Ҡәҙимселек
Ҡәҙимселек (ғәр. قديم «Ҡәҙим» – «элекке, боронғо» һүҙенән) — XIX быуат ахырында — XX быуат башында Урал һәм Волга буйы мосолмандары араһында киң таралған консерватив хәрәкәт. Ҡәҙимселәрҙе «мосолман йәмәғәтселегенең дини-феодаль мәнфәғәттәрен яҡлаусылар» тип һанайҙар. Мосолман халыҡтарына килеп ингән йәдитселектән айырмалы булараҡ, Рәсәй империяһында ҡәҙимселек төбәк идеологияһы булып ҡына ҡала. Ҡәҙимселәрҙе мәғариф өлкәһендә «укытыуҙың иҫке ысулдарын яҡлаусылар» тип атайҙар.
Ҡәҙимселек | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Сәйәси идеология | религиозный консерватизм[d] һәм патриархат[d] |
Против | Йәдитселек |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Йәдитселәргә ҡаршы тороуҙары
үҙгәртергәҠәҙимселәр үҙ төбәгендәге патриархаль нигеҙҙәрҙе яҡлай, 'йәдит мәктәптәренә, уҡытыуҙың яңы ысулдарына ҡаршы булалар. Реформа яҡлыларҙы «кафыр» тип атайҙар, ширктә ғәйепләйҙәр. 1908 йылда Эске эштәр министры П. А. Столыпин исеменә ҡултамғаһы булмаған ун ике имам дан хат килеп төшә. Был хатта башта Бөйөк Рәсәйҙең мосолмандарға ҡарата алып барған яҡшы сәйәсәте маҡтала, үҙҙәренең хөкүмәткә буйһоноп, Ҡөрьән һәм шәриғәт ҡушҡанса мәхәлләлә халыҡты тыңлаусанлыҡҡа өндәүҙәрен, маҡтаулы хеҙмәттәрен бәйән ителә. Һуңынан ялыу башлана: Был һуңғы йылдарҙа татарҙар араһында "мөғәллим" тип аталған уҡытыусылар барлыҡҡа килде, айырым бер революционерҙар йәмғиәте был. Бөтә Рәсәй буйынса улар татар ауылдарына тамыр ебәрә, һәм уларҙың күпселеге аҡсаһыҙ уҡыта, йә йәшәгән урындарында аҡса йыйып тотона. Улар дин тураһында һөйләһә лә, үҙ идеяларын таратып, хөкүмәткә ҡаршы ҡотортоу менән шөғөлләнә". Был "мөғәллидәр" таралған урын тип ҡәҙимселәр Ғабдулла Барудиҙың «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһен атай: «Мәҙрәсә тип аталһа ла, ул һуңғы йылдарҙа революция сығанағаны әүерелде. Унан сыҡҡан "мөғәллимдәр" дингә һәм Аллаһыға хеҙмәт итеү битлеге менән татарҙарҙы юлдан яҙҙырыусы революционерҙар", - тип яҙа улар [1]
Мәсеттәрҙә вәғәздәрҙе татарса һөйләү фетнә таратыуға килтерәсәк, тип яҙа улар. Диниә назаратын ҡулдарына төшөрөргә маташалар тип тә ғәйеп ябалар, "Мөхәммәдиә" мәҙрәсәһен тамамлаусыларҙы мулла итеп ҡуймаҫҡа һорайҙар.
Шундай уҡ йөкмәткеле хаттар П. А. Столыпинға 1909 йылдың 8 апрелендә (122 ҡултамға) Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһынан да килә, уны мещан Ш. Шаһиәхмәтов ойошторған була. Улар ҡалала Мосолман хәйриә ойошмаһын, «Нәжәт» китаханаһын, Приказчиктар йәмғиәтен ябыуҙы юллай. Мәгәр был юллау буйынса бер ниндәй ҙә хәрәкәт булмай, сөнки законһыҙ эштәре юҡ тип табыла.
Әммә ялыуҙар дауам итә.
Ҡәҙимселәрҙең батша хакимиәтенә тоғро хеҙмәте уларҙың матди мәнфәғәттәре менән бәйле була. Улар йәдитселәр арҡаһында табышлы урындарын юғалтыуҙан ҡурҡалар. Ҡәҙимселәрҙе хөкүмәт тә ныҡ яҡлай. 1917 йылға тиклем мәғариф империя мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә, шовинистик рухта була. Быны VII дворян съезы (1911 йыл) ҡарары ла раҫлай: «Хөкүмәт мәктәбе башҡа милләттәр өсөн эшләргә тейеш түгел, унда бер ниндәй ташламаһыҙ дәүләт теле хакимлыҡ итергә тейеш. Уҡытыу урыҫ телендә барырға тейеш.»[2] .
Ҡәҙимселек тарафдарҙары:1906-1917 йылдарҙа Ырымбурҙа сыҡҡан «Дин үә мәғишәт» журналы, Ишмөхәммәт Динмөхәммәтов (Ишми Ишан, 1849-1919), Ш. Мөхәммәтов, Гилажетдин Мөхөтдинов, ишан Ҡорбанғәлиевтар, Мөхәммәтвәли Хөсәйенов(1871-1933).
XX быуат башында алдынғы ҡарашлы әҙәбиәт әһелдәре ҡәҙимселәргә ҡаршы әҫәрҙәр яҙа (мәҫәлән, Галиәскәр Камал]дың «Беренсе театр» драмаһы, Ғабдулла Туҡайҙың И. Динмөхәммәтовҡа ҡарата яҙған «Ишан» шигыры).
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт татарской энциклопедии АН РТ, 1999. ISBN 0-9530650-3-0
- Татарская энциклопедия. В 5-и т. Т.2. К., 2005. с.288-289.
- Большая российская энциклопедия. В 35 томах . Том 12 (Ис-Кан). М.: НИ БРЭ, 2008. ISBN 978-5-85270-343-9
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Исмәғил Рәмиев Вакытлы татар матбуғаты (альбом). 1905-1925. Ҡ., 1926.
- Ислам. Белешмә-һүҙлек (төҙөүсе Заһид Шәфиғи). Ҡаҙан: ТКН, 1993. ISBN 5-298-00949-2
- Ислам на Урале: энциклопедический словарь (сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов). М.- Н.Новгород: ИД «Медина», 2009. ISBN 978-5-9756-0054-7
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кадимизм и джадидизм — в чем разница?[POSREDI.RU - http://posredi.ru/kadimizm-i-dzhadidizm.html]
- ↑ Кадимизм и джадидизм — в чем разница?[POSREDI.RU - http://posredi.ru/kadimizm-i-dzhadidizm.html]