Төркөстан өлкәһе — (рус. Туркестанская область), (ҡаҙ. Түркістан облысы, 2018 йылға тиклем — Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе) — Ҡаҙағстандағы өлкә.

Төркөстан өлкәһе
ҡаҙ. Түркістан облысы
Герб
Нигеҙләү датаһы 10 март 1932
Рәсем
Рәсми атамаһы Түркістан облысы
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ үҙәк Төркөстан
Административ-территориаль берәмек Ҡаҙағстан
Сәғәт бүлкәте UTC+6 һәм Азия/Алма-Ата[d][1]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Южный Казахстан[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Kazakhstan/South Kazakhstan.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Äkim of Turkistan Region[d]
Хөкүмәт башлығы Жансеит Кансеитович Туймебаев[d] һәм Дархан Сатыбалды[d][2]
Халыҡ һаны 1 929 000 ± 0 кеше (июнь 2018)
Сиктәш Талаҫ өлкәһе[d], Ҡарағанда өлкәһе[d], Шымкент һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе[d]
Майҙан 116 902 км²
Почта индексы 160000
Рәсми сайт ontustik.gov.kz
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 725
Номер тамғаһы коды X һәм 13
Карта
 Төркөстан өлкәһе Викимилектә

Өлкә 1932 йылдың 10 мартында Көньяҡ-Ҡаҙаҡ өлкәһе булараҡ барлыҡҡа килгән, уның атамаһы 1936 йылда Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе тип үҙгәртелгән. 1962 йылдың 3 майынан 1992 йылдың 6 июленә тиклем Чимкент өлкәһе тип аталған, 1992 йылда өлкәгә Көньяҡ-Ҡаҙағстан атамаһын ҡайтаралар.2018 йылдың 19 июнендә Ҡаҙағстан президенты указы менән Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе Төркөстан өлкәһе тип атала башлай, ә уның административүҙәге Шымкенттан Төркөстанға күсерелә (айырым административ-территориаль берәмек, өлкәгә тиң)[3].

Өлкә майҙаны 116280 км²[4] (республика территорияһының 4,3 %). Иң төньяҡ һәм көньяҡ остары араһы туранан-тура алғанда 600 км тәшкил итә.

Өлкә 1932 йылдың 10 мартында Ҡаҙаҡ АССР-ы составында (ул үҙе Рәсәй СФР-ына ингән була) башлыса преимущественно из районов бывшего Һырдаръя округының райондарынан (1928—1930) төҙөлә һәм Көньяҡ-Ҡаҙаҡ өлкәһе тип атала, әммә урындағы партия-совет органдарында Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе тип яҙылып йөрөй[5];1936 йылдың февралендә Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе тип атала башлай (ҡаҙ. Оңтүстік Қазақстан облысы).1936 йылдың 5 декабренән Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе РСФСР составынан сыҡҡын һәм яңынан төҙөлгән Ҡаҙаҡ ССР-ы составына инә.

2018 йылдың 19 июнендәге Ҡаҙағстан президенты указы менән Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Төркөстан өлкәһе тип атала башлай, ә уның административ үҙәге Шымкент ҡалаһынан Төркөстанға күсерелә; Шымкент Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе составынан алынып, республика әһәмиәтендәге ҡала статусына эйә була[6].

География

үҙгәртергә
 
Өлкәнең административ картаһы (2018 йылдың июненә тиклем)

Төркөстан өлкәһе Ҡаҙағстандың көньяҡ биләмәһендә урынлашҡан, Туран уйһыулығының көнсығыш өлөшө һәм армыттарында Тянь-Шандең көнбайыш өлөшө сиктәрендә урынлашҡан. Биләмәһенең ҙур өлөшө тигеҙлектә, Ҡыҙылҡом ташлыҡлы ҡомлоҡтарында, Шардар далаһында (Һырдаръяның һул яҡ ярында, көньяҡ-көнбайышында) һәм Муйынҡомда (Мойынкум) (төньяҡта, Чу йылғаһының һул ярында) йәйрәп ята.

Төньяҡтан бер өлөшө Бетпаҡ-Дала сүле биләй, иң көньяҡ сигендә — Мырҙасүл (Мырзашоль). Урта өлөшөндә Ҡаратау һырты (Бессаз тауы — 2176 м), көньяҡ-көнсығышта — Талас Алатауының көнбайыш сите, Ҡаржантау (бейеклеге 2824 м тиклем) һәм Уғам һырттары (иң бейек нөктәһе — Сайрам суҡыһы — 4238 м).

Иң ҙур йылғалары — Һырдаръя менән Чу йылғаһы (түбәнге ағымы).

Өлкә ҡырҡа континенталь климат зонаһында урынлашҡан. Уңдырышлы тупраҡ, ҡояшлы булыуы, иркен көтөүлектәр ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Мамыҡ, дөгө, шулай уҡ баҡсалар һәм йөҙөм плантациялары юғары уңыш бирә.

Административ бүленеше

үҙгәртергә


Райондар:

  1. Байдибек
  2. Казыгурт
  3. Мактаараль
  4. Ордабасин
  5. Отырар
  6. Сайрам
  7. Сарыагаш
  8. Сузак
  9. Толебий,
  10. Төлкөбас
  11. Шардарин

Өлкәгә буйһоноулы ҡалалар:

  1. Шымкент,
  2. Арыс,
  3. Кентау,
  4. Төркөстан.

Административ-территориаль структуралағы 13 район һәм 3 өлкәгә буйһоноулы ҡала:

  1. Байдибек районы
  2. Казыгурт районы
  3. Мактаараль районы
  4. Ордабасы районы
  5. Отырар районы
  6. Сайрам районы
  7. Һарыағас (Сарыагаш) районы
  8. Сузак районы
  9. Толебий районы
  10. Төлкөбас районы
  11. Шардар районы
  12. ҡ.а. Шымкент өлкә составына инмәй
  13. ҡ.а. Арыс,
  14. ҡ.а. Кентау,
  15. ҡ.а. Төркөстан.
  16. Жетысай районы[7]
  17. Келес районы[7]

Дөйөм статистика

үҙгәртергә
районы/
ҡала администрацияһы
район үҙәге халҡы
кеше (1 май 2018)[8]
майҙан
км²[9]
ҡала[10] ауыл
хакимиәттәре[10]
ҡасаба
хакимиәттәре[10]
ҡасабалар[10] ауылдар,
[10]
г.а. Арыс - 73 282 7 654 1 6 - - 32
г.а. Кентау - 96 747 528 1 4 - - 7
Төркөстан ҡ. а. - 263 938 7 414 1 12 - - 35
Байдибек районы Шаян 53 583 7 233 - 11 - - 52
Етесай районы[7] Етесай ҡалаһы
Ҡаҙығорт районы Ҡаҙығорт ауылы 105 483 4 031 - 13 - - 64
Келес районы[7] Абай ауылы
Мактаарал районы[11] Мырҙакент ҡасабаһы 302 383 1 854 1 23 - - 180
Ордабасин районы Темирлановка ауылы 117 178 2 594 - 10 - - 57
Отырар районы Шәүелдәр ауылы 53 849 16 757 - 13 - - 39
Сайрам районы Аҡһыукент ауылы 205 218 1 148 - 11 - - 42
Һарыағас (Сарыагаш) районы[12] Сарыагаш ҡалаһы 324 299 7 622 1 25 - - 153
Сузак районы Шолаҡҡорған ауылы 61 273 41 049 - 12 - - 35
Толебий районы Ленгер ҡалаһы 115 538 3 064 1 12 - - 54
Тюлькубас районы Турар Рыскулов 110 356 2 275 - 15 - - 61
Шардар районы Шардар ҡалаһы 77 533 12 872 1 10 - - 25
Төркөстан өлкәһе йәмғеһе: 1 961 660 116 095 7 177 - - 836

Шымкент өлкә составынан сыҡҡанға тиклем 3 миллионлап кеше йәшәгән, был Ҡаҙағстандың иң күп халыҡ йәшәгән субъекты була (Ҡаҙағстан статистика комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылдың 1 майына ҡарата 2,95 миллион)[13]. Шымкент ҡалаһы айырылып сыҡҡандан һуң Көньяҡ Ҡаҙағстан (хәҙер Төркөстан) өлкәһе 1 миллион самаһына кәмей,2018 йылдың 1 июненә 1 955 219 кеше тәшкил итә[14]

Көньяҡ Ҡаҙағстан халҡы, ҡаҙаҡ һан яғынан өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, милли телдәрҙең күп төрлөлөгө менән айырыла. Мәҫәлән, үзбәктәр (18 %) , урыҫтар (башлыса Шымкент ҡалаһында, хәйер, улар 1980 йылдан бирле һуңғы 23%-тан яҡынса әлеге ваҡытта 6 процентҡа тиклем кәмегән), шулай уҡ әзербайжандар, тажиктар, татарҙар, төрөктәр, корейҙар, курдтар, уйғырҙар йәшәй. Ҡаҙаҡ дәүләт теле менән бер рәттән бөтә ойошмаларҙа рәсми урыҫ теле ҡулланыла.

Этник состав

үҙгәртергә
 
2009 йылғы йәниҫәп буйынса ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, тажиктар, урыҫтар һәм башҡалар өлкә райондары буйынса

Өлкә буйынса

үҙгәртергә
Өлкә халҡының этник составы
1989—2009 йылдарҙағы һәм 2018 йылғы йәниҫәп буйынса:
1989[15]
кеше
% 1999[16]
кеше
% 2009[17]
кеше
% 2018[18]
кеше
%
йәмғеһе 1823528 100,00 % 1978339 100,00 % 2469357 100,00 % 2929196 100,00 %
Ҡаҙаҡтар 1017470 55,80% 1340889 67,78% 1785992 72,33% 2135364 72,90%
Үзбәктәр 285042 15,63% 332202 16,79% 401630 16,26% 503248 17,18%
Урыҫтар 278473 15,27% 162098 8,19% 136538 5,53% 128895 4,40%
Тажиктар 19593 1,07% 21370 1,08% 29742 1,20% 36801 1,26%
Әзербайжандар 27049 1,48% 24732 1,25% 28956 1,17% 35231 1,20%
Төрөктәр 11051 0,61% 18665 0,94% 20995 0,85% 23427 0,80%
Татарҙар 34615 1,90% 23672 1,20% 19119 0,77% 18349 0,63%
Курдтар 6306 0,35% 6661 0,34% 8399 0,34% 9554 0,33%
Корейҙар 11430 0,63% 9780 0,49% 9254 0,37% 8830 0,30%
Фарсылар 2511 0,14% 2312 0,12% 4149 0,17% 4796 0,16%
Украиндар 33033 1,81% 13039 0,66% 5788 0,23% 3688 0,13%
Уйғырҙар 3752 0,21% 3258 0,16% 3485 0,14% 4055 0,14%
Немецтар 44526 2,44% 5261 0,27% 2007 0,08% 3301 0,11%
Ҡырғыҙҙар 1435 0,08% 985 0,05% 2523 0,10% 2525 0,09%
Чечендар 3573 0,20% 2260 0,11% 2465 0,10% 2462 0,08%
Гректар 20856 1,14% 1685 0,09% 1036 0,04% 1026 0,04%
Башҡорттар 2401 0,13% 1211 0,06% 869 0,04% 767 0,03%
Төркмәндәр 553 0,03% 454 0,02% 862 0,03%
башҡалар 19859 1,09% 7805 0,39% 5548 0,22% 6877 0,23%

Райондар буйынса

үҙгәртергә
Райондар һәм өлкә әһәмиәтле ҡалалар (ҡала администрациялары) халҡының этник составы
2009 йылғы йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса[19]
Йәмғеһе Ҡа-
ҙаҡ-
хтар
 % Үз-
бәк-
тәр
 % Рус-
тар
 % Та-
жик-
тар
 % Әзер-
бай-
жан-
дар
 % Тө-
рөк-
тәр
 % Та-
тар-
ҙар
 % Ко-
рей-
ҙар
 % Курд-
тар
 %
ӨЛКӘ 2469357 1785992 72,33 % 401630 16,26 % 136538 5,53 % 29742 1,20 % 28956 1,17 % 20995 0,85 % 19119 0,77 % 9254 0,37 % 8399 0,34 %
1 Байдибек районы 53004 51011 96,24 % 31 0,06 % 148 0,28 % 6 0,01 % 29 0,05 % 5 0,01 % 37 0,07 % 3 0,01 % 1480 2,79 %
2 Казыгурт районы 100581 94140 93,60 % 5306 5,28 % 307 0,31 % 11 0,01 % 28 0,03 % 37 0,04 % 251 0,25 % 15 0,01 % 18 0,02 %
3 Мактаараль районы 285776 239686 83,87 % 9683 3,39 % 4848 1,70 % 21226 7,43 % 2771 0,97 % 1092 0,38 % 1713 0,60 % 1505 0,53 % 1 0,00 %
4 Ордабасын районы 102875 96942 94,23 % 184 0,18 % 1745 1,70 % 4 0,00 % 1315 1,28 % 131 0,13 % 204 0,20 % 49 0,05 % 1344 1,31 %
5 Отрар районы 53131 52693 99,18 % 9 0,02 % 261 0,49 % 0 0,00 % 24 0,05 % 0 0,00 % 38 0,07 % 2 0,00 % 2 0,00 %
6 Сайрам районы 281898 88626 31,44 % 170470 60,47 % 7347 2,61 % 105 0,04 % 2524 0,90 % 7622 2,70 % 1150 0,41 % 449 0,16 % 1793 0,64 %
7 Һарыағас районы 272693 239765 87,92 % 9758 3,58 % 3135 1,15 % 7689 2,82 % 2759 1,01 % 3188 1,17 % 1941 0,71 % 386 0,14 % 230 0,08 %
8 Сузак районы 51935 46672 89,87 % 3837 7,39 % 1160 2,23 % 7 0,01 % 84 0,16 % 2 0,00 % 54 0,10 % 10 0,02 % 0 0,00 %
9 Толебий районы 122721 84998 69,26 % 17639 14,37 % 8546 6,96 % 15 0,01 % 1615 1,32 % 4446 3,62 % 757 0,62 % 152 0,12 % 2642 2,15 %
10 Төлкөбас районы 95468 77025 80,68 % 4600 4,82 % 6144 6,44 % 10 0,01 % 5777 6,05 % 183 0,19 % 366 0,38 % 124 0,13 % 5 0,01 %
11 Шардар районы 74997 71773 95,70 % 143 0,19 % 2025 2,70 % 130 0,17 % 68 0,09 % 4 0,01 % 313 0,42 % 148 0,20 % 0 0,00 %
12 Шымкент, ҡ.а. 603499 385296 63,84 % 82772 13,72 % 92059 15,25 % 471 0,08 % 11103 1,84 % 2467 0,41 % 9706 1,61 % 6237 1,03 % 873 0,14 %
13 Арыс, ҡ.а. 62197 58731 94,43 % 296 0,48 % 2217 3,56 % 2 0,00 % 185 0,30 % 6 0,01 % 353 0,57 % 20 0,03 % 0 0,00 %
14 Кентау, ҡ.а. 81484 52441 64,36 % 21158 25,97 % 4708 5,78 % 11 0,01 % 481 0,59 % 136 0,17 % 1408 1,73 % 107 0,13 % 6 0,01 %
15 Төркөстан, ҡ.а. 227098 146193 64,37 % 75744 33,35 % 1888 0,83 % 55 0,02 % 193 0,08 % 1676 0,74 % 828 0,36 % 47 0,02 % 5 0,00 %


Райондар һәм өлкә әһәмиәтле ҡалалар (ҡала администрациялары) халҡының этник составы
2018 йылғы йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса[18]
Йәмғеһе Ҡа-
ҙаҡ-
хтар
 % Үз-
бәк-
тәр
 % Рус-
тар
 % Та-
жик-
тар
 % Әзер-
бай-
жан-
дар
 % Тө-
рөк-
тәр
 % Та-
тар-
ҙар
 % Ко-
рей-
ҙар
 % Курд-
тар
 %
ӨЛКӘ 2929196 2135364 72,90 % 503248 17,18 % 128895 4,40 % 36801 1,26 % 35231 1,20 % 23427 0,80 % 18349 0,63 % 8830 0,30 % 9554 0,33 %
1 Байдибек районы 54629 52707 96,48 % 40 0,07 % 107 0,20 % 6 0,01 % 33 0,06 % 6 0,01 % 28 0,05 % 3 0,01 % 1462 2,68 %
2 Казыгурт районы 107486 99963 93,00 % 6543 6,09 % 216 0,20 % 15 0,01 % 14 0,01 % 39 0,04 % 214 0,20 % 12 0,01 % 19 0,02 %
3 Мактаарал районы 304690 251371 82,50 % 12133 3,98 % 4325 1,42 % 26475 8,69 % 3085 1,01 % 1269 0,42 % 1562 0,51 % 1058 0,35 % 1 0,00 %
4 Ордабасы районы 118920 112988 95,01 % 265 0,22 % 1514 1,27 % 9 0,01 % 1289 1,08 % 130 0,11 % 182 0,15 % 37 0,03 % 1592 1,34 %
5 Отрар районы 54571 54349 99,59 % 8 0,01 % 172 0,32 % 1 0,00 % 4 0,01 % 0 0,00 % 23 0,04 % 1 0,00 % 1 0,00 %
6 Сайрам районы 206324 45901 22,25 % 145769 70,65 % 4828 2,34 % 97 0,05 % 1139 0,55 % 4503 2,18 % 766 0,37 % 315 0,15 % 1748 0,85 %
7 Һарыағас районы 326887 289153 88,46 % 12426 3,80 % 2740 0,84 % 9186 2,81 % 3309 1,01 % 3467 1,06 % 1785 0,55 % 310 0,09 % 268 0,08 %
8 Сузак районы 62037 56424 90,95 % 4585 7,39 % 806 1,30 % 2 0,00 % 87 0,14 % 1 0,00 % 44 0,07 % 2 0,00 % 0 0,00 %
9 Толебий районы 118151 82283 69,64 % 19137 16,20 % 6753 5,72 % 22 0,02 % 1725 1,46 % 4744 4,02 % 617 0,52 % 111 0,09 % 1551 1,31 %
10 Төлкөбас районы 111208 91349 82,14 % 5591 5,03 % 5632 5,06 % 20 0,02 % 6643 5,97 % 247 0,22 % 344 0,31 % 131 0,12 % 8 0,01 %
11 Шардар районы 78621 75795 96,41 % 148 0,19 % 1698 2,16 % 144 0,18 % 67 0,09 % 2 0,00 % 267 0,34 % 117 0,15 % 0 0,00 %
12 Шымкент, ҡ.а. 952170 627944 65,95 % 173117 18,18 % 92626 9,73 % 694 0,07 % 16736 1,76 % 7074 0,74 % 10296 1,08 % 6572 0,69 % 2886 0,30 %
13 Арыс, ҡ.а. 74112 71246 96,13 % 248 0,33 % 1792 2,42 % 3 0,00 % 178 0,24 % 4 0,01 % 259 0,35 % 18 0,02 % 0 0,00 %
14 Кентау, ҡ.а. 96614 63197 65,41 % 26460 27,39 % 4064 4,21 % 15 0,02 % 553 0,57 % 148 0,15 % 1207 1,25 % 98 0,10 % 8 0,01 %
15 Төркөстан, ҡ.а. 262776 160694 61,15 % 96778 36,83 % 1622 0,62 % 112 0,04 % 369 0,14 % 1793 0,68 % 755 0,29 % 45 0,02 % 10 0,00 %

