Зәйнәш Сөләймәнов

хәрби эшмәкәр, 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан.

Зәйнәш Сөләймәнов (тыуған һәм үлгән ваҡыты билдәһеҙ) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышыында ҡатнашҡан. Әйле улусы старшинаһы Тайыш Сыныҡаев командаһында хеҙмәт иткән[1].

Зәйнәш Сөләймәнов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө XVIII быуат
Тыуған урыны Ҡәҙер, Рухтин ауыл советы, Дыуан районы
Һөнәр төрө яугир

Тормошо үҙгәртергә

Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге тормошо хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Себер даруғаһындағы Әйле улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы) Ҡәҙер ауылы башҡорто[2].

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы үҙгәртергә

1773 йылдың декабрь аҙағында Салауат Юлаев отряды сафына баҫа. Красноуфимск һәм Пермь провинцияһы халҡын Салауат Юлаев ғәскәренә мобилизациялауҙа ҡатнаша. Салауат Юлаевтың иң тоғро көрәштәштәренең береһе.

1774 йылдың 25 ноябрендә поручик В. Лесковский командаһы һәм Мөҡсин Әбдесәләмов отряды тарафынан Салауат Юлаев менән бергә Миндеш ауылы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районында ҡулға алына. 16 декабрҙә Өфөнән Ҡазанға оҙатыла.

1775 йылдың 5 февраленән Ҡазан йәшерен комиссияһында, 15 марттан — Ҡазан губернаторы генерал-поручик П. С. Мещерский канцелярияһында суд тикшереүенә дусар ителә.

Йәшерен экспедицияның 1775 йылғы 27 март билдәләмәһе буйынса, «хәрби көс» ҡулланып тотолған Зәйнәш Сөләймәновты «остзей гарнизондарына… хеҙмәткә ебәрергә» тигән күрһәтмә бирелә.

Зәйнәш Сөләймәновтың Салауат Юлаевтың ихтилалда ҡатнашыуы тураһындағы шаһитлығы Ҡазан губернаторы Мещерскийҙың Ырымбур губернаторы генерал-поручик И. А. Рейнсдорпҡа ебәргән 9 баш күтәреүсенән алынған мәғлүмәттәр теркәлгән протоколдар күсермәһендә яҙылған. Өфө провинция канцелярияһында Салауат Юлаев эше буйынса тәфтиш атҡарғанда һәм суд ҡарары сығарғанда шул мәғлүмәт файҙаланылған.

Зәйнәш Сөләймәновтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1][3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Салават Юлаев: Энциклопедия. Зайняш Сулейманов, 124 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
  3. РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121; ч.5, л.28;ф.7, оп.1, д.2043, ч.14;Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Салават Юлаев: Энциклопедия. Зайняш Сулейманов, 124 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
  • РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121; ч.5, л.28;ф.7, оп.1, д.2043, ч.14;Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.

Һылтанмалар үҙгәртергә