Ҡотош (Ырымбур өлкәһе)

Ҡотош (рус. Кутуш) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.

Ауыл
Ҡотош
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Новосергиевка районы

Координаталар

52°39′ с. ш. 53°59′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 231 819 001

ОКТМО коды

53 631 419 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡотош (Рәсәй)
Ҡотош
Ҡотош
Ҡотош (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Ҡотош

Тәүге тапҡыр 1734 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Ҡотош ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

1795 1834 1866[1] 1900
105 233 274
Халыҡ иҫәбе
2010[2]
314

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[3].

Инфраструктура

үҙгәртергә

Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты, китапхана бар[4]. «Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы башҡорттары ҡоролтайы», «Йәшлек» фольклор ансамбле эшләй[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә