Ҡәҙер ҡурғандары
Ҡәҙер ҡурғандары (рус. Кадыровские курганы)— иртә тимер быуаты осоро мәҙәниәте йәки Горохов мәҙәниәте археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б. э. т. IV быуаттың 2-се яртыһына ҡарай. Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы Ҡәҙер ауылы эргәһендә Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан[1].
Ҡәҙер ҡурғандары | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дыуан районы һәм Ҡәҙер |
Нигеҙендә эшләнгән | Башҡорт энциклопедияһы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠәҙер ҡурғандар төркөмө — б. э. т. IV быуаттың 2-се яртыһында барлыҡҡа килгән иртә тимер быуаты осоро йәки Горохов мәҙәниәтен билдәләүсе археологик ҡомартҡы.
Асыш тарихы
үҙгәртергәҠәҙер ҡурғандары 1964 йылда Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Артабан ҡомартҡыны 1987 йылда А.И.Лебедев, 1988—1992 йылдарҙа Г.Н.Гарустович тикшерә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диаметры 5-8 м, бейеклеге 0,2 - 0,4 м) ҡарай. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың күпселегендә берәр ҡәбер табылған[2]
Урынлашыуы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Дыуан районы Ҡәҙер пуылы эргәһендә Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Барлығы 50-нән ашыу тупраҡ өйөп яһалған ҡурған теркәлгән, һәм күпселек ҡурғандарҙа берәр ҡәбер табылған.
Ҡәҙер-8 ҡурғанлы ҡәберлеге ауылдан көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта, Әйҙең уң ярының бейек киртләс ситендә ҡайынлыҡта, һуңғы урта быуат Ҡәҙер ҡәберлегенән көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3]. Ҡәҙер ҡурғаны II, IV, VI тип билдәләнгәндәре яҡшыраҡ өйрәнелгән. Мәйеттәр оҙонса йәки тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары менән төньяҡҡа йәки төньяҡ‐көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер ҡурғандарҙа буш ҡәберҙәр (кенотафтар) бар һәм ҡорбан салыу‐иҫкә алыу комплексы булып тора[4]
Табылдыҡтар
үҙгәртергәКөлдөксәләр, яндырылған балсыҡ ҡатламы, күмер, бағана соҡорҙары, таш өйөмдәре, утты яғыу өсөн таштан эшләнгән (диаметры 0,3—0,5 м, үҙәгендә ҙур булмаған соҡорло) майҙансыҡтар табылған. Керамика тальк ҡушып балсыҡтан яһалған түңәрәк төплө банка һәм көршәк рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт.
Ҡәбергә бронза муйынсаҡтар, сикә сулпылары, һырғалар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, ауыҙлыҡтар һәм уны ат ауыҙында нығытып ҡуйыу өсөн ҡулланылған ике вертикаль үҙәк, таш һәм быяла муйынсаҡтар һалынған.
Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙың күсмә ҡәбиләләре күсеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡәҙер ҡаласығы материалдары Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана[5][6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡәҙер ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡәҙер ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 246. Кадырово-8, курганный могильник. 247. Кадырово-9, курганный могильник. 248. Кадырово-10, одиночный курган
- ↑ Ҡәҙер ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡәҙер ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Гарустович Г.Н., Лебедев А.И. Курганы раннего железного века (V—III вв. до н.э.) северо-восточных районов Башкортостана //Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Гарустович Г.Н., Лебедев А.И. Курганы раннего железного века (V—III вв. до н.э.) северо-восточных районов Башкортостана //Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995.
- Савельев Н.С. Месягутовская лесостепь в эпоху раннего железа. Уфа, 2007