Ҙәбихә
Ҙәбихә (ғәр. ذبيحة; рус. Забиха}}) — шәриғәт тарафынан билдәләнгән ҡағиҙәләр буйынса салынған хайуан. Хайуанды салыу ҙәбех тип атала .
Харам һәм хәләл ит
үҙгәртергәШәриғәт тарафынан яҙылған йола буйынса салыу ысулы, саранчанан, балыҡтарҙан һәм салыу мотлаҡ булмаған күпселек диңгеҙ хайуандарынан тыш, бөтә хайуандарға ла ҡағыла. Хайуанды салғанда тамағына үткер бысаҡ менән барлау венаһы һәм йоҡо артерияһы ҡырҡыла, әммә арҡа мейеһенә тейелмәй. Ҡөрьәндең Әл-Мәида сүрәһендәге 3 аятта мосолмандар өсөн тыйылған (харам) хайуандар һанап кителә :
Һеҙ мөьминдәргә үлгән мал ите, боғаҙ ҡаны, сусҡа ите һәм һуйғанда Аллаһтан башҡа заттың исеме зекер ителеп һуйылған хайуан ите харам булды, тағы ла быуылып үлгән, һуғылып үлгән , бейектән йығылып төшөп үлгән, бер хайуан тарафынан һөҙөлөп йәки тибелеп үлгән мал ите, йәнә йыртҡыс хайуан үлтергән хайуандың ите харамдыр, әгәр имгәнгән йәки йыртҡыс хайуан йәрәхәтләгән хайуандарҙы үлмәҫ элек "Бисмиллаһи Аллаһу әкбәр" тип боғаҙлап өлгөрһәгеҙ – ите хәләлдер. Йәнә тәреләр йәки ҡәберҙәр өсөн буталанған мал-тыуар иттәре харамдыр. Ырымдың һәр төрө лә харамдыр. Юғарыла зекер ителгән хәрам иттәр һәм ырымдар яман нәмәләр, уларҙы ҡулланған кеше фасиҡтыр. Мәккә ҡалаһы фәтех ителгән кафырҙарҙың мосолмандарҙы зәғифләндереүҙән һәм ислам динен емереүҙән өмөттәрен өҙҙөләр инде, уларҙан бер ҙә тә ҡурҡмағыҙ, минән генә ҡурҡығыҙ! Бына бөгөн динегеҙҙе төҙөп бетереп тулы ҡылдым, бирәһе ниғмәттәремде ла ислам дине менән бергә биреп бөтөрҙөм һеҙгә һәм риза булып ислам динен һеҙгә теләк ҡылдым. Әммә бер кеше аслыҡта ҡалып хәләл ризыҡ табыуҙан өмөт өҙһә, юғарыла зекер ителгән хәрам иттәрҙән гөнаһ яғына ауышып китеүҙән һаҡланғаны хәлдә, йәғни әҙ-әҙ генә, йән һаҡлар өсөн генә инде ашаһа, ғәйеп булмаҫ. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхмәт ҡылыусы! |
Ҡорбан килтереү тәртибе
үҙгәртергәХайуанды салғанда төп шарт — салыусы мосолмандың «Бисмиллаһ» һүҙен әйтеүе (Аллаһ исеме менән) — төп шарт. Әгәр был һүҙ аңлы рәүештә әйтелмәһә, хайуандың итен харам ашау тыйыла. Онотоп китеп әйтелмәһә, был итте ашарға ярай (хәләл). «Бисмиллаһ» һүҙе урынына «Аллаһу әкбәр» һүҙҙәрен әйтергә мөмкин[1]. Был күрһәтмә Әл-Хаж сүрәһенең 36-сы аяты буйынса ғәмәлгә ингән: «Ҡорбан дөйәләрен Аллаһ диненең йолаларынан ҡылдыҡ, уларҙа һеҙҙең өсөн донъяла файҙа, ахирәткә сауабы бар… Дөйәләр теҙелеп торған саҡта, боғаҙлаған ваҡытығыҙҙа Аллаһ исемен зекер итегеҙ».[2].
Ислам традицияһы буйынса, ҡорбанлыҡ хайуанды, йәрәхәтләмәйенсә һәм имгәтмәйенсә, һаҡ ҡына ергә һалырға кәрәк. Бысаҡ хайуандың артыҡ һыҙланыуына юл ҡуймау өсөн үткер булырға тейеш. Малдан бысаҡты һуңғыһына тиклем йәшерергә кәрәк. Хайуанды салғанда эре муйын артериялары, шулай уҡ ҡыҙыл үңәс һәм трахея киҫелә, нервы системаһы теймәй ҡалдырыла. Хайуан йән биргәнгә тиклем тиреһе һуйылмай. Хайуандың тәненән мөмкин тиклем күберәк ҡан ағып сығырға тейеш. Бындай ысул менән алынған ит рөхсәт ителгән (хәләл) тип иҫәпләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [258 Забх] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Забиха (неопр.). Ask imam.ru. Дата обращения: 17 июня 2013. Архивировано 18 июня 2013 года.