Япаров Инбер Мөхәммәт улы

Япаров Инбер Мөхәммәт улы (20 сентябрь 1950 йыл) — ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1990), доцент (1994).

Инбер Мөхәммәт улы Япаров
Тыуған көнө

20 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

география

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

география фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Биографияһы

үҙгәртергә

Инбер Мөхәммәт улы Япаров 1950 йылдың 20 сентябрендә БАССР-ҙың Дыуан районы Ҡәҙер ауылында тыуған.

Ҡәҙер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң 1969 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

1970 йылда Совет Армияһы сафына алына. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1971 йылда, студент йылдарында, Инбер Япаров Башҡортостан телевидениеһында «Тәбиғәтте күҙәтергә өйрән» тип аталған тапшырыуҙар циклын сығара. ғалим-физик-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы был тапшырыуҙың етәксеһе була. Был тапшырыуҙар айына бер тапҡыр 15 минут дауам иткән. Һәм был тапшырыуҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Диктор Рәсимә Кәримова был тапшырыуҙарҙы әҙерләүҙә ярҙам иткән. 1973 йылда «Тәбиғәтте күҙәтергә өйрән» программаһы тура эфирҙа 25 минут ваҡыт биләй. Бынан тыш, ул ваҡытта 30 минут барған «Эрудит» студент телеклубы программалары ла эфирға сыҡҡан[1].

1988 йылда Воронеж ҡалаһындағы аспирантураны тамамлай, география фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2].

1982 йылдан Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, кафедры физик география һәм гидрология, физик георгафия, крайҙы өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты.

2007 йылдан — БДУ-ның география факультеты деканы. Уҡытҡан дисциплиналары:

  • «Рәсәйҙең физик географияһы»,
  • «Ландшафтты өйрәнеү»,
  • «Географияның хәҙерге проблемалары»,
  • «Ландшафттарҙың динамикаһы һәм эшләп тороуы»,
  • «Ерҙең физик-географик ҡанунилығы»,
  • «Географияға инеш»

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Инбер Мөхәммәт улы Башҡорт дәүләт университетында 35 йыл хеҙмәт итә, шуның 30 йылын физик география кафедраһына бағышлай.

1988 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

СССР География йәмғиәте әүҙем эшләгән 1970-1980-се йылдарҙа Башҡортостан филиалы 34 монография һәм белешмә баҫтыра. Юл күрһәткестәр, тәбиғәт һәйкәлдәренең, мәҫәлән, Ирәмәл тауының тасуирламаһы. Күрше Пермь, Ырымбур, Силәбе, Удмурт, Татарстан филиалдары менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла. Һәр ик-өс йыл һайын «Урал кәңәшмәләре» ойошторола. Һуңғы, 11-се кәңәшмә, 1980 йылда үтә. Был кәңәшмәләр материалдары бер нисә йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Береһе физик география, икенсеһе – гидрогеология, өсөнсөһө – климатология мәсьәләләренә һ. б. бағышланды. Докладтар текстарынан төҙөлгән 7-8 йыйынтыҡ донъя күрҙе. Ул йылдарҙа Башҡортостан филиалы 7 баҫма сығарҙы[3].

Инбер Япарпов — күп фәнни эш авторы. 1992 йылда аныҡландырылған Башҡортостан Республикаһының мәктәп атласы баҫыла. География буйынса белем тапшырыуҙың бындай йолаһы 2000-се йылдарға тиклем дауам итте.

2005 йылда Япаров Инбер Мөхәммәт улы етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының яңы Атласы донъя күрҙе[4].

И. М. Япаров юғары квалификациялы географтар әҙерләүгә тос өлөш индерә, уның етәкселегендә йәш географтар кандидатлыҡ диссертацияһына әҙерләнә һәм уңышлы яҡлай.

Инбер Япаров фәнни хеҙмәттәрен тәбиғәт объекттарын, матди мәҙәниәт ҡомартҡыларын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, этногенетик ҡарһүҙ һәм легендаларын тәрән өйрәнеп, уларға нигеҙләнеп яҙа.

Инбер Мөхәммәт улы йәмәғәт эшендә лә бик әүҙем ҡатанаша. Ауыл һәм ҡалаларҙа Башҡортостан географияһы һәм геология темаларына лекциялар уҡый, уның ғилми темаларҙы асҡан мәҡәләләре гәзит-журналдарҙа йыш донъя күрә.

«Башҡорт энциклопедияһы» фәнни нәшриәтенең ғилми-редакцион советы һәм мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы (рәйесе — И. М. Илһамов).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Типология и генезис суходольных лугово-пастбищных ландшафтов Западной Башкирии: диссертация … кандидата географических наук : 11.00.01 / Ташк. гос. ун-т им. В. И. Ленина. — Воронеж, 1988. — 276 с. : ил. Физическая география, геофизика и геохимия ландшафтов OD 61 90-11/83[5]

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2009)[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә