Ҡоблан батыр (эпос)

фольклор

Ҡоблан батыр (рус. Кобланды-батыр (эпос))— башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, тарихи эпос.

Ҡоблан батыр

Ҡулъяҙма тарихы

үҙгәртергә

Эпос башҡорттар араһында киң таралған була, беҙҙең көндәргә тиклем тик бер варианты ғына килеп етә. 80-се йылдар башында Ғ. Б. Хөсәйенов Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында тыуып үҫкән Фәсхетдин Илбулдиндан нуғайлы батырҙарына һәм Ҡоблан батырға бәйләнешле легендаларҙың айырым сюжет схемаларын яҙып ала. Фәсхетдин бала сағында ҡарттарҙан был сюжеттарҙың тулы һәм шиғыр менән һөйләгәндәрен ишеткәнлеге хаҡында әйтә, ләкин шуларҙың бер нисәһен генә иҫләй.

1984 йылда Ғ. Хөсәйеновка Һөйөндөкова Сабира (1905 йылғы) «Ҡоблан батыр» эпосының бер күсермәһен тапшыра. Уны Ырымбур өлкәһе хәҙерге Красногвардеец районы Юлтый ауылында бер дәфтәрҙән күсереп алған була. Әммә Ғ. Б. Хөсәйенов ошо ауылдың элекке мәктәп директоры Юлтыев Зәкәриә ҡулына ингән был дәфтәрҙең осона сыға алмай. 3. Юлтыев әйтеүенсә, был дәфтәрҙе уға бер укыусыһы тапшырған булған, һуғыштан һуң, өй һүткәндә дәфтәр юғалған. Күсермәнең теле хәҙерге башҡорт әҙәби телендә, орфографияһының шаҡтай камил булыуына ҡарағанда дәфтәр 20-се йылдар аҙағынан йәки 30-сы йылдарҙа күсерелгән булырға тейеш, тип фаразлана. Ғалим Ғ. Хөсәйенов фекере буйынса, «был „Ҡоблан батыр“ версияһы сюжеты менән ҡаҙаҡ версияларына яҡын. Ләкин ул шаҡтай ябайлашҡан, йыйнаҡланған һәм шиғыр менән проза аралашып килеүенә ҡоролған яҙма. Шуныһы характерлы, шиғыр өлөштәре ҡобайыр менән булып, ул бүтән башҡа героик эпостар тибында, поэтик әйтелмәләре (клише) бер төрлөрәк». Ҡулъяҙма әлеге көндө академик Ғ. Б. Хөсәйеновтың шәхси архивында һаҡлана. Беренсе тапҡыр 1995 йылда «Ағиҙел» журналының ? һанында баҫылып сыға. Ғ. Б. Хөсәйенов әҫәргә инеш мәҡәлә лә бирә[1].

 

Ҡаҙаҡтарҙа

үҙгәртергә

Эпосты тәүге тапҡыр Ибраһим Сабир яҙма рәүештә Марабай-джирау һөйләгәндәренән теркәгән. Эпостан өҙөктәр «Дала уалаяты» (1899), «Төркөстан хәбәрҙәре» (1899), «Турғай гәзите» (1901), «Ырымбур ғилми комиссияһы хеҙмәттәре» (1910) баҫмаларында сыға. Ә Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улының версияһы 1922 йылда Ташкентта баҫыла. Бөгөнгө көнгә был эпостың 29 версияһы бар[2].

Әҫәр шиғри-сәсмә формала. Төп темаһы — ил-йортто сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлау. Эпос ҡара ҡыпсаҡ илендә Миңһылыу исемле әбей менән Ҡадирбай исмеле бабайҙың ҡартайғансы балалары булмауы тураһында, үҙҙәренең "канатһыҙ шоңҡар", "тояҡһыҙ ат" шикелле "тоҡом-затһыҙ" үлербеҙ тип ҡайғырғаны менән башланып китә. Оҙаҡламай Миңһылыу игеҙәк бала тапҡан. Береһе ул, береһе ҡыҙ икән. Улына Ҡоблан, ҡыҙына Ҡолансәс тип исем ҡушҡандар. Ҡоблан мәргән, батыр ҡурайсы булып үҫкән. Арыҫландай Ҡоблан алты йәшендә толпар эйәрләп менгән, етеһендә — далалар буйлап елгән. Атаһының йылҡысыһы уны һунар, яу һәнәренә өйрәткән. Йылҡысы менән һунарҙа йөрөгәндә, Ҡоблан тау аръяғында туҙан бағанаһын күргән. «Ниндәй туҙан ул?» — тип һораһа, йылҡысы һамаҡлабырак шундай яуап биргән:

Аргы яҡта был тауҙан

Ҡыҙылбаш тигән бер ил бар,

Уның бик күп халҡы бар,

Халҡына бер ханы бар,

Хандың күркәм ҡыҙы бар,

Күркәм икән исеме лә.

Хан ҡыҙы Күркәмгә күптәр ғашиҡ икән. Тик ул шундай шарт ҡуйған: кем дә кем баҡанға (бағана, ҡолға) элгән алтын алҡаға уҡтан атып тейҙерә, шуға ғына кейәүгә сыға. Күптәр бәхетен һынап ҡараған, тейҙерә алмаған алтын алҡаға. Әлеге туҙан — ана шул хан ҡыҙын алыр өсөн ярышҡан батырҙар сығарған туҙан, тигән йылҡысы. Артабан Ҡобландың Күркәмгә өйләнеүе, ҡыпсаҡтар иленә Ҡазан ханлығы етәкселегендә һөжүм иткән ҡыҙылбаштарҙы еңеп, уңыштарына дәртләнеп, бер хандың малын ҡыуып алып киткәне, шул арҡала әсиргә төшөүе, Аҡса хандың уның ерҙәрен баҫып алыуы бәйән ителә. Иреккә сыҡҡандан һуң, батыр тыуған иленә ҡайта һәм илбаҫарҙарҙы еңеп сыға[1].

Башҡорт фольклорында сюжеты буйынса «Ҡоблан батыр»ға оҡшаш «Ҡобланды батыр менән Ҡаҙанхан» риүәйәте бар. Эпос ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында ла киң таралған.

Эпосты өйрәнеү һәм тикшереү

үҙгәртергә

«Ҡоблан батыр» эпосы — дөйөм төрки ҡомартҡы. Ул бигерәк тә Нуғай урҙаһына ҡараған халыҡтар араһында киң таралған булған. Ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа «Кобланды батыр» әҫәренең меңәр юлдарҙан ашып киткән варианттары һаҡланған. Ғалимдар XV—XVI быуаттарҙа, башҡорттар Нуғай урҙаһына ҡараған замандарҙа, был эпик ҡомартҡы башҡорттар араһында ла киң билдәле булғандыр тигән фекерҙә. Ҡаҙаҡ ғалимы Чокан Вәлиханов XIX быуатта ла башҡорттар араһында «Ҡобланды батыр» эпосының йәшәп килеүен билдәләй. Әҫәрҙең башҡорт эпик репертуарында булғанлығын академик М. Ауэзов та атап китә.

Эпосты өйрәнеү һәм тикшереү нигеҙҙә ҡаҙаҡ версияларына таянып башҡарылған. «Ҡобланды батыр» тураһында Октябрь революцияһына тиклем дә, унан һуң да байтаҡ ентекле хеҙмәттәр баҫылып сыға. Был әҫәр хаҡында В. Радловтан башҡа рус ғалимдары П. А. Фалев, Туземец яҙа. Улар эпостың ҡаҙаҡ ауыҙ-тел ижадында тотҡан урынын, әһәмиәтен билдәләй. Әммә эпосты ентекле тикшеренеүсе булып М. Ауэзов тора. Үҙенсәлекле был әҫәр тураһында С. Муканов, академик А. С. Орлов, Б. Кенжебаев, К- Жумалеев, Е. Исмаиловтар ҙа үҙ һүҙҙәрен әйткән. Улар башлыса әҫәрҙең поэтикаһына ҡағылышлы тикшеренеүҙәр үткәргән һәм уның ҡайһы ерҙә, ҡайһы дәүерҙә тыуыуы, ниндәй ваҡиғаларҙы бәйән итеүе хаҡында һүҙ алып барған. М. Ауэзов «Кобланды батыр» XVI быуатта ижад ителгән һәм ундағы ваҡиғалар Иван Грозныйҙың Ҡаҙанды баҫып алыуына бәйле, тигән фекер әйтә. Быға ул әҫәрҙәге Ҡазан ҡалаһының телгә алыныуын дәлил итә. Уның фекеренә ҡаҙаҡ әҙәбиәтен тикшереүсе Сабит Муканов менән Калижан Бикхожин да ҡушыла. Әммә улар үҙҙәренең һуңғы тикшеренеүҙәрендә был фекерҙән кире ҡайттылар. Ҡазан ҡалаһы телгә алыныуҙан ғына дәүерҙе билдәләп булмай, тигән уртаҡ фекергә киләләр. Ҡаҙаҡ ғалимдары әҫәрҙең нигеҙендә ҡыпсаҡтар менән ҡыҙылбаштарҙың (фарсы телле ырыуҙар, ҡайһы бер варианттарҙа ҡалмыҡтар менән) бәрелеше ята, тип билдәләйҙәр.

Ҡазан һүҙенең дә икенсе төрлө, йәғни Ғазан булыуы ихтималлығы хаҡында ла фекер әйтелә. Ғазан — боронғо яҙма сығанаҡтарға ҡарағанда, ҡыҙылбаштарҙың ханы, яу башлығы булған. Ҡаҙаҡ ғалимы Мәлик Ғабдуллин билдәләүенсә, әҫәр Алтын Урҙа заманынан алдараҡ булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй һәм шул замандарҙа уҡ ижад ителгән. Уның һәм башҡа ғалимдарҙың фекеренсә, әҫәрҙәге һүрәтләнгән ваҡиғалар ғәмәлдә XII быуатҡа ҡайтып ҡала.

Ҡоблан (Ҡобланды) батыр тарихи шәхесме, әллә әҙәби образмы тигән һорау тыуа.

Был мәсьәләгә ҡарата ике ҡараш йәшәй. Берәүҙәр уны тарихи шәхес тип билдәләйҙәр һәм бында түбәндәге мәғлүмәттәргә һылтаналар. Беренсенән, Ҡаҙағстандағы Елек тигән ҡасабанан 40 саҡрым ерҙә Ҡобландының ҡәбере (кәшәнәһе) барлығын һәм Ырымбурҙан Манғыстауға ҡарай барған юлда Ҡобланды тип аталған станцияның (ауылдың) булыуын дәлил итеп килтерәләр.

Элек төрки халыҡтарҙа яуҙа һәләк булған батырҙарҙы үлгән ерендә ерләү йолаһы йәшәгән. Ислам дине буйынса ла шундай йола һаҡланған.

Ошонан сығып Мәлик Ғабдуллин, Ҡобландыны әҙәби образ тип билдәләй. Ошо урында улар түбәндәге ысын-барлыҡҡа таяна: XVIII быуатта Кесе Йүздә Ҡобланды тигән батыр булған. Уны халыҡ Бала Ҡобланды тип атаған. Әҫәргә, уның оҙайлы йәшәү дәүерендә, ниндәйҙер кимәлдә ошо батырҙың образы ла инеп китеүе ихтимал. Шуларҙан сығып, башҡорт ғалимдары ла Ҡобландыны әҙәби образ тип атау яғында[3].

Ҡоблан яуҙаштары ҡотҡоһона бирелеп, үҙе баҫҡынсыға әйләнгән Ҡоблан әсирлеккә эләгә, ауырлыҡтар кисерә.

Башҡорт ғалимдары М Сәғитов , Б. Байымов, С. Галин фекеренсә «бында тәрән идея ята: ниндәй генә мыҡты батыр булма, баҫҡынсылыҡ яһама, юҡҡа-бушҡа ил талама, уның аҙағы барыбер хурлыҡ тигән фекер үткәрелә. Бына ошо эпизод менән дә „Ҡоблан батыр“ әҫәре башҡа эпик сюжеттарҙан айырылып тора. Героик әкиәттәрҙә һәм эпостарҙа герой ғәмәлдә идеаллаштырылып ҡылыҡһынландырыла. Ул үҙ юлында аҙашмай ҙа, яңылышмай ҙа, һәр саҡ ҡаһарман булып ҡала. Ҡоблан иһә оло хаталыҡ яһай, баҫҡынсыға әүерелә. Ошо яғы менән эпос әҙәби әҫәр ҡанундарына яҡыная.»[3]


«Ҡоблан батыр» эпосының башҡорт варианты композицион төҙөклөгө менән айырылып тора. Әҫәр сюжеты ваҡиғаларҙың хронологик теҙмәһенә нигеҙләнә, йәғни һәр ваҡиға икенсеһен, икенсеһе өсөнсөһөн тыуҙыра. Лирик сигенеүҙәр, хәтирәләр рәүешендә үткәндәргә ҡайтыуҙар юҡ дәрәжәһендә. Был иһә әҫәргә йыйнаҡлыҡ, төҙөклөк бирә. Ғөмүмән алғанда, «Ҡоблан батыр» эпосы башҡорт эпик ҡомартҡылары араһында үҙенең йөкмәткеһе менән дә, художестволы эшләнеше йәһәтенән дә үҙенсәлекле бер күренеш ул[3].

 

Ҡаҙаҡтарҙа Ҡоблан ярым легендар ҡаҙаҡ батыры һәм халыҡ геройы булып йөрөй.

Ҡоблан батыр исеме менән Астана, Аҡтүбә, Көнтау (Төркөстан өлкәһе), Ҡустанай ҡалаларында, Айтәкә-Бей (Ҡыҙылурҙа өлкәһе) һәм Зачаганск (Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе) ауылдарында урамдар аталған.

2016 йылда Ҡустанайҙа, Ҡоблан батыр (элекке Герцен урамы) һәм Киев урамдары киҫелешендә, Ҡобланды батырға һәйкәл ҡуйыла[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 / «Башҡорт халыҡ ижады» 4-се том, 381-се бит
  2. Қазақ әдебиеті. Энциклопедиялық анықтамалық. — Алма-Ата: Аруна Ltd., 2010. — ISBN 9965-26-096-6.
  3. 3,0 3,1 3,2 Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3-6.
  4. / Костанайские новости / В Костанае торжественно открыли памятник Кобланды батыр

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3-6.