Төрки телдәр
Төрки телдәр — Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе; Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә оло биләмәлә — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем йәшәүселәр — һөйләшә.
Төрки телдәр | |
Таксон |
тармаҡ |
---|---|
Тарихи тыуған иле |
Көньяҡ Себер, Алтай, Үҙәк Азия |
Статус |
дөйөм танылған |
Ареал |
Балҡандан Яҡутсанға тиклем |
Телде белеүселәр һаны |
167,4 миллиондан артыҡ кеше |
Классификация | |
Категория | |
Ностратик телдәр (гипотеза)
| |
Состав | |
мәҡәләне ҡара | |
Бүленгән ваҡыты |
Б.Э.Т. I быуат тирәһе |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 167,4 миллиондан артыҡ кеше.
Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән тип һанала. Төрки телдәре ғәҙәттә Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта ҡайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шик аҫтына ала башланы. Төрки телдәр был макро-ғаиләләге монгол телдәренә оҡшаш.
Төрки телдәр үҙ сиратында Уғыҙ, Ҡыпсаҡ, Ҡарлуҡ, Көньяҡ Себер, Яҡут һәм Болғар тел төркөмдәренә бүленә.
Уғыҙ төркөмө: Төрөк, Төрөк-месхетин, Гагауз, Әзербайжан, Ирандың,Иракдың төрки ҡәбиләләре телдәре, Шахсевендар, Кашкайҙар, Каджарҙар, Төрөкмән, Салар телдәре;
Ҡыпсаҡ төркөмө: Татар, Керәшен, Нуғайбәк, Себер татар, Ҡырым татар, Башҡорт, Ҡарасай, Балҡар, Ҡарайым, Ҡырымсаҡ , Ҡумыҡ теле, Нуғай, Ҡаҙаҡ, Ҡарағалпаҡ, Ҡырғыҙ;
Ҡырым татарҙарының Ҡырым ярымутрауының көньяҡ өлөшендә йәшәгәндәре уғыҙ төркөменә кергән диалектта һөйләшә.