Иҡтисады

үҙгәртергә

Өлкәлә полиметалл мәғдән ятҡылыҡтары бар.

Ҡаратау һырты тимер мәғдәне ятҡылыҡтары сәнәғәт өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Өлкәлә минераль-төҙөлөш материалдары етештереү өсөн сеймал ресурстары бар (эзбизташ, гипс, кварц ҡомо, утҡа сыҙамлы керамик һәм бентонит балсыҡтар, минераль буяуҙар, биҙәү таштары).

2010 йылдың декабрь айында Бейнеү — Бозой — Шымкент газүткәргес төҙөү башланған. Ул Ҡытайға газ ебәреү өсөн дә хеҙмәт итәсәк. Газ торбаһының оҙонлоғо 1,5 мең км, төҙөлөштөң яҡынса хаҡы $3,6 миллиард, 30 йыл хеҙмәт итәсәк тип иҫәпләнелә.

2015 йылдың ноябрендә газүткәргес ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылған[20]


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  2. https://inbusiness.kz/ru/news/darhan-satybaldy-smenil-umirzaka-shukeeva-na-postu-akima-turkestanskoj-oblasti
  3. Публичное подписание Указа «О некоторых вопросах административно-территориального устройства Республики Казахстан». Архивировано 20 июнь 2018 года.
  4. Постановление Правительства Республики Казахстан от 17 июля 2018 года № 431 «Об установлении границы Туркестанской области» [1]
  5. Оңтүстік Қазақстан облыстық Ж. Шанин атындағы Академиялық қазақ драма театры | Театр туралы 2019 йыл 27 март архивланған.
  6. Публичное подписание Указа «О некоторых вопросах административно-территориального устройства Республики Казахстан»[2]
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Указ Президента Республики Казахстан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Южно-Казахстанской области» от 5 июня 2018 года № 698
  8. Социально-экономическое развитие Южно-Казахстанской области 2018 год, май, том 2 2018 йыл 20 июнь архивланған.
  9. Управление земельных отношений и по контролю за использованием и охраной земель Южно-Казахстанской области. Распределение земель по категориям земель по Южно-Казахстанской области. 2018 йыл 1 октябрь архивланған.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Административно-территориальные единицы Республики Казахстан на начало 2018 года 2019 йыл 27 апрель архивланған.
  11. включая образованный в июне 2018 года Жетысай районы
  12. включая образованный в июне 2018 года Келес районы
  13. Об изменении численности населения Южно-Казахстанской области в разрезе городов и районов с начала 2018 года до 1 мая 2018 года 2022 йыл 5 апрель архивланған.
  14. Об изменении численности населения Республики Казахстан с начала 2018 года до 1 июня 2018 года 2022 йыл 7 апрель архивланған.
  15. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам Казахской ССР
  16. Перепись населения 1999 года. Национальный состав населения по регионам Казахстана
  17. Перепись населения 2009 года. Национальный состав населения по регионам Казахстана
  18. 18,0 18,1 Численность населения Южно-Казахстанской области по отдельным этносам на начало 2018 года (Оңтүстік Қазақстан) 2019 йыл 27 март архивланған.
  19. Перепись населения 2009 года. Национальный состав населения по регионам Казахстана[3]
  20. В Казахстане запустили новый газопровод исторического значения Бейнеу-Бозой-Шымкент 2018 йыл 29 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә