Элекке Советтар Союзы территорияһында йәшәгән корейҙар үҙҙәрен корё сарам тип атай.

Антропологик тибы буйынса монголоид расаһының көнсығыш азия тармағына ҡарай. Корей телендә йәки йәшәгән илдәренең телдәредә һөйләшәләр.

Төп диндәре — конфуцианлыҡ, буддизм, мәсихселек, шаманлыҡ, әммә башҡалары бер дин дә тотмай шулай уҡ Сахалинға Японияның Армияһына васыят әйттеләр. Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә Корея теленең үҙенең диалектында һөйләйҙәр..

Корея ярымутрауынан ситтәге корейҙар

үҙгәртергә

Яҡынса 7 миллион корей Корея ярымутрауынан ситтә йәшәй. Шуларҙың яҡынса биштән дүртенсеһе өс илдә: Ҡытайҙа, Японияла һәм АҠШ-та йәшәй. Халҡының 0,5 % -тан ашыуы корей булған илдәр: Япония, Яңы Зеландия, АҠШ, Ҡаҙағстан, Канада, Үзбәкстан һәм Австралия.

Корё сара́м (кор. 고려 사람 (高麗人) «Корё халҡы») — элекке СССР биләмәһендә йәшәгән һәм 1860-сы йылдарҙа Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышына (башлыса Приморьеға) әйләнеп ҡайтҡан Боронғо Корея дәүләте территорияһында элек-электән йәшәгән Кочосон (хәҙерге РФ һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы территориялары), шулай уҡ япон армияһы тарафынан Сахалинға индерелгән корейҙар[1]. Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә корейҙар корей теленең үҙ диалектында (корё мар) һөйләшәләр.

Традициялары

үҙгәртергә

Тольджанчхи (бала тыуғандың тәүге йылын байрам итеү), соллаль (Яңы йыл) һәм хвангап (환갑, 60 йәш юбилейы) кеүек традицион корей байрамдары киң билдәлелек алған.

Дөйөм милли байрам — Уңыш көнө йәки чхусок бөтә Корея ярымутрауында — Корея Республикаһында ла, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһында ла байрам ителә.

Торлаҡтары

үҙгәртергә

Традицион өйҙәре — ғәҙәттә, эзбизташ булмағанлыҡтан, һалам бауҙары менән бәйләп ҡуйылған ағас каркастан эшләнгән һәм таш менән көпләнеп, балсыҡ менән һыланған ханок тип аталған балсыҡ (саман) өй (мазанка); ҡыйығы һалам. Бинаның эсе бәләкәй генә; тәҙрәләр ишек алдына сыҡҡан һәм быяла урынына май һөртөлгән аҡ ҡағыҙ менән ҡапланған. Урам яғына бина эсендә йәки (бай йорттарында йә ҡаҙна биналарында) тышҡы яҡтан яғылған йорт эсендә ҡуйылған мейестәрҙән төтөн сығыу өсөн бәләкәй тишектәр генә ҡуйылған, һөҙөмтәлә өйҙәрҙең тышҡы стеналары ғәҙәттә ҡоромланған хәлдә булған һәм мейес яҡҡан ваҡытта урамдар төтөн менән ҡапланған.

Корей матди мәҙәниәтенең үҙенсәлектәре географик һәм климат шарттарына бәйле. Ярымутрауҙың дымлы климаты Кореялағы традицион йортоноң үҙенсәлегенә — йылытылған иҙән (Рәсәй Федерацияһы һәм БДБ илдәрендә йәшәүсе корейҙарҙың телендә — «кудури») хас булған. Әлеге ваҡытта Корея ярымутрауында ла, унан ситтә лә ондолле йорттар төҙөү традицияһы һаҡлана.

 
Корей милли аш-һыуы — пибимбап

Корейҙар ҡулланған төп продукт — дөгө. Корейҙарҙың киң даирәһенә йәшелсәләр менән тәьмин ителеү мөмкин булмау сәбәпле, корей кухняһының традицион аш-һыуы, нигеҙҙә, дөгө ярмаһынан һәм мал итенән ғибәрәт. XX быуатҡа тиклем аш-һыуҙа йәшелсә ҡулланыу корей ғаиләһенең етеш тормош көтөүе билдәһе булған. Миҫал итеп чапчхэҙы килтерергә мөмкин — 1950-се йылдарҙағы Корея һуғышына тиклем ул ваҡытта ҡиммәтле тип һаналған йәшелсә ҡушылған итһеҙ әҙерләнгән һый байрам ашы булған. Шуның менән бергә диңгеҙ аҙыҡтары ла киң ҡулланыла.

Корей кухняһы, дөйөм алғанда, етерлек әсе, бигерәк тә ҡыҙыл борос һәм чили боросо күп ҡулланыла тар менән ситләтелә. Корея аштарының күбеһе мул итеп әсе борос менән тәмләндерелә. XVI быуатта Көньяҡ Американан португалдар алып килгәндән һуң, корейҙар аш-һыу әҙерләгәндә борос ҡуллана башлай. Шул саҡта корей аш-һыуын әҙерләүҙең традицион ысулы барлыҡҡа килә. Корея кухняһының махсус тәмләткестәр йыйымы ҙур түгел: күп осраҡта имбир, һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос.

Көндәлек корей аш-һыуының үҙенсәлеге булып әсеү процестарын киң ҡулланыу һәм соя, һут аҡһымын тәрән эшкәртеү тора. Иң билдәле соя продукты — тубу (тофу).

Совет корейҙарының (корё-сарам) аш-һыуы салаттарға үҙенсәлекле тәм һәм еҫ биргән кориандрҙы киң ҡулланыу менән яҡшы таныш.

Кейемдәре

үҙгәртергә
 
Традицион корей король туй кейеме

Традицион корей кейемендә, ҡытай һәм япондарҙан айырмалы рәүештә, аҡ төҫкә өҫтөнлөк бирелә. Ирҙәрҙең кейеме күлдәктән, киң салбарҙан, ойоҡтан һәм баулы йәки һалам аяҡ кейеменән (башмак) ғибәрәт; өҫ кейеме — халат, ҡышын мамыҡтан һырылғаны. Сәстәре баш түбәһенә шәлкемгә йыйыла, ә баштарына, ҡайһы берҙә, ҡамыш һәм лакланған туҡыма тирәсле эшләпә кейелә. Ҡатын-ҡыҙ бер нисә итәк, корсет һымаҡ бер әйбер йәки киң билбау, яурындарына еңһеҙ өҫ кейеме (накидка), ә ҡышын мамыҡ халат кейгән; сәстәрен ҡытайҙарға оҡшатып тарап-үрәләр.

Исемдәре

үҙгәртергә
 
Күк йортта Балаларҙы яҡлау көнө. Көньяҡ Кореяның элекке президенты Пак Кын Хе (уртала) Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләү маҡсатында 5 майҙа Күк йортҡа саҡырылған балалар менән осрашыуға килгән бер малайҙы ҡосаҡлай

Күпселек осраҡта корей фамилияһы бер, ә исеме ике ижектән тора. Ләкин ике ижектән торған фамилиялар ҙа бар. Исеме лә, фамилияһы ла йыш ҡына ханча ярҙамында яҙыла. Исемде латинлаштырғанда ҡайһы бер корейҙар традицион яҙыу тәртибен (фамилия, исем) һаҡлай, ә ҡалғандары уны көнбайышсаға (исем, фамилия) ярашлы үҙгәртә. Кореяла кейәүҙә булған ҡатын ғәҙәттә ҡыҙ фамилияһын ҡалдыра, ләкин балалары атаһының фамилияһын ала.

Кореяла барлығы 250 фамилия файҙаланыла. Уларҙың иң ныҡ таралғандары — Ким, Ли, Пак һәм Чхве (Цой). Әммә бер төрлө фамилия йөрөтөүселәрҙең күбеһе яҡын туған түгелдәр. Корея фамилияһының барлыҡҡа килеүе Корея тарихы һәм Корея ярымутрауының географияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Һәр береһе айырым бер урын менән бәйле булған бик күп кландар бар, мәҫәлән, Кимхэ Кимдары. Күпселек осраҡта һәр клан үҙенең шәжәрәһен ир-егеттәр линияһы буйынса дөйөм ата-бабаға тиклем эҙмә-эҙлекле өйрәнә ала.

Корея тарихы дауамында исемдәрҙе ҡулланыу эволюция кисерә. Корей теленә нигеҙләнгән боронғо исемдәр Өс батшалыҡ (б.э.т. 57 йыл — б. э. 668 йыл) дәүерендә осраған, ләкин ваҡыт үтеү менән, ҡытай яҙмаһы ҡабул ителгән осорҙан башлап, ҡытай иероглифтары менән яҙылған исемдәр менән ҡыҫырыҡлап сығарылған. Монголдар һәм маньчжурҙарҙың йоғонтоһо осоронда идара итеүсе элита үҙҙәренең корей исемдәре менән бергә монгол һәм маньчжур исемдәрен өҫтәп ҡулланған. Бынан тыш, Япония колониаль хакимлығы аҙағында корейҙарҙы япон исемдәрен алырға мәжбүр иткәндәр.

Һуғыш сәнғәте

үҙгәртергә
 
Төньяҡ Корея һалдаттары Берләштерелгән хәүефһеҙлек зонаһында совет өлгөһө униформаһында

Тхэквондо («тхэквондо́» тип әйтелә, ҡайһы берҙә «тэквондо», «таэквондо», «таеквондо» тип яҙыла) — Корея һуғыш сәнғәте. 1955 йылда генерал-майор Чхве Хон Хи, бер нисә көрәш мәктәбен нигеҙ итеп алып, тхэквондо сәнғәтен килтереп сығара. «Тхэквондо» тигән һүҙ өс һүҙҙән тора: «тхэ» — аяҡ, «квон» — йоҙроҡ, «до» — юл. Чхве Хон Хи билдәләүенсә, «тхэквон-до рухи ҡоралһыҙ, һаулыҡ менән бер рәттән үҙ-үҙеңде обороналау техникаһын, шулай уҡ бер йәки бер нисә ҡаршы тороусыны еңеү өсөн яланғас ҡулдар һәм аяҡтар менән һуғыуҙы, блоктарҙы һәм һикереүҙәрҙе квалификациялы башҡарыуҙан торған рухи күнекмәләр системаһын аңлата». Тхэквондоға, башҡа һуғыш сәнғәтенән айырмалы рәүештә, тап аяҡтар менән тибеүҙән торған күп һанлы юғары һикереүҙәр хас.

Хапкидо — уның барлыҡҡа килеүенә айкидо, Айки-дзюдзюцу, джиу-джитсу нигеҙенә һалынған техника йоғонто яһаған япон айкидоһына оҡшаш, корей һуғыш сәнғәте. Артабан уға тхэквондо һәм тансудо элементтары ла ингән.

Тансудо — үҙ-үҙеңде яҡлау формалары һәм эҙмә-эҙлелеге дисциплинаһында һәм практикаһында тупланған корей һуғыш сәнғәте. Хван Ки, ошо сәнғәткә нигеҙ һалыусы, XX быуаттың 30-сы йылдарында Маньчжурияла йәшәгән сағында субак (иҫке корей һуғыш сәнғәте) хаҡындағы иҫке текстарға нигеҙләнгән тансудо булдырыуын раҫлай. Япон каратеһы һәм ушу ҡытай эске мәктәптәре, бәлки, тансудоға тәьҫир иткәндер. Күп аспекттарҙа тансудо, карате һәм тхэквондо кеүек, әммә спорт ярыштарында ғәмәлдә акцентҡа эйә түгел.

Кёксульдо — Төньяҡ Кореянан хәрби сәнғәт, ул тәү сиратта Корея халыҡ армияһы сиктәрендә ғәмәлдә ҡулланыла. Кёксульдо Көнсығыш Европала элекке Варшава килешеүе дәүләттәрендә лә таралған була. Кореяла кёксульдо махсус подразделениелар һәм армия ҡоралы тип һанала. Кёксульдо донъя федерацияһы (세계실전격술도총본관) Көньяҡ Кореялағы ике граждан (хәрбиләштерелмәгән) тоджандарынан тора. Коммерцияланған кёксульдо мәктәптәәренән айырмалы рәүештә ходжандарҙың береһе Инчхонда, икенсеһе Чхонан ҡалаһында урынлашҡан. Ҡалған коммерцияланған мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, был мәктәптәрҙә физик көс һәм кәүҙә сыҙамлылығы артыуына баҫым яһала. Был мәктәптәрҙә физик көс һәм кәүҙә сыҙамлылығын арттырыуға баҫым яһала. Көньяҡ Кореяла заманса кейем формаһы — кёксульдо мәктәбе нашивкалары тегелгән хәрби камуфляж йәки ҡара форма.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Большая Российская энциклопедия. — Т. 29. — М: Большая Российская энциклопедия, 2015. — С. 484. — 767 с. — ISBN 978-5-85270-366-8. Архивировано 16 июль 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә