Ҡотош (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ҡотош — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәҠотош башҡорт һүҙе — ҡотло иш, иптәш; исемдән Ҡотошов фамилияһы яһалған[1]. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Ер-һыу атамаһы булараҡ та киң таралған
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҠотош Иҫәкәев — Салауат Юлаевтың көрәштәше, Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы.
Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи (1763 йыл — 1849 йыл) — башҡорт суфый шағиры.
Фамилияла
үҙгәртергәҠотошов Наил Муллайән улы (1926 йыл — 2007 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981).
Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы (22 апрель 1924 йыл — 9 ғинуар 2020 йыл) — партия һәм совет органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы полковник. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.
Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (7 август 1948 йыл) — тарихсы, ғилми хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы (1976 т.) — (13 февраль 1976 йыл) — юрист, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, илдең аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы. 2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының, 2014 йылдан «Калуга» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2019).
Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (2 октябрь 1900 йыл — 26 июнь 1973 йыл) — журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949)
Наил Муллайән улы Ҡотошов [[[2007]] — дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Ауылдар
үҙгәртергәҠотош (Мәләүез районы) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.
Ҡотош (Мәсетле районы) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл
Ҡотош (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә«Бәләкәй Ҡотош» — Дауыт Юлтый хикәйәһе. .[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |