Үәжд
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Үәжд (ғәр. وجد; рус. Ваджд) — суфыйлыҡта Аллаһты тойоуҙың экстатик кисереше. "Илаһи мөхәббәт менән иҫереүсе " экстаз хәлендә була һәм үҙ-үҙен белешмәй башлай[1].
Өлгәшеү өсөн саралар
үҙгәртергәСуфыйлыҡта экстазға өлгәшеү өсөн төрлө саралар бар. Ул зекер һәм сәма ритуалдарын тырышып башҡарғанда, шулай уҡ көсләп был хәлгә ингәндә (тәүәжүд) барлыҡҡа килергә мөмкин. Рухи яҡтан юғары кешеләр өсөн үәжд — ул «ғашиҡ» менән Әл-Хаҡ араһындағы үҙ-ара мөхәббәттең тәбиғи һәм законлы һөҙөмтәһе. Кеше үҙендә күп Һанлы Илаһи күренештәрҙе (тәжәлли) оҙаҡ көс һалмайынса һәм үҙен үәжд хәленә көсләп индермәйенсә таба ала.
Суфыйҙар әйтеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең күп сәхәбәләре, ғибәҙәт ҡылыуҙарҙа һәм Ҡөрьән уҡығанда тәрән хискә инеп китеп, үәжд хәлен кисерә. Сәхәбәләр һәм уларҙың артынан тәбиғиндәр илай, шатланып ҡысҡыра, ә ҡайһы берҙәре иҫен юғалта.
Вүжүд
үҙгәртергәВүжүд (истигрәк) үәжддең юғары дәрәжәһе, ул хәлдә Әл-Хаҡ менән тулы берҙәмлек тойғоһо һәм кеше булараҡ бөтә атрибуттарын юғалтыу башлана.
Этимологияһы
үҙгәртергәҺүҙҙең этимологияһы ғәрәпсә йәшәйеш (ғәр. وجود) билдәләмәһенә оҡшаш һәм үе, ж, д тамырынан килеп сыҡҡан, мәғәнәләре — «эҙләү, эҙләнеү, тойоу, һиҙеү» һ. б..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Үәхдәт әл-вүжүд («йәшәйеш берлеге»)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәАли-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |