Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы
Уҙаҡ менән Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы (Уҙаҡ-Туҙаҡ — балабәшнәк ырыуының һуңғы вәкиле) — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, тормош-көнкүреш эпосы. Шиғри-сәсмә формала йәшәй.
Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы | |
Ҡулъяҙма тарихы
үҙгәртергәН. Д. Шоңҡаров 1981 йылда Мәсетле районы Йонос ауылы Р. М.Әхтәровтан яҙып алынған.
«Уҙаҡ менән Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы» тигән был эпик әҫәрҙе Р. Әхтәров беренсе тапҡыр 1942 йылда Мәсетле районы Инәле ауылында һуҡыр Мөхәмәдулла ҡарт менән һуҡыр Ғәйнел ҡарсыҡтан ишетә. 1948 йылда Әбдрәхим ауылында Мөхәмәҙиев Йосоптан (1864 йылғы), Айып ауылында Зәһиҙуллин Зәғәфурандан (1880 йылғы) һәм Сибәғәтуллин Ғәлләмдән (1886 йылғы), 1964 йылда Балаҡатай районы Оло Билән ауыл советына ҡараған Кәкәй ауылында бер әбейҙән (исемен онотҡан), 1965 йылда шул уҡ районындағы Айғыръял ауылында Муллаяр ҡарттан (1896 йылғы) яҙып ала һәм тулыландырылған текст төҙөй. Эпос тәүге тапҡыр 1983 йылда «Ағиҙел» журналының ? һанында баҫылып сыға. Уны баҫмаға фольклорсы Мөхтәр Сәғитов әҙерләй. Ҡыҙғаныска ҡаршы, этнографик әҙәбиәттә бындай этноним осрамай. Шулай ҙа, X—XI быуаттарҙағы тарихи ваҡиғалар теҙмәһенән сығып ҡарағанда, һуғышсан балауҫалар — бәшнәктәрҙең дошманы ҡыпсаҡ — половсылар булыуы ихтимал. XI быуат башында ҡыпсаҡтарҙың ҡыҫымы аркаһында бәшнәктәрҙең бер өлөшө көнбайышҡа, ә ҙур булмаған өлөшөнөң (балабәшнәктәрҙең) төньяҡ-көнсығышҡа күсенеп, Уралда төпләнеүе мөмкин. Әҫәрҙә балабәшнәктәрҙең Урта Уралға күсенеү юлдары ентекле һүрәтләнә[1].
Сюжеты
үҙгәртергәӘҫәрҙә ҡыпсаҡтар менән бәшнәктәрҙең көрәше, һуңғыларының еңелеүе һәм Уралға күсеп килеүе сағыла. Бәләкәй бәшнәктәрҙең (балабәшнәктәрҙең) берҙән-бер иҫән ҡалған вәкилдәре Йәноҙаҡ ҡарт менән Уралбикә ҡарсыҡ ырыуҙарын дауам итер өсөн Хоҙай Тәғәләнән игеҙәк улдар биреүен теләп ялбара. Бер малайҙары тыуғас, уға ике исем бирәләр: Уҙаҡ (иш) һәм Туҙаҡ (пыран-заран килтереү).
Балабәшнәк ырыуы элек ер ситендә, Аҙаҡ диңгеҙе[2] менән Ҡалҡа[3] йылғаһы араһында мал утлатып, тормош кискән икән. Балабәшнәктәрҙе Олобәшнәк бейҙәре лә, бейҙәренең олуғбейе лә бик ҡыҫынҡы, илау-һыҡтаулы йәшәткән, ти. Уныһына ғына түҙерҙәр ине лә, ти, Ҡояш тыуышынан Балауҫа-талаусы, Балауҫа ғына тип йөрөтөлһә лә, бик уҫал бер һуғышсан ҡәбилә килеп сыҡҡан, ти. Дала ҡаплап килгән Балауҫа яуы Олобәшнәктәрҙең нығытмаһы-ҡапканы емереп, баҫып алып, ыңғайға бик күп Балабәшнәктәрҙе лә ҡырған икән. Ҡалғандары, йыйналышып, был ҡара ҡайғы иленән ҡасырға булған. Ҡайҙа китергә? Йыйылышып кәңәшләшкәндәр, күбеһенең иҫенә ата-бабаларының тәмләп һөйләгән ере хәтергә килгән. Ауырлыҡтар килгән һайын, ҡарт бәшнәктәр Урал тигән ерҙе күккә күтәреп һөйләгәндәр[1].
Артабан «үҙе Уҙаҡ, үҙе Туҙаҡ — бер уланға ике ат, һыпа-һыны, күренеше бабайға ла тартҡан, әбейҙән дә отҡан, аяҡтары ҡыр кәзәһендәй һикерәндәп, толпарҙыҡылай талмаҫ. ҡыҫала бармаҡ бөркөт ҡарашлы, юлбарыҫ беләк, арыҫлан күкрәк, һағыҙаҡ билле, елкә — елле, көслө табанлы, эт-ҡош танаулы, ҡолан ҡолаҡлы, болан сираҡлы бер төрлө төйөрөм бала» булып үҫкәне, ата-әсәһе үлгәне, атаһының улына һуңғы васыяты — Ер-Һыу тигән көстө табыу бәйән ителә. Уҙаҡ-Туҙаҡтың Ер-һыуҙы эҙләгәне.
Атаһының «төҫөм булып, улым, һиңә Ер-Һыу тигәнен» иҫенә төшөрә. Шул көс миңә йәшәргә ярҙамлашмаҫмы? "Тик Ер-һыу ҡайҙа ул, нимә ул! Уны нисек табырға? Тағы иш табырға ҡушҡайны. Уныһы ҡайҙа икән? — Шулай уйланып, уҡ-һаҙағын ҡулға алып, йылға буйына төшкән, ти, был: Йылға, йылға, әйт әле, Миңә ярҙам ит әле! Ҡайҙа сабаһың ярһыу, һин булаһыңмы Ер-Һыу?"
Йылға яуап биргән:
Мин булам да, мин дә түгел —
Бары мин генә түгел.
Ер-Һыу эҙләп ҡантыраған —
Бары һин генә түгел.
Сарсаһаң, һыуым йәл түгел,
Артығын һөйләр мәл түгел.
Күҙең ысын булһа, күрерһең,
Күргәнде күңелгә үрерһең.
Ағымы тулы ажау бар,
Табының тулы суртан бар,
Ҡомлоғомда ҡомай күп,
Ятыуымда йәйен күп,
Бәргел һайын бәрҙе күп,
һарғыл һайын һаҙан күп,
Өйөрөм ерҙә өйрәк күп,
Сөйрөм ерҙә сүрәгәй күп,
Серен белһәң — бары күп.
Күктә күпме йондоҙ бар —
Миндә шунса ҡондоҙ бар.
Шәшкеләрем, һыуһарҙарым
Иҫәпһеҙҙәр, һанһыҙҙар,
Тик береһе лә буш булмаҫ,
Хаҡы — ялһыҙ эш булыр.
Шунда ғына йылға-һыу
Һиңә терәк, иш булыр
Шунан Уҙаҡ йылға ярынан ситкә киткән, ҡуянды тап килтергән: ҡуян, ҡуян, әйт әле, миңә ярҙам ит әле. Ҡайҙа сабаһың ярһыу, һин түгелһеңме Ер-Һыу? Ҡуяндың яуабы: мин — урмандың бер йәне. Урмандың бар мең йәне, Оло аҡылды оло урмандың үҙенән һора һин йәме!
Егет урманға мәрәжәғәт итә:
Урман, урман, әйт әле! Миңә ярҙам ит әле! Ниңә шаулайһың ярһыу? һин булаһыңмы Ер-Һыу? Урман:
Мине ҡат-ҡат йөрөп сыҡ, Барыһын да күреп сыҡ, ти.
Уҙаҡ урманды иңләп-буйлап йөрөй. Айыуҙан көс йыйырға, солоҡ балын табырға, шифалы емеш ҡабырға өйрәнгән. Себендән — сабаҡ тоторға, гөлйемеш сәскәһе тырантай[4] менән ҡорман ҡаптырырға "шәпләндергән". Урман телен аңлап бөткәс, Уҙаҡ тау-таш яғына киткән. Уҙаҡ:
Эй, һалҡын таш, һалҡын таш, Көсөң етһә, ҡалҡын, таш. Ни эшләп ятаһың моңһоу, һин түгелдер ҙә Ер-Һыу?
Таш шартлап, сатнап телгә килгән :
Мин Ер-һыуҙың бер яғы,
Түбән түгел, үр яғы.
Мин гел бында ятамын,
Мин гел тарҙа ятамын,
Мин гел елдә ятамын,
Мин гел ҡарҙа ятамын.
һалҡынында һалҡынмын,
Кәрәк саҡта ялҡынмын.
Саға белһә, утмын — мин,
Белмәгәнгә — туҡмын мин.
Тыуыу менән, ал ҡояш
Тәүҙә миңә ҡарайҙыр,
Уттан уҙған торамын —
Төҙө әйҙә һарайҙар.
Аш-Һыуына тәм биреп,
Кәрәк саҡта ялҡын бул!
Кәрәкмәһә — һалҡын бул!
Туҙаҡ булһаң, белеп туҙ!
Уҙаҡ булһаң, белеп уҙ!
Таш шикелле ҡата бел,
Кәрәкһә, уҡ ата бел,
Кәрәкмәһә, сабыр ғына
Таш шикелле ята бел.
Бейеклекте тоямын,
Бөркөттәргә оямын,
һалҡындан һәм ялҡындан
Бөйөклөктө ҡоямын.
Шулай ер-һыуҙы күреп сыҡҡас, һәр бер "таштың тынын тыңлап", һәр ағастың" моңон отоп", һәр йәнлектең "һүҙен тотоп", һәр себендең "серен йотоп", үҙ атаһынан "алты тапҡыр аҡыллыраҡ", "ҡырҡ тапҡыр ҡырыҫыраҡ ата төҫөн" — Ер-Һыуҙы тапҡан Уҙаҡ.
Шунан үҙе лә ер-һыу кеүек акыл мән һамаҡлап ебәргән:
Ер-Һыу — йөрәк тибешем,
Ер-Һыу — минең йоп ишем,
Атайымдың төҫө ул,
Беләгемдең көсө ул,
Йөрәгемдең хисе ул,
Зиһенемдең көсө ул.
Шунан тағы ла бер Уҙаҡ йәшәгән тирәгә бер ырыу кешеләре килеп сыҡҡан. Ер-Һыуҙы белгән, кәрәк икән, дарыу белгән, кәрәкмәһә, һарыу белгән Уҙаҡ шул ырыуҙа иш тә, көш* тә тапҡан, һөйләшергә һанаш* та тапҡан, көйләшергә кәңәш тә тапҡан. Көйәләшергә кәләш тә тапҡан. Уҙаҡ һуңғы һамағы :
Ер-Һыу тәне — кеше ул.
Ер-Һыу мән кеше көслө ул.
Ер-Һыуға кеше мән йәм керә,
Ер-Һыуға кеше мән тәм керә,
Кешегә ер-һыу мән ғәм керә.
Ер-Һыу кешенең ише ул.
Ер-Һыуҙың ише -кеше.
Әһәмиәте
үҙгәртергәУҙаҡ-Туҙаҡ идеаль герой, ырыу йолаларын һәм традицияларын, атаһының үтенестәрен һәм кәңәштәрен еренә еткереп үтәүсе. Ул тәбиғәт рухтарын хөрмәт итә, шуға күрә уларҙан яҡлау таба. Атаһының үлер алдынан әйткән Ер-һыу аллаһын табырға тигән теләген үтәп, герой кешеләрҙең тәбиғәт мәнән гармоник һыйышып йәшәү кәрәклеген аңлай.
Эпостың иң ҙур әһәмиәте шунда: ул халыҡҡа яфа, фажиғә алып килеүсе ырыу-ара ыҙғыштарҙы илбаҫарлык һуғыштарын ғәйепләй, ҡаты тәнҡит итә, халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәргә тейеш тигән идеяны күтәрә[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 379-сы б.
- ↑ Азов диңгеҙе
- ↑ Азов диңгеҙенә ҡойоусы йылға
- ↑ сурағай, суртан балаһы
- ↑ / Башкирское народное творчество. «Эпос» I т. сост. М. М. Сагитов, Уфа, 1987 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 282-се б.
- Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2023)