Ҡотош (Мәләүез районы)

Ҡотош (рус. Кутушево) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 490 кеше[1]. Почта индексы — 453866, ОКАТО коды — 80241850004.

Ауыл
Ҡотош
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53°00′33″ с. ш. 55°57′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 850 004

ОКТМО коды

80 641 450 121

Ҡотош (Рәсәй)
Ҡотош
Ҡотош
Ҡотош (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡотош

Ҡотош ауылы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тар-мар ителгәндән һуң барлыҡҡа килә. Тамьян улусы старшинаһы Ҡотош Мортазиндың исемен йөрөтә. Ҡотоштоң өс улы була — Әбләс (1758—1818), Абдулла һәм Әхмәт. Әбләс Ҡотошевтың ике улы — Күзәхмәт (1788 йылда тыуған) һәм Аллагүз (1802 йылда тыуған) була. Күзәхмәт Әбләсовтың 4 улы билдәле: Мөхәмәтҡүзиә (1815 йыл) — уның улы Фәйзулла, Килдигүзиә (1817 йыл), Ҡотлоәхмәт (1819 йыл) — уның улы Мөхәмәтша һәм 1821 йылда тыуған Мәхмүт (улы Хәбибулла) Күзәхмәтовтар. Аллагүз Әбләсовтың улы Вәлиәхмәт (1822 йыл), уның улдары Мөхәмәтзаһир һәм Йәһүдә.

Абдулла Ҡотошевың бер улы Аллагуза (1808 йыл), уның Мәһәҙий һәм Мөхәмәҙей тиган улдары була. Әхмәт Ҡотошевтың улы Йомағол, Мөхәмәтшә исемле ейәне була.

Бишенсе ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 25 йортта 198 кеше иҫәпләнә. 64 йылдан һуң 62 йорт һынала (1 ихатаға 7-шәр кеше тура килә). 7 йортта типтәрҙәр йәшәгән. 1920 йылда —121 йорт (1 ихатаға 5 кеше).

1842 йылда 325 кешегә крәҫтиәндәр 400 бот көҙгө ашлыҡ, 1304 бот яҙғы культура сәсә. Ярым күсмә малсылыҡ тәрән көрсөккә тарый. Бөтә халыҡ өсөн бары тик 340 ат, 250 эре мөгөҙлө мал, 58 һарыҡ, 10 баш кәзә тура килгән . Ауылда 36 умарта булған[2].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Бохара урамы (рус. улица Бухарская)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
  • Ҡасҡын Самаров урамы (рус. улица Каскына Самарова )
  • Ҡасҡын Самаров тыҡрығы (рус. переулок Каскына Самарова )
  • Ҡотош Мортазин урамы (рус. улица Кутуша Муртазина)
  • Болонло урамы (рус. улица Луговая)
  • Мәсет урамы (рус. улица Мечети )
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная )
  • Нәсимә Фәзлиәхмәтова урамы (рус. улица Насимы Фазлиахметовой)
  • Рәсәй урамы (рус. улица Российская )
  • Сәит Шәрипов урамы (рус. улица Саита Шарипова)
  • Ауыл хужалығы урамы (рус. улица Сельскохозяйственная)
  • Дала урамы (рус. улица Степная)
  • Уҡытыусылар урамы (рус. улица Учителей)
  • Шәкирйән Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Шакирьяна Мухаметьянова)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный)[3]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 490 245 245 50,0 50,0
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (90 %) йәшәй[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 6 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сарлаҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 6 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 66 2022 йыл 29 март архивланған.
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)