Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ниса́б (ғәр. نِصَابٌ‎ — нигеҙ‎) — зәкәт түләү мотлаҡ булған минималь мөлкәт, байлыҡ. Алтындың зәкәт түләнә торған иң кәм ауырлығы — 20 мыҫҡал (85 — 94 грамм); көмөш — 200 дирһәм (640 грамм самаһы); иген һәм емеш — 5 үәсеҡ (673,5 кг); дөйәләр һәм һыйырҙар — 5 баш; һарыҡ — 40 баш[1].

Нисабты билдәләү

үҙгәртергә

Нисабты донъя баҙарында алтын хаҡына ҡарап Ғөләмәләр советы иғлан итә. Иң кәме — 84 грамм алтын хаҡынан сығып, ул йыл да үҙгәреп тора.

Мөлкәте нисабтан кәм булған кешеләр зәкәт түләмәй.

Нисабтан түләү

үҙгәртергә

Зәкәт мөлкәт нисабтан юғарыраҡ булғанда хаҡының 2,5 проценты күләмендә түләнә. 2018 йылдың 16 майында, РФ-тың Үҙәк банкыһы мәғлүмәте буйынса, бер грамм алтын 2 607,86 һум торған, йәғни нисаб 221 146 һумдан иҫәпләнә (84,8 г алтын)[2].

Зәкәт алтындан, көмөштән, ҡулдағы аҡсанан, инвестицияларҙан, бизнестан һәм ҡуртымға биреүҙән алынған табыштан, шулай уҡ һатырға әҙерләнгән тауарҙан, акцияларҙан, ҡыйбатлы ҡағыҙҙарҙан һәм облигацияларҙан түләнә.

Нисаб иҫәбенә инмәгән мөлкәт

үҙгәртергә

Нисабты иҫәпләгәндә көндәлек кәрәк-яраҡ индерелмәй. Зәкәт түләр милек иҫәбенә йәшәгән йорттар һәм фатирҙар, йорт йыһазы, кейем-һалым, аяҡ кейеме, транспорт, һатырға тип алынмаған китаптар, кәсеп ҡоралдары, туҡланыр ризыҡ, һатырға тип алынмаған алмас, зөбәржәт кеүек аҫылташтар (алтын менән көмөштән башҡа) инмәй[3]

Хәҙистәр

үҙгәртергә
  • Хәҙрәти Али ибн Әбү Талип Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) ошолай әйткәнен бәйән иткәнен тапшырғандар: «Әгәр йыл дауамында ике йөҙ дирһәм көмөшөң булһа, һин унан биш дирһәм зәкәт түләргә тейешһең.Алтының егерме динарҙан кәм булһа, түләргә тейеш түгелһең. Әгәр йыл буйы егерме динарың булһа, һин унан ярты динар бирергә тейешһең. Аҡсаң шунан күберәк булһа, зәкәтте шулай уҡ иҫәпләп сығарырға кәрәк. Әммә кеше милеккә йыл буйы хужа булмаған булһа, зәкәт түләнмәй»[4].
  • Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Тотош йыл буйы хужа булып тормаған милектән кеше зәкәт түләмәй»[5].
  • Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Биш йөктән кәм булған иген менән емештән зәкәт алынмай»[6]
  • Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Пальмалар күктән һәм ҡаҙылған соҡорҙарҙа йыйылған һыуҙан туйынып торғанда уңыштың — ундан беренән, ә һыу һибеп үҫтерелгәненән ун икенән бер өлөш зәкәт түләнә»[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Нисаб. umma.ua. Дата обращения: 4 ноябрь 2013. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  2. Размер нисаба на 2018 год
  3. Закят и Милостыня (аль-Фитр) [1].
  4. аль-Аскалани, Булуг аль-Марам — 592-593
  5. Абу Дауд, «Сунан»
  6. Муслим, «Сахих»
  7. аль-Бухари, «Сахих»
  • Zakāt / Zysow, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 2002. — Т. 11. (түләүле)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru
  2. Гаджиев, Абдулмумин А ты владеешь нисабом? Черновик (2 сентябрь 2011). Дата обращения: 4 ноябрь 2013. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Сборники хадисов аль-Бухари и Муслима.
  4. Абу Дауд 1609, Ибн Маджа 1827, ад-Даракутни 2/138.
  5. ад- Даракутни 2/141, аль-Байхаки 4/161.
  6. Абу Нуайм 3/262, аль-Байхаки 4/167.
  7. аль-Бухари Сахих 1506.
  8. аль-Бухари Сахих 1510.
  9. аль-Бухари Сахих 1503.
  • Важность закята в Исламе — Al-Iman.ru
  • Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru