Ҡотошов Наил Муллайән улы

Ҡотошов Наил Муллайән улыы (19262007) — дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.

Ҡотошов Наил Муллайән улы
рус. Наиль Муллаянович Кутушев
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Бүздәк ауылы
Вафат булған көнө 23 февраль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Эш биреүсе Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

1926 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Табанлыкүл ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуған.

1949 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.

Институтты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында эшләй. 1953 йылдан Илеш районының Йәркәй МТС-ында баш инженер, 1954 йылдан — директоры булып эшләй. 1961-66 йылдарҙа Туймазы район, ҡала КПСС комитетының 1-се секретары.

БАССР-ҙың көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры (1970—1987), Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары (1966—1970 һәм 1956—1961 йылдарҙа). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). 4-11-се саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.

Мәскәү технология институтының Өфө филиалын булдырыу инициаторы һәм ойоштороусыһы (хәҙер УГАЭС)[1], 1987—2007 йылдарҙа шунда эшләй, шул иҫәптән уҡытыусы булып.[2]

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

2007 йылдың 23 февралендә Өфөлә вафат була.

НаградаларыҮҙгәртергә

  • Ленин ордены (1966).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1956, 1981),
  • «Почет билдәһе» ордены (1971).

БиблиографияҮҙгәртергә

Кутушев, Наиль Муллаянович. Совершенствование системы бытового обслуживания [Текст] / Н. М. Кутушев, Е. М. Резбаев; [ред. А. Д. Сизова]. — М. : Легпромбытиздат, 1985. — 128 с. — (Предприятие — самостоятельность и ответственность). — ISBN 5-КНМ-ССБО : 0.40 р.

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа : РИК УГАТУ, 2017. — 379 с.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә